Эстәлеккә күсергә

Алвис Херманис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Херманис, Алвис битенән йүнәлтелде)
Алвис Херманис
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Латвия
Тыуған көнө 27 апрель 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[3][4] (59 йәш)
Тыуған урыны Рига, Латвия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө театр режиссёры, актёр, сценограф
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][5]
 Алвис Херманис Викимилектә

Алвис Херманис (латыш. Alvis Hermanis, 27 апрель 1965 йыл) — латыш театр режиссёры, Рига Яңы театрының художество етәксеһе.

Алвис Херманис 1965 йылдың 27 апрелендә Латвия ССР-ының Рига ҡалаһында журналист һәм публицист Волдемар Херманис ғаиләһендә тыуған.

Ун биш йәшенә тиклем Риганың «Динамо» хоккей клубының спорт мәктәбендә шөғөлләнә, һуңынан сәләмәтлеге арҡаһында уны ҡалдырырға мәжбүр була.

ВЭФ заводының мәҙәниәт һарайында Роберт Лигерс (1981—1982) етәкселегендәге «Ригас пантомима» үҙешмәкәр ансамбль студияһына йөрөй. Рига киностудияһы янындағы халыҡ театры студияһын (1985, педагогтары Арнольд Лининьш һәм Айнур Матис) тамамлай. 1984−1988 йылдарҙа Я. Витоп исемендәге Латвия дәүләт консерваторияһында (педагогтары М. Кимел, Э. Фрейбергс, И. Адерманис, М. Тенисонс) белем ала.

Яңы Рига театры сәхнәһендә 1987 йылдан — Франц Кафканың «Процесс» романы буйынса студенттар сәхнәләштереүе.

Кинолағы актерлыҡ эше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1987 — ҡатын һәм ҡырағай ҡабан менән фото (реж. А. Криевс, Рига киностудияһы) — Карлис Валдерс
  • 1988 — Көҙ, Чертаново… (реж. И. Таланкин, Мосфильм)
  • 1988 — Латыштар? (реж. Г. Земель, Рига киностудияһы) — Тарасик-Август
  • 1989 — Яҙмышҡай (реж. А. Фрейманис, Рига киностудияһы)
  • 1991 — Еваның ожмах баҡсаһы (реж. А. Криевс, Рига киностудияһы)
  • 1992 — Фирғәүен уйлап табыусы (реж. Г. Земель, Ҡаҙағстан)
  • ? — Morfinists (реж. И. Хольштейн, телефильм)

Спектаклдәр ҡуйыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2002 — Н. В. Гоголь. «Ревизор» («Балтик йорто» — 2002 фестиваленең Л. Попов исемендәге Пресса призы)
  • 2003 — «Оҙон ғүмер» (Риганың Яңы театры, «Балтик йорто» — 2006 фестиваленең Тамашасы призы)
  • 2004 — «Латыш тарихы» (Риганың Яңы театры)
  • 2008 — Ф. М. Достоевский буйынса «Идиот». Шаушпильхауз (Цюрих).
  • 2006 — «Латыш мөхәббәте» (Риганың Яңы театры)
  • 2006 — Татьяна Толстой буйынса «Соня» («Балтик йорто» — 2008 фестиваленең Тамашасы призы)
  • 2007 — «Тынлыҡ ауазы» (Berliner Festspiele һәм Риганың Яңы театры)
  • 2008 — «Шукшин хикәйәләре» (Дәүләт милләттәр театры)[6]
  • 2009 — Трейси Леттстың «Август, Осейдж» пьесаһы буйынса «Ғаилә». Бургтеатр (Вена).
  • 2012 — Бернд Алоис Циммермандың «Һалдаттар» операһы. Зальцбург фестивале
  • 2013 — Харрисон Бёртуистлдың «Гевеин» операһы. Зальцбург фестивале.
  • 2014 — Джузеппе Вердиҙың «Трубадур» операһы. Зальцбург фестивале
  • 2015 — Леош Яначек. «Енуфа». Болоньялағы Комунале театры
  • 2015 — «Бродский/Барышников». Риганың Яңы театры
  • 2015 — Гектор Берлиоз. «Фаусты шелтәләү». Париж милли операһы
  • 2016 — Джузеппе Верди. «Ике Фоскари». Ла Скала.
  • 2016 — Рихард Штраус. «Данаиҙың мөхәббәте». Зальцбург фестивале.
  • 2016 — Джакомо Пуччини. «Мадам Баттерфляй». Ла Скала.
  • Европаның юғары театраль наградаһы лауреаты — «Яңы театраль ысынбарлыҡ» номинацияһында «Европа — театрға» премияһы
  • «Алтын битлек» премияһы (2010, ижади төркөм составындағы «Шукшин хикәйәләре» спектакле өсөн)
  • Өс йондоҙ ордены кавалеры