Хильден
Хильден | |
нем. Hilden | |
Флаг | Герб |
![]() | ![]() |
Рәсми атамаһы | Hilden |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Hid[1] |
Архивы хранятся в | Stadtarchiv Hilden[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Меттман[d] |
Иң юғары нөктә | Jaberg[d][3] |
Хөкүмәт башлығы | Claus Pommer[d] |
Ойошма ағзаһы | Climate Alliance[d][4] һәм Städte- und Gemeindebund Nordrhein-Westfalen[d][5] |
Халыҡ һаны | 55 815 кеше (31 декабрь 2022)[6] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 50 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Туғандаш ҡала | Уоррингтон[d] |
Сиктәш | Дюссельдорф[d], Хан[d] һәм Золинген[d] |
Майҙаны | 25,95 км² (31 декабрь 2017)[7] |
Почта индексы | 40721, 40723 һәм 40724 |
Рәсми сайт | hilden.de |
URL-да тасуирланған | kek-online.de/medienkonz… |
![]() | |
Категория для почётных граждан субъекта | Category:Honorary citizens of Hilden[d] |
Урындағы телефон коды | 02103 |
Номер тамғаһы коды | ME |
![]() |
Хильден (нем. Hilden) — Германиялағы ҡала, Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендә урынлашҡан.
Меттман округы составына инә. Ҡаланың халҡы 56,0 мең кеше тәшкил итә (2009); 2000 йылда — 56,3 мең. Хильден ҡалаһы 25,96 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 05 016 1 58.
Ҡала 5 ҡала районына бүленгән.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хильден ҡалаһы Золинген ҡалаһынан көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Дюссельдорф ҡалаһынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан, 57 мең кешеһе булған Хильден ҡалаһы Меттман округының ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡалаһы. Ҡала территорияһы төньяҡта Эркрат менән, төньяҡ-көнсығышта Хан, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта Золинген, көньяҡта Лангенфельд һәм көнбайышта Дюссельдорф ҡалалары менән сиктәш. Ҡаланың күп өлөшө Рейн йылғаһы бассейнында, йылғаның Түбәнге Рейн төбәгенән Берг еренә күскән ерендә, урынлашҡан. Ҡаланың көнбайышындағы вокзал диңгеҙ кимәленән 48 метр бейеклектә торһа, шул уҡ ваҡытта Хан ҡалаһы сигендә торған Яберг тауы диңгеҙ кимәленән 106 метрға күтәрелеп тора. Ғөмүмән алғанда, ҡала көнсығыштан көнбайышҡа табан күтәрелеп тора. Атмосфера яуым-төшөм кимәле бында бик юғары, йылына 800 мм-ҙан артыҡ.
Германияның халыҡ бик тығыҙ йәшәгән Хильден ҡалаһында буш ятҡан ерҙәр бик аҙ. Хильден — автобандар менән уратып алынған ҡала. Халҡының тығыҙлығы сағыштырмаса бейек, ҡалныңа тирә-йүнендә башҡа ултыраҡтар һәм ауыл хужалығы территориялары юҡ.
Иң ҙур төҙөлөш ҡағылмаған ере — ҡаланың төньяҡ-көнсығышындағы Хильден ҡалаһы урманы (Хильден бушлығы), артабан — Гизенхайде, ул ҡаланың төньяғында тороусы төҙөлөштәрҙән азат урын. Ҡала тирә-яҡҡа йондоҙҙар формаһында таралып урынлашҡан, шуға күрә ҡала кешеләре Хильденды үҙәк һәм төньяҡ, көньяҡ, көнбайыш, көнсығыш райондарға бүлеп йөрөтә. Шулай итеп билдәләп, халыҡ урындағы Майде, Карнап, Тротцхильден һәм башҡа урындарҙы ҡаланың өлөштәрен билдәләү өсөн ҡулланмай.
Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Изге Иаков сиркәүе
- Хильден бушлығы
Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡала музыка мәктәбе
Айырым объекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Урман казармаһы
Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ OpenStreetMap (билдәһеҙ) — 2004.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ https://www.kommunen.nrw/der-verband/mitglieder-des-stgb-nrw.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.