Хархалуп Анна Максимовна
Уҡыу көйләүҙәре
| Хархалуп Анна Максимовна | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 7 август 1928 |
| Тыуған урыны | Валя-Адынкэ[d] |
| Вафат булған көнө | 17 февраль 1993 (64 йәш) |
| Вафат булған урыны | Каменский район[d], Днестр буйы республикаһы, Молдова |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Анна Максимовна Хархалуп (Малюта) совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Молдавия ССР-ының Каменский районы «Новая заря» колхозы звеноһы башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Максимовна Хархалуп 1928 йылдың 7 авгусында[1] Молдавия АССР-ының Каменский районы Валя-Адынкэ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған
1948 йылда Хархалуп Анна Макисмовна етәкләгән звено 3 гектар майҙанда һәр гектарынан «Трапезонд» сортлы 23, 2 центнер тәмәке уңышы йыйып ала.
Төп эшенән тыш Анна Хархалуп йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә — IV саҡырылыш Молдавия ССР-ы Юғары Советының депутаты итеп һайлана.
1993 йылдың 17 февралендә [1] тыуған ерендә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1949 йылдың 24 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән А. М. Хархалупҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 ПМР - Хроника основных событий. 1993-2000 г. 2016 йыл 16 август архивланған.