Хотондар
Хотондар | |
Дәүләт |
Монголия Ҡытай |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Увс[d] һәм Внутренняя Монголия[d] |
Халыҡ һаны | 12 057 кеше (2020)[1] |
Хотондар (монг. Хотон) — ҙур булмаған этник төркөмө. Башлыса Убсунунур аймағының Тариалан сомонында (совет карталарында — Тарялан) (монг. Игенселек) Убсу-Нур күленән көньяҡҡа табан йәшәйҙәр. Шулай уҡ улар күпләп Тариалан сомонынан күрше ятҡан Наранбулаг сомонында (совет топографик карталарында Наран-Булак) һәм Убсунур аймағының административ үҙәге Улангом ҡалаһында йәшәйҙәр.
Тарихы һәм сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге йәшәгән урындарына хотондарҙы өс быуат элек жунғар ханы Галдан Бошоғту күсергән, тип һанала[2]. Икенсе версия буйынса, хотондар Синьцзян ҡатнаш төрки халҡының нәҫеле, уларҙы XVII—XVIII тәүге яртыһында Цин династияһы ғәскәре әсирлеккә алған[3]. Академик Б. Я. Владимирцов[4], сәйәхәтселәр һәм тикшеренеүселәр П К. Козлов һәм Б Б Барадийн[5][6], этнограф һәм географ Г. Н. Потанин хотодарҙың сығышы мәсьәләһендә ҡара-ҡырғыҙ элементына өҫтөнлөк бирәләр һәм хотондар этногенезында ҡырғыҙҙарҙың айырыуса роленә иғтибер итәләр[7][8]. Хотондар араһында тикшеренеүҙәр үткәргән ХХ быуаттың беренсе яртыһында иң күренекле Рәсәй төркиәтселәрәенең береһе А. Н. Самойлович шулай уҡ ошо фаразды яҡлап сыға:: «…хотондарҙың ышаныуҙары ғына фекер йөрөткәндә, уларҙың сосатвына ҡара-ҡырғыҙҙар, көнсөғөш-төркөстан һарттары һәм, бәлки, ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙар» инеүе бар. Шул уҡ ваҡытта ғалим лингвистик аналз һөҙөмтәһендә хотондарҙың сығышы мәьәләһендә ҡҡара-ҡырғыҙ элементына өҫтөнлөк бирә һәм дәлил итеп Г. Н. Потанин килтергән һарыбаш ырыуы тураһындағы хотон легендаһына һылтана (ҡырғыҙҙарҙың да һарыбаш ырыуы бар). Әлеге легенда, А. Н. Самойлович фекеренсә, һис шикһеҙ ҡара-ҡырғыҙҙар менән бәйле. . Хәҙерге заман ғалимдары ла оҡшаш позицияларҙа[9].
Башҡа бер нисә сығанаҡ хотондарҙы уйғырҙар менән яҡынайта. Антропологик яҡтан хотондарҙың уйғырҙар менән оҡшашлығы табыла[10]. Элек хотондар һөйләшкән хотон теле уйғыр теленең диалекты тип һанала һәм ҡарлуҡ телдәре составына индерелә[11].
Антропологик тибы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хотондар урындағы халыҡтарҙың (һәм бөтә монголдарҙан) антропологик тибы менән айырылып тора, сөнки күпләп ҡатнаш никахтар инеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың йөҙҙәрендә памир тибы һыҙаттары һаҡлана[2].
Генетикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хотондарҙа R1a1 Y-хромосомалар гаплотөркөмө йөрөтөүселәр һаны бик юғары — 83 % , был гендар дрейфы һөҙөмтәһе шешә ауыҙы эффекты менән аңлатыла: XVII быуатта төньяҡ-көнбайыш регионына күсенгән ҙур булмаған ата-бабалар төркөмөненән барлыҡҡа килгән популяция, моғайын, "шешә ауыҙы"н әлеге популяция бер нисә тапҡыр үткән[12]. 1999 йылда монгол ғалимдары Ц. Цэрэндаш һәм Ж. Батсуурь кғилми хеҙмәт баҡтыралар, улар Тариалин сомоны хотондарын тикшергәндәр һәм уларҙың генофондына бик ҙур генетик өлөштө ҡырғыҙҙар, артабан үзбәктәр һәм уйғырҙар индергә, ә ҡаҙаҡтарҙың генетик өлөшө бик бәләкәй булған тигән һығымтаға килгәндәр[13]. Үҙ сиратында 2005 йылда япон, корей, ҡытай һәм монгол тикшеренеүселәре төркөмө, хотондарҙың һәм башҡа монгол халыҡтарының ДНК Х-хромосомдарын тикшергәндән һуң, хотондар халха, үрәнхайц һәм захчиндарҙан бик ныҡ айырыла, тигән фекергә килгәндәр. Авторҙар фекере буйынса, был хотондар төрки популяцияһы нәҫеле гипотезаһын раҫлай[14].
Һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1956 | % | 1963 | % | 1969 | % | 1979 | % | 1989 | % | 2000 | % | 2007 баһ.[16] |
% | 2009 баһ.[17] |
% | 2010 [18] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2 603 | 0,31 | 2 874 | 0,28 | 4 056 | 0,34 | 4 380 | 0,28 | 6 076 | 0,31 | 9 014 | 0,38 | 6 904 | 0,27 | 10 249 | 0,38 | 0,43 |
Хотондарҙың ағымдағы паспорт иҫәбе буйынса аҙ һанлығы үҙбилдәнеш тирбәлеүенә бәйле булыуы бар. Халыҡ иҫәбен алған саҡта, шәхси документтарҙа теркәлгәндән айырмалы рәүештә, телдән башҡа этник сығыш күрһәтелә.
Теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элек хотондар төрки төркөмөнә ҡараған үҙ теле — хотон телен ҡулланғандар. Хәҙерге ваҡытта хотондар тулыһынса ойрат теле диалектына күскән, был диалектта Убсунур аймағының төп этносы дербеттар теле. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүсенсә, хотондарҙың телмәрендә халхас йоғонтоһон кисергән дербеттар һәм бәйәттәрҙең телендә юғалған һыҙаттар һаҡланып ҡалған[2].
Дин үҙенсәлектәрҙе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи хотондар бөтәһе лә мосолман булған[3], ләкин быуаттар дауамында шаманлыҡ элементтары менән буддизмға инанған халыҡтар араһында йәшәү сәбәпле хотондар күпселек ислам йолаларын онотҡан, урындағы халыҡтан ислам ҡануниәтенә тап килмәгән йолаларҙы ҡабул иткән[2]. Шуға ҡарамаҫтан, был төрки этник төркөмдә төрки һәм иосолман сығыш тураһында иҫтәлектәр һаҡлана. Йола практикаһында ислам доғаларының өҙөктәре ҡуллана (хотон телендә), малайҙарға ҡарата бестереү йолаһы дауам итеү һаҡлана. Әлеге ваҡытта ислам традицияларын тергеҙеү маҡсатында ҡайһы бер аҙымдар эшләнә[19].
Хужалыҡ үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баштан уҡ хотондар игенселәр булар, уларҙың Хархир-Ғол йылғаһы тирәһендә йәшәгән урындарҙа 300 йыл элек һуғарыу системаһы булдырылған, был үҙенсәлек хотондарҙы эргә-тирәләге малсылыҡ менән шөғөлләнгән күсмә халыҡтарҙан айырып торған. Әлеге айырмалар хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып килә, хотондарҙың күпләп йәшәгән районға «Игенселек» (монг. Тариалан).исемен биреү осраҡлы түгел.
Ырыу-ҡәбилә составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хотондарҙы этник составы ете этник берәмектән тора. Г. Н. Потанин киләһе ете ырыу исемен яҙып алған: адже-хурмән, яс, илбә, бурут, өтзөбөк, ҡасыл, жуппар[20]. 1911 йылда Б. Я. Владимирцов яҙып алған исемлек киләһе рәүештә: шаавай, шалбаҡ, үзбәк, нилва, жес, хәсән, хоҙайбирҙе[21]. 1958 йылдаС. Бадамхатан яҙып алған исемлектә шаавай, бурд, оғотор, холидог (хочгууд), зочгууд (хочигалд), хәсән, шалпаҡ күрһәтелгән[22]. 2011 йылдарҙағы ялан тикшереүҙәр барышында Убсунур аймағының Тариалан сомонында Б. З. Нанзатов элкендәрҙең түбәндәге ете ырыуҙы теркәй: шаавай, бурдууд, холидог, шалбағ, охтор, хочигалд һәм хаснууд.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.1212.mn/en/statistic/file-library/view/47811308
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 «Культура монголов: традиции и современность». О хотонах — мусульманах Монголии. Передача «Радио Монголии» в эфире радио «Голос России». 05.01.2009(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 Большая Советская Энциклопедия. Статья «Хотоны»
- ↑ Владимирцов Б. Я. Новые данные о хотонах // Записки Восточного Отделения Имп. рус. арх. Общества. — Пг.: Тип. Имп. АН, 1916. — Т.23. — С.265-277; Владимирцов Б. Я., Самойлович А. Н. Турецкий народец хотоны // Записки ВОИРАО. — Пг.: Тип. Имп. АН, 1916. — Т. XXIII, С.265—290.
- ↑ Козлов П. К. Монголия и Кам. Трёхлетнее путешествие по Монголии и Тибету (1899—1901) / П. К. Козлов. — 2-е сокр. изд. — М.: Географгиз, 1948. — 439 с.
- ↑ Дугаров Р. Н. Монголоязычные хотоны Алашани (КНР) Оригинальная версия: // Эпос «Манас» как историко-этнографический источник. Тезисы международного научного симпозиума, посвящённого 1000-летию эпоса «Манас». — Бишкек, 1995. — С. 43—45.
- ↑ Потанин Г. Н. Тангуто-тибетская окраина Китая и Центральная Монголия. Путешествие 1884—1886. — СПб.: Тип. А. С. Суворина, 1893. — Т.1.
- ↑ Потапов Л. П. Этнический состав и происхождение алтайцев. Историко-этнографический очерк. — Л.: Наука, 1969.
- ↑ Хабижанова Г. Б., доктор исторических наук, профессор кафедры истории Казахстана КазНУ им. аль-Фараби. Статья «Казахские племена в контексте сравнительно-исторического изучения».
- ↑ Народы России, от прошлого к настоящему: Антропология. — Старый сад, 1998. — С. 133.
- ↑ Языки Азии и Африки: Алтайские языки. 5. — "Наука," Издательская фирма "Восточная литература", 1993. — С. 190. — 429 с. — ISBN 9785020176348.
- ↑ https://web.archive.org/web/20071008104359/http://www.imbice.org.ar/es/lab_06_b/06.pdf Toru Katoh, Batmunkh Munkhbat, Kenichi Tounai, Shuhei Mano, Harue Ando, Ganjuur Oyungerel, Gue-Tae Chae, Huun Han, Guan-Jun Jia, Katsushi Tokunaga, Namid Munkhtuvshin, Gen Tamiya, Hidetoshi Inoko: Genetic features of Mongolian ethnic groups revealed by Y-chromosomal analysis. GENE. Section Evolutionary Genomics 2004
- ↑ Ц. Цэрэндаш, Ж. Батсуур. «Хотон угсаатны популяци дахь удасшлын полиморф системийн судалгаа». Монголын анагаах ухаан, 1999, 4(109) 2020 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ Toru Katoh; Shuhei Mano; Batmunkh Munkhbat; Kenichi Tounai; Ganjuur Oyungerel; Gue-Tae Chae; Hoon Han; Guan-Jun Jia; Katsushi Tokunaga; Namid Munkhtuvshin; Gen Tamiya; Hidetoshi Inoko. Genetic features of Khoton Mongolians revealed by SNP analysis of the X chromosome.
- ↑ «Монгол улсын ястангуудын тоо, байршилд гарч буй өөрчлөлтyyдийн асуудалд» М. Баянтөр, Г. Нямдаваа, З. Баярмаа pp. 57—70 2009 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Государственный центр регистрации граждан и информации (на монг.) 2011 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ Кручкин Ю.Н. Монголия. Географическая энциклопедия. Улан-Батор 2009.
- ↑ Результаты переписи населения 2010 года
- ↑ Кто вы, хотоны? Мусульмане Монголии. По материалам статьи Дорджи Басаева «Известия Калмыкии». Ислам.ру(недоступная ссылка) (недоступная ссылка с 05-07-2018 (2339 дня))
- ↑ Грумм-Гржимайло Г. Е. Западная Монголия и Урянхайский край. Т. 3. В. 1. — Ленинград, 1926. — С. 275—276.
- ↑ Нанзатов Б. З. Этнический состав и расселение народов Монгольского Алтая и Прихубсугулья в начале XX века // Известия Иркутского государственного университета. Серия: Геоархеология. Этнология. Антропология. — 2013. — № 2.
- ↑ Бадамхатан С. Хотон // Монгол улсын угсаатны зуй. — Улаанбаатар: Монсудар, 2012. — Т. 3. — С. 259—296. — На монг. яз.