Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 октябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Марийская АССР[d]
СССР, РСФСР, Марийская АССР[d], Моркинский район[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, иҡтисадсы, парламент ағзаһы
Эш урыны парламент[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы(14 октябрь, 1954 йыл) — Башҡортостан Республикаһының финанстар министры (2010—2013), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Башҡортостан Республикаһы бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы 1954 йылдың 14 октябрендә Мари АССР-ының Моркин районы Комсомольск ҡасабаһында тыуа. Юғары белемде Ҡазан финанс-иҡтисад институтында ала (19721976)[1]. Хеҙмәт юлын 1976 йылда Башҡортостан Республикаһының Финанстар министрлығында штат бүлеге экономисы булып башлай. Һуңынан ойошманың бүлек мөдире урынбаҫары, бүлектәр мөдире була. 19942009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары булып эшләй. 20092010 йылдарҙа — финанс министрының беренсе урынбаҫары. 20102013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының финанстар министры[2]. 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Бюджет, һалым, инвестицион сәйәсәт һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе була. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеты, депутат этикаһы комиссияһы ағзаһы. «Аныҡ эштәр» проекты координаторы. Улы һәм ҡыҙы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡтар дуҫлығы ордены
Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙы
Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты
«Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе
«Башҡортостан Республикаһының ҡануниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың почет билдәһе
Финанс эштәре отличнигы
Рәсәй Федерацияһы Финанстар министрлығының Маҡтау ҡағыҙы
Башҡортостан Республикаһы Финанстар министрлығының Маҡтау ҡағыҙы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]