Харитонова Мария Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Харитонова Мария Васильевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 12 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Костромская губерния[d], Костромской уезд[d], Саметь[d]
Вафат булған көнө 17 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Кострома өлкәһе, Костромской район[d], Саметь[d]
Һөнәр төрө доярка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Мария Васильевна Харитонова (12 ғинуар 190417 август 1978) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Кострома өлкәһенең Кострома районы «12 Октябрь» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мария Васильевна Харитонова 1904 йылда Саметь ауылында, хәҙер Кострома өлкәһендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс мәктәпте тамамлай. Бик иртә эшләй башлай. 1928 йылда ире менән бергә яңы ойошторолған ер эшкәртеү ширҡәтенә инә.

1930 йылдан 1932 йылға тиклем "12 Октябрь" колхозында баҫыусылыҡта эшләй. Һуңынан һауынсы булып эшкә күсә һәм 1959 йылға тиклем хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Кострома тоҡомо менән эшләй.

1948 йылда үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан 5001 килограмм һөт һауып алыуға өлгәшә.

ССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 4 июлендәге указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәре өсөн Харитонова Мария Васильевнаға Ленин ордены менән ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Ауыл хужалығында эшләүен артабан да дауам итә. Бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге эсендә миллион литрҙан ашыу һөт һауып ала.

Тыуған ауылында йәшәй. 1978 йылдың 17 авгусында вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948 - 1974 гг. - Кострома, 2014.
  • Костромское созвездие. Ярославль, 1975

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]