Эстәлеккә күсергә

Хлопуша

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хлопуша
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1714
Тыуған урыны Новгород губернаһы[d], Урыҫ дәүләте
Вафат булған көнө 10 (21) июль 1774
Вафат булған урыны Ырымбур, Рәсәй империяһы
Үлем сәбәбе обезглавливание[d]

Хлопу́ша (ысын исеме Соколов Афанасий Тимофеевич; 1714 — 10 июль 1774) — Пугачев ихтилалында ҡатнашыусы, отряд атаманы, ихтилалға тиклем — бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән һәм енәйәттәре өсөн каторга эштәренә хөкөм ителгән. Ихтилал барышында әллә ни ҙур роль уйнамаһа ла, «боласы ҡара халыҡтың» сағыу вәкиле булараҡ, Хлопуша образы Пугачёвщина тураһындағы әҙәби әҫәрҙәрҙәрҙә, спектаклдәрҙә һәм кинофильмдарҙа, мәҫәлән, Пушкиндың «Капитан ҡыҙы» повесында һәм Есениндың «Пугачев» драматик поэмаһында, йыш ҡына төп геройҙарҙың береһе була.

Юлбаҫар һәм каторжник

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы буйынса — крәҫтиән, Тверь өйәҙенең Мошкович ауылында Тверь архиерейы Митрофан биләмәһендә тыуған. Ун биш йәшенә тиклем ата-әсәһенә ярҙам итә, һуңынан оброкка күсерелә һәм мәскәүгә күсеп китә, унда ул ылаусы булып эшләй. Тап шунда ул урам талаусылары шайкаһы менән таныша һәм уларҙың бер нисә енәйәт эштәрендә ҡатнаша. Көмөш әйберҙе урлауҙағәйепләнеп, ҡулға алына, әммә ул Чернигов полкының һалдаты тип алдата, шуға күрә уны шпицрутендар менән язалайҙар, мең кеше аша алты тапҡыр үткәрәләр. Шунан ул һалдатҡа ебәрәләр, ул ҡасып ҡайта һәм өйҙә өс йыл йәшә.

Артабан уны ат урлауҙа ғәйепләп (ул алмаштырып алған ат урланған булып сыға), «сыбыртҡы менән һуғып» Ырымбур губернаһына һөрәләр. Ырымбур губернаһында Хлопуша Бәрҙе слободаһында йәшәй, найм буйынса поместьеларҙа һәм Покров баҡыр заводы янындағы Ашҡаҙар руднигында (Башҡортостандың Йылайыр районы Дмитриевка ауыл Советы территорияһында) йәшәгән, заводҡа граф А. И. Шувалов хужа була. 1761 йылда Бәрҙе слободаһында йәшәгән Анна Ивановаға өйләнә, 1763 йылда уларҙың Иван исемле улы тыуа. Талауҙарҙа, юлдарҙағы юлбаҫарҙар һөжүмдәрендә ҡатнашып. Бәлки, ошо ваҡытта уға Хлопуша (алдаҡсы, тел биҫтәһе, ғәйбәтсе — Урал халыҡ һөйләшенән) ҡушаматы йәбешкәндер, сөнки аралашыусан, һүҙгә әүәҫ кешене шулай тип әйтергә мөмкин[1].

1768 йылда үҙенең ике иптәше менән бергә бер бай татарҙы талағандары өсөн ҡулға алына. Екатеринбург канцелярияһының билдәләмәһе буйынса, уның «танау тишектәрен өҙҙөрөп, битенә тамғалар ҡуйғандан һуң» Тубыл ҡалаһына каторгаға ебәрелә[2], унан да Хлопуша ҡаса, әммә уны тотоп алына һәм Ырымбур ҡалаһына оҙатыла. Ырымбурҙа уны «тдүртенсе тапҡыр сыбыртҡы менән ҡамсылайҙар һәм бында ҡала эшендә мәңгегә ҡалдыралар»[3].

1773 йылдың 30 сентябрендә Пугачевтың отряды Ырымбурға етеп килгәндә, коллегия советниктары Мясоедов һәм Тимашевтарҙың кәңәше буйынса, Ырымбур хәрби губернаторы Рейнсдорп Хлопушаны төрмәнән сығарырға ҡуша, ул уны Яйыҡ, Илецк һәм Ырымбур казактарына самозванецты тотоп бирергә тәҡдим итеп хаттар ебәрергә ниәт итә, казактарға әжер һәм ярлыҡау вәғәҙәләй. Бынан тыш, Хлопуша ихтилалсыларҙың дарыһын яндырыға һәм пушкаларын сигәләргә ҡушыла, был эш өсөн Хлопушаға ярлыҡау һәм аҡсалата бүләкләү вәғәҙәләнә. 2 октябрҙә Һаҡмар ҡаласығына Хлопуша килеп етә, уПугачев та унда була, Хлопуша губернаторҙың бойороғо тураһында һөйләп бирә һәм баш күтәреүселәр ғәскәрендә һуғышырға теләк белдерә. Хлопуша өсөн уның менән бергә 1772 йылғы ихтилалдан һуң Ырымбур төрмәһендә ултырған танышы Максим Шигаев яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала[4].

17 октябрҙә Хлопушаны Пугачев Демидовтың Әүжән-Петровск заводына приказчик һәм крәҫтиәндәргә хаттар менән ебәрә[5]. пушкаларҙы ҡойорға риза булған кешеләрҙе табырға һәм ошо эште ихтилалсылар өсөн башҡарыуҙы ойоштороға кәрәк була. Хлопуша завод крәҫтиәндерен ғәскәр башында ысын император Петр Федорович торғанына инандыра һәм ядроларҙыҙың ҡойоуҙы ойоштороп, 500 кешенән отряд туплай, заводтарҙа 6 пушка, 120 ат, бер өйөр үгеҙ алып, Бәрҙе слободаһына кире ҡайта, бының өсөн ул Пугачевтан полковник дәржәһен ала[6].

Ноябрь аҙағында Хлопуша үҙенең полкын менән Верхнеозерный нығытмалар линияһына баш күтәреүселәр ғәскәренең походында ҡатнаша. Нығытамны ала алмағандан һуң Ильин ҡәлғәһен яулап ала. Ырымбур ҡамауында ҡатнаша, бигерәк тә 1774 йылдың 13 ғинуарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә: Пугачевтың булмауы менән файҙаланым, сабауылға сыҡҡан хөкүмәт ғәскәрҙәре еңелеүгә дусар булалар, 281 кеше һәләк була, 123 — яралана:, ихтилалсылар 13 пушка тартып алалар[7].

1774 йылдың февраль уртаһында Хлопуша үҙенең отряды менән Соль — Илецк ҡәлғәһенә походҡа сыға һәм уны 18 февралдә яулап ала. Ҡәлғәлә Хлопуша отрядын урындағы һалдаттар һәм казактар, шулай уҡ тоҙ промыслалыры каторжандары менән тулыландыра[8].

1774 йылдың 22 мартында Татищев ҡәлғәһе эргәһендә Голицын һәм Мансуров корпустары Пугачевты тар-мар итәләр. Еңелеүҙән һуң Хлопуша Бәрҙе слободаһында йәшәгән ғаиләһен йәшерергә рөхсәт һорай, әммә Сәйет слободаһы татар старшиналары 24 мартта уны тотоп алалар һәм Рейнсдорпҡа хәбәр итәләр: «злодеев Хлопушу, трех яицких казаков, в том числе и палача, в ночное время поймав, заковали и к вашему высокопревосходительству при сем отправили, а что касается до жены, сына и имения его, Хлопуши… то мы по рассветании дня, освидетельствовав, за пристойным конвоем отправить имеем»[9].

1774 йылдың 10 июлендә Ырымбур тикшереү комиссияһы Хлопушаға хөкөм сығара: «уға мәйет кәфенен кейҙереп, ҡала майҙанындағы эшафотҡа алып барырға», шунда «башын киҫеп алып, башын…ҡаҙыҡҡа кейҙерергә, ә кәүҙәһен ерләргә», уның киҫелгән башы язалауҙан һуң Ырымбурҙың төп майҙанында ҡолғаға кейҙерелә.

Хлопуша образы нәфис әҙәбиәттә, кинола һәм театрҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хлопушаны Пушкин бер нисә мәртәбә « Пугачёв тарихында» (1834), «Капитан ҡыҙы» (1836) повесында — Хлопуша Пугачев менән бәхәскә инергә ҡурҡмаған тәрән аҡыллы сәйәсмән итеп күрһәтелә («Ты поторопился назначить Швабрина в коменданты крепости, а теперь торопишься его вешать. Ты уж оскорбил казаков, посадив дворянина им в начальники; не пугай же дворян, казня их по первому наговору»).
  • Хлопушаның сағыу образы Есениндың «Пугачёв» (1921 драматик поэмаһында күрһәтелә. Сергей Есенин Хлопушаның монологын уҡырға бик ныҡ яратҡан. Архивтарҙа Есенидың башҡарыуындағы фонограмма һаҡланған[10].
  • Театр сәхнәһендә Хлопушаның образын Владимир Высоцкий Юрий Любимовтың Есенин поэмаһы буйынса ҡуйылған «Пугачёв» спектаклендә сәхнәләштерҙе.
  • Пугачев тураһында төшөрөлгән фильмдарҙа Хлопушаның ролен башҡарҙылар: Владимир Уральский, «Пугачёв» фильмы (1937); Николай Крючков, «Салават Юлаев» фильмы (1940); эпизод оҫтаһы Фёдор Одиноков, «Емельян Пугачёв» фильмы (1978).
  1. Мауль В. Я. Штрихи биографии пугачёвского атамана А.Т. Соколова: новые версии и подходы // Вестник Сургутского Государственного педагогического университета. — 2014. — № 4 (31). — С. 134–141.
  2. Горелов A. A. Приговор Афанасию Хлопуше 6 марта 1768 г. // Вестник Ленинградского университета. — 1965. — № 8. — С. 160–162.
  3. Лимонов—Панеях, 1974, с. 145145
  4. Дубровин, т.II, 1884, с. 37—4637—46
  5. Именной указ приказчикам Авзяно-Петровского завода // Документы ставки Е. И. Пугачёва, повстанческих властей и учреждений 1773—1774 гг.. — М.: Издательство «Наука», 1975. — С. 30–31.
  6. Жижка М. В. Допрос пугачёвского атамана А. Хлопуши // Красный архив. — 1935. — № 1(68).
  7. Овчинников Р. В. О победе отрядов Е. И. Пугачёва под Оренбургом // Исторический архив. — 1960. — № 1.
  8. Дубровин, т.II, 1884, с. 288—289288—289
  9. Дубровин, т.II, 1884, с. 378378
  10. [./YouTube ]