Эстәлеккә күсергә

Хеҙмәт кенәгәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хеҙмәт кенәгәһе — граждандың эш мәшғүллеге тураһындағы яҙмаларҙан торған рәсми персональ документ.

Тәүге тапҡыр эшкә урынлашҡанда тултырыла, эш биреүсе ойошманың кадрҙар бүлегендә һаҡлана, уға хужаһының шәхси мәғлүмәттәре (фамилияһы, исеме, атаһының исеме), тыуған йылы һәм датаһы, белеме, профессияһы һәм специальносы яҙыла; эшкә ҡағылышлы бөтә үҙгәрештәр, эш биреүсе менән мөнәсәбәттәр хеҙмәт кенәгәһендә теркәлә һәм кадрҙар бүлегенең яуаплы хеҙмәткәренең ҡултамғаһы менән раҫлана. Эштән бушатылыу тураһындағы яҙмаларға граждандың үҙенең ҡултамғаһы ҡуйыла. Эштән киткәндә йә башҡа эш урынына күскәндә хеҙмәт кенәгәһе граждандың ҡулына тапшырыла, яңы ойошма менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергәндә уның кадрҙар бүлегенә тапшырыла.

СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә документтың тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы революциянан һуң хеҙмәт һәм хеҙмәткә түләү факторҙарын законлаштырған институттар булдырыу ихтыяжы тыуа.

1921 йылғы хеҙмәт кенәгәһе.

1918 йылғы РСФСР Конституцияһы менән бергә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) тарафынан «Хеҙмәт тураһындағы закондар кодексының 80-се статьяһына ҡушымта» — «Хеҙмәт кенәгәләре тураһында ҡағиҙәләр»[1] ҡабул ителә. Был декларация яңы дәүләтселек формаһындә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереүҙең беренсе тәжрибәһе була.


1919 йылдың 25 июнендә ВЦИК «Петроград һәм Мәскәү ҡалаларында хеҙмәт кенәгәләре индереү тураһында декрет(недоступная ссылка)» сығара, был документ граждандарға хеҙмәт эшмәкәрлеген 16 йәштән башларға рөхсәт итә. Был йәшкә етмәгән кешеләрҙе эксплуатациялау законһыҙ тип табыла. Декреттың ҡануни положениелары 1922 йылдың ноябренән көсөн юғалта.[2]

1923 йылда хеҙмәт кенәгәләре бөтөрөлә һәм улар урынына шәхес таныҡлыҡтары индерелә.

Хеҙмәт исемлеге, 1927 йыл

1926 йылдың 21 сентябрендә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән «Хеҙмәт исемлеге» тип аталған кенәгә индерелә, ул 1926 йылдың көҙөнән бирелә башлай.

1939 йылғы хеҙмәт кенәгәһе

1939 йылдың 15 ғинуарынан СССР-ҙа бөтә төр дәүләт һәм кооператив предприятиелар һәм учреждениелар эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн яңынан берҙәм өлгөләге хеҙмәт кенәгәләре индерелә[3][4]. Хеҙмәт кенәгәһен юғалтҡан өсөн 25 һум күләмендә административ штраф билдәләнә. 1940 йылдан хеҙмәт кенәгәһенә ҡушымта раҫлана[5].

1958 йылдың 9 июлендә «Предприятиеларҙа, учреждениеларҙа һәм ойошмаларҙа хеҙмәт кенәгәләрен тултырыу тәртибе тураһында инструкция» раҫлана. 1970 йылға тиклем был Инструкция күп үҙгәрештәр кисерә.

1973 йылдың 6 сентябрендә СССР Министрҙар Советы һәм ВЦСПС «Эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт кенәгәләре тураһында» ҡарар ҡабул итә. 1974 йылдың 20 июлендә Предприятиеларҙа, учреждениеларҙа һәм ойошмаларҙа хеҙмәт кенәгәләрен алып барыу тәртибе тураһында инструкция раҫлана[6], уға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр 1985[7], 1987[8] 1990 йылдарҙа[9][10] индерелә.

1991— хәҙергә тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта хеҙмәт кенәгәләре менән эшләү Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Хеҙмәт кенәгәләре тураһында»ғы 2003 йыл 16 апрель (№ 225) ҡарары, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт социаль үҫеш министрлығының «Хеҙмәт кенәгәләрен тултырыу инструкцияһын раҫлау тураһында»ғы 2003 йыл 10 октябрь (№ 69) ҡарары менән көйләнә; был закон акттары Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығы тарафынан 2003 йылдың 11 ноябрендә (№ 5219) теркәлгән.


Хеҙмәт кенәгәләрен алып барыу, иҫәптә тотоу, һаҡлау һәм тапшырыу эштәрен ойоштороу өсөн яуаплылыҡ ойошманың етәксеһенә йөкмәтелә, ә хеҙмәт кенәгәләрен ваҡытында һәм дөрөҫ итеп тултырыу, уларҙы иҫәптә тотоу, һаҡлау һәм тапшырыу өсөн махсус яуаплы кеше етәксенең бойороғо менән тәғәйенләнә.

Мәғлүмәт сығанаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Кодекс законов о труде принят ВЦИК вместе с правилами о порядке установления нетрудоспособности, правилами о выдаче пособий трудящимся во время их болезни, правилами о безработных и о выдаче им пособий, правилами о трудовых книжках, правилами об еженедельном отдыхе и о праздничных днях.
  2. Утратил силу с постановлением ВЦИК от 9 ноября 1922 «О введении в действие Кодекса законов о труде РСФСР издания 1922 года».
  3. Ппостановление СНК СССР от 20 декабря 1938 года «О введении трудовых книжек»
  4. Собрание законов СССР: 1926 г. № 66; ст. 502; 1929 г. № 35, ст. 315
  5. Постановление Экономического Совета при СНК СССР № 733 от 28 мая 1940 года
  6. Постановление Госкомтруда СССР от 20 июня 1974 года № 162
  7. Постановление Госкомтруда СССР от 2 августа 1985 года № 252
  8. Постановление Госкомтруда СССР от 31 марта 1987 года № 201
  9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; laws төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  10. Постановление Госкомтруда СССР от 19 октября 1990 № 412