Хирургия (фильм, 1939)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хирургия
Атамаһы Хирургия
Кем хөрмәтенә аталған хирургия[d]
Нигеҙендә эшләнгән Хирургия һәм Сельские эскулапы[d]
Жанр Трагикомедия
Ил  СССР
Әҫәр яҙылған тел урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1939
Режиссёр Ян Борисович Фрид[d]
Ролдәрҙә Игорь Владимирович Ильинский[d]
Иван Михайлович Москвин[d]
Василий Васильевич Меркурьев[d]
Валентина Петровна Телегина[d]
Етештереүсе компания Ленфильм[d]
В результате влияния работы Чехов Антон Павлович
Место действия Рәсәй империяһы
Оҙайлылыҡ 36 Минут
Төҫ чёрно-белое кино[d]

«Хирургия» — совет ҡыҫҡа метражлы аҡлы-ҡаралы нәфис фильмы. Ленинград ҡалаһының Ленин орденлы «Ленфильм» киностудияһы 1939 йылда режиссёр Ян Фрид тарафынан ХХ быуаттың урыҫ яҙыусыһы А. П. Чеховтың «Хирургия» һәм «Сельские эскулапы» (Ауыл табибтары) хикәйәләре буйынса төшөрөлгән.

СССР-ҙа фильмдың премьераһы 1939 йылдың 30 апрелендә үтә.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ваҡыт земство дауаханаһында эшләгән табибтың эштә булмауы арҡаһында дауаханала уның урынында эшләп ҡалған фельдшер пациенттарҙы ҡабул итә. Дауахана табибы өйләнергә китә, ә уның урынында ауырыуҙарҙы фельдшер Курятин ҡарай. Ошо көндәрҙең береһендә сиркәү дьягы Вонмигласов дауаханаға килә. Уның теше бик ныҡ һыҙлай башлаған була. Дьяктың тешен ҡарағандан һуң, Курятин уны һурып алырға була. Дьякты ҡысҡыртып оҙаҡ ыҙалағандан һуң, фельдшер пациенттың боҙоҡ тешен һындыра. Ошо процедура ваҡытында фельдшер менән пациент пыр туҙып талашып китә.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильмды төшөрөүсе төркөм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сценарийҙы яҙыусы һәм ҡуйыусы — Яна Фрида
  • Композитор — Николай Тимофеев
  • Каритнаның директоры — В. Левицкий
  • Оператор — Соломон Беленький (титрҙарҙа күрһәтелгән исеме — С. Белинский)
  • Рәссамдар — Павел Зальцман, Семён Малкин
  • Тауыш операторы — Константин Гордон
  • Монтаж буйынса ассистент — А. Фролова
  • Грим һалыусы — Василий Горюнов
  • Комбинациялап төшөрөү:
    Рәссам — А. Петрова
    Операторҙар — Георгий Шуркин, А. Цырков
  • Режиссёр ассистенттары — П. Кальварская, Владимир Яковлев
  • Оператор ассистенттары — А. Быстров, В. Перекислов

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Хирургия». Государственный регистр фильмов. Министерство Культуры Российской Федерации. Дата обращения: 20 август 2013. Архивировано 30 август 2013 года.(недоступная ссылка)
  • «Хирургия» 2012 йыл 27 февраль архивланған. Аннотированный каталог фильмов киностудии «Ленфильм» 1918—2003.
  • «Хирургия». Фильмы. Энциклопедия отечественного кино. Дата обращения: 20 август 2013. Архивировано 30 август 2013 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  • «Хирургия». Статья. Онлайн энциклопедия Кирилла и Мефодия. Дата обращения: 20 август 2013. Архивировано 30 август 2013 года.
  • «Хирургия. Кино. Телеканал «Культура» (11 сентябрь 2008). Дата обращения: 3 июль 2012. Архивировано 9 август 2012 года. 2005 йыл 2 май архивланған.

Ҡалып:USSR-film-stub

Ҡалып:Экранизации Антона Чехова Ҡалып:Фильмы Яна Фрида