Эстәлеккә күсергә

Һарттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Һарт ҡарты» (С. М. Прокудин-Горский фотоһүрәте, 1907 йылдың ғинуары).
Һарт Йософ бай

Һарттар — XVXIX быуаттарҙа Урта Азия халҡының бер өлөшөнөң дөйөм атамаһы. Ҙур Совет Энциклопедияһына ярашлы, 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем «һарт» атамаһын ултыраҡ үзбәктәргә ҡарата Урта Азияның күсмән өлөшө, йәғни ҡырғыҙҙар һәм ҡаҙаҡтар, ҡулланған. Ташкент, Фирғәнә, Хәрәзм оазистарында һәм Көньяҡ Ҡаҙағстанда ултыраҡ халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме булып тора[1].

«Һарт» һүҙенең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, «һарт» һүҙе XIII быуатта Плано Карпиниҙа осрай һәм был һүҙҙең этимологияһы (килеп сығышы) бөгөнгәсә асыҡланмаған[2].

«Һарт баштан уҡ төрки һүҙе булған, „сауҙагәр“ тигәнде аңлата; әлеге мәғәнәлә Кутадгу биликта (Радлов һүҙлегенән цитата; Һүҙлек, IV, 335) һәм Мәхмүт Ҡашғари хеҙмәтендә (1, 286) ҡулланыла. Радловтың „Саддхарма пундарики“ ҡытай теленән уйғыр теленә тәржемәһендә sarthavaha, йәки sarthabaha, „сауҙагәр, каруанды йөрөтөүсе“ — санскрит һүҙе; был һүҙ „өлкән сауҙагәр“ (сатыкчи удугы) тип аңлатыла. Ошонан сығып, Радлов, төрки һарт һүҙе һинди теленән алынған тигән һығымта яһай (Kuan-si-im Pusar, 37)»[3].

Һарт һүҙенең килеп сығышын Яҡсарт (Һырдаръя) йылғаһы исеме менән бәйләү Шәкәрим Хоҙайбирҙе улы һәм Заварницкийҙың хеҙмәттәрендә осрай[асыҡлыҡ]. Заварницкий, мәҫәлән, Яҡсарт йылғаһының атамаһын «яҡа» — йылға йәки «тиҙ хәрәкәт итеү», «ынтылыу» һәм «сарт» — һалҡын, боҙло, туңған фарсы һүҙҙәренә бәйләй. Әммә Шәкәримдың да, Заварницкийҙың да версиялары бик һирәк ҡулланыла, бәлки, Яҡсарт һүҙенең килеп сығышы ҡаршылыҡлы версияларға таянған булғанғалыр.

Һарттарҙың антропологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарт ирҙәренең уртаса буйы 1, 69 м, ҡатын-ҡыҙҙарҙың — 1,51 м һәм (ҡатын-ҡыҙ); һимереүгә бирелеүсәндәр, тән тиреһе — ҡуңыр, сәстәре — ҡара, ҡүҙҙәре — ҡара-көрән, һаҡалдары ҙур түгел. Брахицефалдар (баш күрһәткесе 85,39), ҙур булмаған йәки уртаса баш һөйәкле, ҡаштары — дуғаланып тора, ҡуйы, күҙҙәре бик һирәк тура булмаған һыҙыҡта урынлаша; танауҙары тура, ҡайһы берҙә бөгөлгән. Ғөмүмән, бите оҙонса. Ҡайһы берҙә бер аҙ алға сыҡҡан яңаҡтар, ҡыҫыҡ күҙҙәр, күҙ соҡорҙары араһы (межорбитное расстояние) ҙур булған осраҡтар бар[2].

Һарттар теле тураһында Брокгауз һәм Эфрондың энциклопедик һүҙлегендә түбәндәге аңлатма бирелә: «Һарттар ҡиәфәте менән тажиктарға бик ныҡ тартым, әммә улар араһында һибелеп йәшәгән һәм үҙенең фарсы телен һаҡлап ҡалған һуңғыларҙан айырмалы рәүештә, һарттар үҙенсәлекле, һарт теле исеме аҫтында билдәле булған төрки телендә һөйләшә. П. И. Лерх фекеренсә, һарттарҙың һөйләше сағатай әҙәби теленә яҡын, ә ҡайһы бер урындарҙа үзбәктәрҙең һәм ҡаҙаҡтарҙың халыҡ һөйләштәренә яҡыныраҡ тора»[2].

Үзбәкстан этник атласы, Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге мәғлүмәттәрен раҫлап, һарттар үҙенсәлекле һарт телендә (сарт тили) һөйләшкәнен билдәләй. Уны сығатай теленең дауамы йәки бер төрө тип һанап була[4].

Николай Остроумовтың һүҙҙәре буйынса, «һарттарҙың теле үҙ нигеҙендә төрки, әммә ҡырғыҙ, үзбәк, татар һәм төрөк телдәренән айырыла һәм һарт теле исеме аҫтында билдәле»[5].

Совет тарихи энциклопедияһы буйынса «о» йәки «йо» һөйләштәре бар[6].

1897 йылғы Рәсәй империяһының беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу барышында туған тел һәм Рәсәй империяһы өйәҙҙәре буйынса һарттар үзбәктәр, ҡараҡалпаҡтар, ҡаҙаҡтар, ҡашғар һәм ҡыпсаҡтарҙан айырым иҫәпләнәләр[7].

Рәсәй империяһы өлкәләре 1897 йылда һарттар, кеше үзбәктәр, кеше ҡыпсаҡтар, кеше ҡашҡарҙар, кеше
Фирғәнә өлкәһе 788 989 153 780 7584 14 915
Һырдаръя өлкәһе 144 275 64 235
Сәмәрҡәнд өлкәһе 18 073 507 587 16 993
Семиреченск өлкәһе 14 895
Каспий аръяғы өлкәһе 778 470
Семипалатинск өлкәһе 495
Аҡмулла өлкәһе 368 313
Турғай өлкәһе 130

1897 йылғы Рәсәй империяһының беренсе бөтә дөйөм халыҡ иҫәбе буйынса 968 655 һарт иҫәпләнә, уларҙың тулайым һаны узбәктәрҙең (534 726 кеше) һанынан күберәк була һәм империяның төрөк-татар һөйләштәрендә (төрки һөйләштәр) аралашҡан башҡа халыҡтар араһында ҡырғыҙ-кайсактарҙан (4 084 139 кеше), татарҙарҙан (3 627 737 кеше) һәм башҡорттарҙан (1 321 363) ҡалышып, дүртенсе урынды биләй[7].

ЭСБЕ-ға ярашлы һарттарҙың дөйөм һаны 800 000 кешегә етәһәм 1880 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Төркөстандың барлыҡ халҡының — 26 % һәм ултыраҡ халҡының 44 % тәшкил итә. Һырдаръя өлкәһендә - 210 меңдән ашыу, Фирғәнә өлкәһендә - 350 мең тирәһе, Сәмәрҡәнд өлкәһендә 150 меңдән ашыу һарт йәшәй. Төркөстан крайының көньяҡ-көнсығышы буйлап Төркөстан һәм Әүлиә-ата ҡалаларына тиклем бик күп һарт ауылдары урынлашҡан. Семиреченск өлкәһендәге төрлө ҡалаларҙа һибелеп йәшәгән һарт сауҙәгәрҙәрҙең (5000 меңгә яҡын) ҡайһы берҙәре генә бында даими йәшәү урыны итеп тороп ҡала[2].

Әйтергә кәрәк, В. И. Бушков һәм Л. С. Толстова, Рәсәй империяһының Урта Азия биләмәләрендә халыҡ иҫәбен алыу теүәл үткәрелмәгән, етди етешһеҙлектәр бар, тип һанайҙар. Улар фекеренсә, төбәк телдәре араһында үзбәк теле менән бер рәттән һарт теле күрһәтелеүе ысынбарлыҡҡа тап килмәй[8].

В. И. Бушков һәм Л. С. Толстова фаразлауынса, 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында: 1) ырыуҙарға бүленмәгән һәм боронғо иран телле төп халыҡ менән буталған үзбәктәр; 2) ҡала тажиктарының ҡайһы бер төркөмдәре һарттар тип күрһәтелгән. Шул уҡ ваҡытта ырыуҙарға бүленгән һәм күпселегендә ярым күсмә тормош алып барған кешеләр үзбәктәр тип аңларға кәрәк, тиҙәр[8].

Сағатай әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Бабур һәм Алишер Навои үҙҙәренең яҙма хеҙмәттәрендә Урта Азия төбәгендә йәшәүсе башҡа халыҡтар менән бер рәттән һарттарҙың булыуын да таный, әммә үҙҙәрен был этнос вәкилдәре тип иҫәпләмәй[4]. Бабур тажиктарҙы һарттарҙан айырғанға оҡшай, әммә айырмаһын бер нисек тә күрһәтмәй; мәҫәлән, Фирғәнәне тасуирлағанда, төркиҙәргә һәм төрки теленә һарттар һәм һарт теле ҡапма-ҡаршы ҡуйыла[9].

П. И. Пашино үҙенең «Төркөстан крайы 1866 йылда» (1868) исемле юлъяҙмаларында ошолай яҙа: «тәүге күреүҙән үк һарттың тибы һәм характеры уның арий сығышы тураһында һөйләй. Әлбиттә, Төркөстан өлкәһендә үҙҙәрен һарт тип исемләгән һәм йөҙҙәрендә кире ҡаҡҡыһыҙ монгол сағылышын йөрөткән күп кенә шәхестәрҙе осратып була». Артабан Пашино, Южаков менән бәхәсләшеп, «һарт уны тажик тип әйтһәләр, үҙен бик ныҡ кәмһетелгән тип һанар ине, сөнки тажиктарҙы ҡол һәм „күңелендә шиит“, йәғни кафыр, тип иҫәпләй. Шуға күрә Пашино һарттарҙы тажиктар менән бутамаҫ өсөн булһа ла, уларҙы „арий сығышлы айырым халыҡ“ тип иҫәпләргә риза»[10].

Арминий Вамбери үҙенең «Урта Азияға сәйәхәт» исемле әҫәрендә һарттарға киләһе баһа бирә: «Бохарала һәм Кокандта тажик тип исемләнгән һарттар — Хәрәзмдың боронҡо фарсы халҡы, һаны уларҙың сағыштырмаса ҙур түгел. Яйлап улар үҙҙәренең туған фарсы телен төрки теле менән бутағандар. Һарттарҙы, тажиктарҙы кеүек, уларҙың мәкерлегенән һәм нәфислегенән танып була; үзбәктәр уларҙы бигүк яратып бармай. Ҡыҙығы шунда, инде биш быуат дауамында бергә йәшәгәнлеккә ҡарамай, үзбәктәр һәм һарттар араһында ҡатнаш никатар юҡ тиерлек»[11].

Урта Азия мәғрифәтселәре лидеры Мәхмүтхужа Бәһбүди «Оина» (Зеркало) журналында 1915 йылда (22-се, 23-сө, 25-се һәм 26-сы һандар) «Аңлайышһыҙ һүҙ һарт» темаһы буйынса дискуссия алып бара. Һуңынан ул «Һарт һүҙе аңлайышһыҙ булып ҡалды» исеме аҫтында тағы бер мәҡәлә баҫтыра. Бәһбүди өсөн һарт этнонимы килеп сығышы мәсьәләләрен тәрән этнографик тикшереүһеҙ асыҡлап булмай.

Академик Бартольд яҙа: «Күсмә халыҡтар ултыраҡ тормош алып барған халыҡҡа ҡарата асыҡтан-асыҡ ерәнеү тойғоһо менән ҡулланған һәм халыҡ этимологияһы был һүҙҙе „һары эт“ тип аңлатҡан һарт һүҙе бөтөнләй ҡулланыштан сығарылған, хәҙерге ваҡытта үзбәк милләте генә таныла»[12]

Көнсығыш белгесе Александр Семёнов фекеренсә, һарттар тип, дөйөм алғанда, Урта Азияның бөтә ултыраҡ халҡын исемләйҙәр. Бигерәк тә был атама урындағы урыҫтар араһында үзбәктәр, тажикар һәм башҡа халыҡтар өсөн дөйөм термин булараҡ ҡулланыла. Ҡаҙаҡтар, Семёнов һүҙҙәренсә, ултыраҡ тормош алып барған тажиктар һәм үзбәктәр менән игенселек менән шөғөлләнә башлаған ырыуҙаштарын атай. Ултыраҡ үзбәктәр һарттар тип Хиуа, Фирғәнә һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәүсе төрки телле, әммә телдәрендә күп кенә фарсы һүҙҙәрен һаҡлап ҡалған халыҡты йөрөтә[13][14].

Ғалим-ориенталист П. Кузнецовтың фекеренсә,"даими рәүештә төркиҙәр менән аралашҡанға күрә, тажик сабый саҡтан үҙенең туған теле менән бер рәттән һарт телен өйрәнә…Ҡатнаш никахта, мәҫәлән, тажик һарт ҡыҙына өйләнәме йәкитажик ҡыҙы һартҡа кеәүгә сығамы ғаиләлә өҫтөнлөклө тел һарт теле була, әлбиттә. Бындай осраҡтарҙа балаларҙың күпселеге тажик һөйләшенә лә хатта өйрәнмәйәсәк". Ошо уҡ ваҡытта тажиктар, бөтә тажиктар — ҡол, тигән стереотип арҡаһында үҙҙәрен һарт тип исемләгән[15].

«Һарт» һүҙе аҫтында төрлө ҡәбиләләрҙе берләштереү ҡайһы бер күсмә ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ һәм, ырыуҙарға бүленмәйенс, ултыраҡ тормош алып барған халыҡтарҙы айырыу өсөн ҡулланылған. Төркмәндәр ырыуһыҙ ултыраҡ тормош алып барған халыҡты исемләү өсөн татһүҙен ҡулланғандар. Һарттерминын этник мәғәнәлә аңлатыуы ҡатмарлы. Коканд ханлығында һарт йәки «һартия»термины «ултыраҡ, ҡала кешеһе» мәғәнәһендә һәм «күсмә халыҡ» терминынан айырыу өсөн файҙаланылған"[16]. мәҫәлән, Коканд ханлығында хөкүмәт ҡарары «Һарттарҙы һәм ҡаҙаҡтарҙы иҫкәртәбеҙ» тигән һүҙҙәр менән башланған[17]. Ошондай уҡ мәғәнәне «һартар» төшөнсәһенә XIX быуат уртаһы урыҫ тикшеренеүселәре лә һалған. Атап әйткәндә, Л. Н. Соболев яҙғанл: «Күбеһе иҫбат итергә тырышһалар ҙа, һарт бер ниндәй ҙә айырым ҡәбилә түгел. Һарт тип айырмаһыҙ рәүештә ҡалала йәшәүсе һәм сауҙа менән шөғөлләнеүсе үзбәк тә, тажик та исемләнә. Был мещанлытың бер төрө, ҡатлам, әммә ҡәбилә түгел»[18].

Василий Бартольд ҡапма-ҡаршы фекерҙә була һәм һарттарҙы тажиктарҙан — тел яғынан, ә күсмә халыҡтарҙан тормош рәүеше менән айырылған ултыраҡ тормош алып барған төркиҙәрҙең айырым бер этносы тип һанаған.

[[Бохара әмирлеге] территорияһында, йәғни Бохара, Сәмәрҡәнд, Ҡашҡадаръя, Һырхандаръя өлкәләрендә һәм көньяҡ Тажикстанда XVIII—XX быуат башында «һарт» һүҙе халыҡты билдәләү өсөн ҡулланмай[19].

Пәнж йылғаһы үре халҡы, йәғни шуғнандар, рушандар, ваһандар һәм башҡалар 1925 йылда Төркөстан тигеҙлектәре ндә йәшәгән төрөкләштерелгән тажиктарҙы «һарт» тип атаған. Улар янында йәшәгән үзбәктәрҙе үзбәк тигәндәр[20].

Совет тарихнамәһендә 1924 йылдан һуң һарттарайырым этнос булараҡ күрһәтелмәй.

  • Яҡуп-бәк][21] — Көнсығыш Төркөстандағы Ете шәһәр дәүләте хакимы.

Как видно из вышеприведенного, сарт это всего лишь обозначение образа жизни, хозяйственной деятельности, но никак ни этнос, и тем более, не национальность. Как например, мещанин, купец, чиновник. Неаккуратное использование данного слова привело ко многим неясностям и ввело в заблуждение миллионы человек.

  1. Сарты // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Сарты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Бартольд В. В. Сочинения. Москва. 1964. Том II. Часть 2. Стр. 527.
  4. 4,0 4,1 Этнический атлас Узбекистана. Археология узбекской идентичности 2012 йыл 5 август архивланған.
  5. Работы по отдельным проблемам истории Средней Азии Том 2 — Бартольд В. В.
  6. Сарты. Советская историческая энциклопедия
  7. 7,0 7,1 Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку, губерниям и областям
  8. 8,0 8,1 В.И. Бушков, Л.С. Толстова Население Средней Азии и Казахстана (Очерк этнической истории) // Расы и народы : Сборник / Г.П. Васильева. — М.: «Наука», 2001. — В. 27. — С. 141—142. — ISBN 5-02-008738-6.
  9. С.Бобомуллоев: Бартольд В.В о таджиках (к вопросу об этногенезе).
  10. П. И. Пашино: — 3. Туркестанский край в 1866 году
  11. Арминий Вамбери. Путешествие в Среднюю Азию.
  12. В. В. Бартольд, Сочинения, т.2. часть 2. стр. 529.
  13. Семенов А. А. Горные таджики . // Этнографические очерки Зарафшанских гор, Каратегина и Дарваза. 1903.
  14. С.Бобомуллоев: А.Семенов о таджиках (к вопросу об этногенезе) 2017 йыл 13 ноябрь архивланған.
  15. С.Бобомуллоев: П. Кузнецов о таджиках (к вопросу об этногенезе). Часть 2-я 2017 йыл 1 июнь архивланған.
  16. Бейсембиев Т.К. «Тарихи-и Шахрухи» как исторический источник. — Алма-ата, 1987. — С. 78—79.
  17. ГЕРБИ ШЕРДОР. Куда исчезли сарты?
  18. Соболев Л. Н. Географические и статистические сведения о Зеравшанском округе (с приложением списка населённых мест округа)//Зап. ИРГО по отделению статистики. СПб., 1874. Т.4. С. 299. Прим. 1.
  19. Кармышева Б. Х.,Очерки этнической истории южных районов Таджикистана и Узбекистана / АН СССР. Ин-т этнографии. М.: Наука, 1976
  20. С.Бобомуллоев: М.Андреев о таджиках (к вопросу об этногенезе) 2017 йыл 13 ноябрь архивланған.
  21. Якуб-Бек — сын Латифа шакосы 6, сарта, жившого в селении Пскент ташкентского уезда