Ходченкова Светлана Викторовна
Светлана Ходченкова | |
| |
Исеме |
Светлана Викторовна Ходченкова |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
2003 — әлеге көнгәсә |
IMDb | |
Ходченкова Светлана Викторовна Викимилектә | |
Ходченкова Светлана Викторовна (21 ғинуар 1983 йыл) — Рәсәй театр, кино һәм телевидение актёры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Светлана Викторовна Ходченкова (кейәүҙә — Яглыч) 1983 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған. Оҙаҡ ваҡыт әсәһе менән Железнодорожный ҡалаһында йәшәгән. 16 йәшендә күпмелер ваҡыт модель агентлығында эшләп алған.
Кинолағы дебюты — Станислав Говорухиндың «Благословите женщину» фильмында роль (2003). Был роль өсөн ул «Ника» кинопремияһына күрһәтелә. Карьераһын «Талисман любви» тарихи телесериалында күрәҙәсе Кассандра роле менән дауам итә (2005).
2005 йылда Борис Щукин исемендәге театр институтын, М. Борисов курсын тамамлай. Шул уҡ йылда режиссёр Станислав Говорухиндың «Не хлебом единым» таҫмаһында Надежда Дроздова ролен башҡара. 2007 йылда Ходченкова режиссёр Павел Санаевтың «Нулевой километр» фильмында төшә. 2009 — 2013 йй. режиссёр Марюс Вайсберг менән эшләй: йырсы Вера Брежнева һәм актриса Анастасия Задорожная менән бергә «Любовь в большом городе» трилогияһында уйнай.
2011 йылда актрисаның Голливудта дебюты була[1] — «Шпион, выйди вон!»[2] картинаһын Светлана үҙенең америка коллегалары Гэри Олдмен, Колин Фёрт һ.б. менән на Венеция кинофестивалендә күрһәтә.
Ходченкова һуңынан тағы бер америка картинаһы «Росомаха: Бессмертный» фильмында уҫал Ҡара йылан ролен башҡара.
Шунан «Василиса», «Чемпионы», «Кровавая леди Батори» фильмдарында уйнай.
2016 йылдың 29 декабрендә экрандарға «Викинг» тарихи фильмы сыҡты, унда Ходченкова төп ролдәрҙең береһен башҡара.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[3]. Рәсәй кинематографистары берлеге ағзаһы.