Нове-Место-над-Метуйи
Нове-Место-над-Метуйи (чех Nové Město nad Metují, нем. Neustadt an der Mettau) — гЧехияның төньяҡ-ҡонсығышында, Польша- Чехия сиктәре янында урынлашҡан ҡала.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала Краловеградецкий крайының Наход районына административ рәүештә инә. Ҡаялы тау платформаларында урынлашҡан, өс яҡтан Метуйя (Меттау) йылғаһы менән уратып алынған. Нова-Место-над-Метуйи Урта быуат чех ҡалалары ҡомартҡылары булараҡ хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған һәм дәүләт тарафынан айырыуса һаҡ аҫтына ҡуйылған.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1501 йылда күрше Кршина ҡалаһының Качов ҡалаһында тыуған хужаһы Ян Чернчицкий ҡалаға нигеҙ һала. 1503 йылда король өҫтөнлөктәре һәм ҡала хоҡуғын ала. Король өҫтөнлөктәренә, атап әйткәндә, баҙарҙа сауҙа итеү, һыра ҡайнатыу һәм пошлина йыйыу хоҡуҡтары инә. Шул уҡ ваҡытта Нове-Местола нығытылған замок төҙөлә. 1526 йылда биләмәлә сыҡҡан янғындан һуң Пернштейндарҙың бөтә ырыуы ҡалаға хужа була, улар итальян архитекторҙарын бында саҡырып, ҡала үҙәген һәм замокты Ренессанс стилендә яңыртып төҙөй. Ул үлгәндән һуң Пернштейн iv вариҫтары биләмәне 1548 йылдарҙа Штубенберг ырыуының штирия аҡһөйәктәренә һата. 1620 йылда, Рудольф фон Штубенбергтың антигабсбург ихтилалында ҡатнашҡанлыҡтан килеп сыҡҡан Утыҙ йыллыҡ һуғыш башланғас, император Нове-Местоны полководец Альбрехт фон Валленштейнға бүләк итә. Полководец үҙ сиратында ҡаланы Лобковиценан Мария-Магдалена Трчкаға һатып ебәрә. Мария Магдалена Трчка ҡаланы Липалағы улына, Адам Трчкаға һата. Адам Трчка протестанттар динендәге ҡала халҡын ихтыярһыҙ рәүештә католиктар диненә күсерә, шунлыҡтан 1628 йылда крәҫтиәндәр ихтилалы сыға.
1634 йылда Адам Трчка Хебта һәләк булғандан һуң император Фердинанд II ҡаланы үҙенең фельдмаршалы шотланд сығышлы Уолтер Леслиға бүләк итә, сөнки Лесли Валленштейнды үлтереү маҡсатында заговорҙа ҡатнашҡан була. Лесли итальян Карло Лурагоны замокты төҙөргә саҡыра. 1655—1661 йылдарҙа Карло Лураго замокты барокко стилендә үҙгәртеп төҙөй. Уолтерҙың туғаны Якоб Лесли һуңыраҡ бында «Мәрхәмәтле ағалар» монастырына нигеҙ һала, уның янында госпиталь һәм Изге Мария сиркәүен төҙөй. 1802 йылда Лесли ырыуы юҡҡа сыҡҡас, ҡала һәм ундағы панлыҡ дворян фон Дитрихштейн ырыуына күсә, ә 1858 йылда уның алыҫ туғандары кенәз Лихтенштейндарға, фон Ламбергҡа һәм башҡаларға күсә. Улар икенсе урында йәшәй һәм Нове-Местоға килмәйҙәр. Замок әкренләп иҫкерә, ҡаҡшай.
1908 йылда замокты туҡыу фабрикаһы хужаһы миллионер Йозеф Бартон үҙ ҡулына төшөрә. 1948 йылда Чехословакия хөкүмәте замокты дөйөм милеккә әйләндерә. 1992 йылда Чехословакия тарҡалғас яңы власть реституция буйынса замокты Бартон вариҫтарына кире ҡайтара.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаланың тарихи үҙәге 1970 йылдан алып дәүләт тарафынан һаҡланған ил мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип атала.
- Нове-Место-над-Метуйя замогы
- Баҙар майҙаны, Ренессанс дәүерендә төҙөлгән биналар һәм ратуша бинаһы
- Изге Троица сиркәүе һәм Баҙар майҙанының көньяҡ-көнсығыш өлөшө (1519, 1540 йылда яңынан төҙөлә.)
- «Чумная колонна» (1696)
- Изге Троица һыны, 1767 йылда Ете йыллыҡ һуғыш тамамланыу хөрмәтенә төҙөлгән.
- Көнсығыш Чехияның иң боронғо урыны — Крчин. Бындағы Изге Дух (Рух) сиркәүе һәм уның саң манараһы Xiii быуатта күтәрелгән.
Ҡала-партнерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Польша, Душник-Здруй
Германия, Хильден
Бөйөк Британия, Уоррингтон
Румыния, Герник
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
- ↑ Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1. 1. 2023 (чеш.) — Praha: ČSÚ, 2023.
- ↑ 4,0 4,1 Český statistický úřad https://www.czso.cz/csu/czso/vysledky-scitani-2021-otevrena-data (чеш.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 набор данных ISÚI — Czech Office of Surveying and Cadastre.
- ↑ https://web.archive.org/web/20201130033751/https://www.cdcp.cz/LEI/LEI_20201121_delta.xml — Centrální depozitář cenných papírů, 2020.
- ↑ Czech Statistical Office Malý lexikon obcí České republiky - 2017 — Czech Statistical Office, 2017.
- ↑ Historický lexikon obcí České republiky 1869–2005 (чеш.): 1. díl / под ред. J. Růžková, J. Škrabal — ČSÚ, 2006. — 759 с. — ISBN 978-80-250-1310-6
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Gottfried Johann Sommer:Böhmen Königreich Das Bd. 4: Kreis Königgrätzer, 1836 Prag, 196—211 S. Digitalisat
- U Bahlcke Joachim. a., Handbuch Stätten der historischen und Mähren Böhmen, Kröner-Verlag, 1998 Stuttgart, ISBN 3-520-32901-8, 405—406 S.
- Erhard Gorys, Kunst DuMont-Republik Tschechische Reiseführer, ISBN 3-7701-2844-3, 324—325 S.
- Republik Knaurs Kunstführer Tschechische, ISBN 3-426-26609-1, 162—163 S.