Хисмәтуллин Сисәнбай Хисмәтулла улы
Хисмәтуллин Сисәнбай Хисмәтулла улы, Сисәнбай Хисмәтов (1844, Ләмәҙтамаҡ — 19??) — әүлиә, хажи, халыҡ табибы. 1844 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районына ҡарай). Ләмәҙтамаҡ ауылында үлгән. Үлгән йылы аныҡ ҡына билдәле түгел. Район энциклопедияһы мәғлүмәте буйынса 1917 йылда үлгән тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу (июль айы) исемлегенә теркәлгән. Хәтирәләр буйынса 30-йылдарҙа үлгән булырға тейеш.
Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен, Ҡазан ҡалаһында дини семинария тамамлаған. Шул уҡ семинарияла уҡытҡан да. Бер нисә тапҡыр Мәккәгә хаж ҡылған. Тыуған ауылына ҡайтҡас, мәхрифәтселек һәм дауалау менән шөғөлләнгән.
Ата-бабалары, туғандары һәм тоҡомо шәжәрәлә күрһәтелгән.
Ралит ағай Ғөнсәровтан 2006 йылда яҙып алынды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сисанбай Хисматуллин 13 йәшендә Зәйнулла ишандың Стәрлебаш ауылындағы мәҙрәсәһенә (хәҙерге Стәрлебаш районында) уҡырға китә. Бик яҡшы уҡығаны өсөн Ҡазанда Ҡасимиә мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итеү хоҡуғуна эйә була. Ҡасимиә мәҙрәсәһен уңышлы тамамлай һәм Ғәрәбстанға Мәккә ҡалаһына уҡырға китә. Унда өс йыл ярым табиблыҡҡа уҡый. Сисәнбай Ғәрәбстандан туры Ҡазанға ҡайта һәм Ҡасимиә мәҙрәсәһендә табип булып уҡыта.
Атаһы Хисмәтулла Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында улы ҡайтыуына тип мәсет һалдыра. Хисмәтулла мәсетен килешеү буйынса Мәләкәҫтән килгән Әхмәтйән муллаға тапшыра. Әхмәтьйән мулла атаһы Хисаметдин менән указной мулла булып Ләмәҙ-Тамаҡ ауылына килгән булалар. Улар үҙҙәре лә мәсет һалдыралар. Был ике мәсет йорто XX быуаттың 70-се йылдарына тиклем ауылға хеҙмәт итте. Хисмәтулла ҡарт һалдырғаны клуб булып ҡулланылды. Ул мәсет урынында бөгөн яңы клуб баҡсаһы, Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалған Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы яугирҙәренә һәйкәл тора. Әхмәтйән мулла һалдырған мәсет Сүсәкәй тауы итәгендә булған. Өҫкө урамдағы Ғиниятов Фәрит Баязит улының йорто артына тура килә.
Сисәнбай Хисмәтуллин 40 йәштәрҙә Ҡазандан ауылға ҡайта. Дыуан-Мәсетле ауылынан Ҡәнзәфәр кантондың Сәмсинур исемле ҡыҙына өйләнә. Дини дәрәжәһе ишан булыуына ҡарамаҫтан, дин эштәре менән шөғөлләнмәй. Мәсетен ауыл файҙаһына биреп ҡуя. Үҙе балалар уҡыта, табибсылыҡ менән шөғөлләнә.
Сисәнбай хәҙрәттең бер малай, ике ҡыҙы була. Малайы Ғөнсәр, ҡыҙҙары Зөбәйҙә һәм Гөлйыһан. Әхмәтйән мулла менән ҡоҙа булышалар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |