Хотунок (станция)
Хотунок | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Новочеркасск |
Хужаһы | Северо-Кавказская железная дорога[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1930 |
Киләһе туҡталыш | НЭВЗ[d] һәм Новочеркасск станцияһы |
Тимер юл һыҙаты | Каменоломни — Кизитеринка[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 51340 |
Хотунок Викимилектә |
Хотунок — Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Каменоломни — Кизитеринка һыҙығындағы тмиер юл станцияһы. Новочеркасск ҡалаһының Хотунок биҫтәһендә урынлашҡан. Алыҫ түгел Тузлов йылғаһы аға.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станцияла 8 юл бар. Станциянан Новочеркасск ГРЭС-ына тармаҡ китә[1]
Хотунок станцияһы төрө буйынса йөк станцияһы булып тора. Дөйөм ҡулланышта булмаған урындарҙағы асыҡ һәм ябыҡ келәттәрҙән ваҡ һәм вагон оҙатыуҙарҙы-ҡабул итеүҙәрҙе һәм башҡа операцияларҙы башҡара. Урта тоннажлы һәм ауыр тоннажлы контейнерҙарҙа йөктәрҙе ташыу мөмкинлеге бар. Шулай уө урындағы предприятиеларҙың ҡабул итеү-ебәреү йөктәре башҡарыла.
Хотунок станцияһы аша Каменоломни, Ростов-Главный, Лихая, Чертково туҡталыш пункттарына тиклем ҡала яны электропоездары йөрөй. Билеттарҙы вокзалдың кассаһында һатып алырға мөмкин. Хотунок станцияһынан алыҫ түгел элеватор урынлашҡан. Унан ашлыҡ оҙатыла. Хәҙерге ваҡытта элеватор эшләмәй.[2]
2019 йыл башында станция бинаһына капиталь ремонт башҡарыла.
Коммерция операциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Станцияның асыҡ майҙандарында һаҡланыуға мөмкин булған вагон йөктәрен ҡабул итеү-биреү.
- Тик инеү урындарында һәм дөйөм ҡулланышта булмаған майҙансыҡтарҙа вагондарға тейәлә торған йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү.
- Станцияла 3 һәм 5 тонна күләмендәге универсаль контейнерҙарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү.
- Станцияла 20 т күләмендәге универсаль контейнерҙарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү.[3]
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1981 йылдың 19 авгусында станция биләмәһенән билдәле совет сериялы кеше үлтереүсе Анатолий Нагиев ҡаса. Тиҙҙән ҡулға алына һәм атып үлтерелә. [4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хотунок, Сулин, Красный Сад, бывшая линия Сосыка-Староминская (I)
- ↑ Железнодорожная станция Хотунок 2014 йыл 6 май архивланған.
- ↑ ХОТУНОК 2014 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Валерий Сипетин О тюрьмах на колесах и воде // Наше время : Газета. — 2016. — № 174.