Мартина Храпанова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Храпанова, Мартина битенән йүнәлтелде)
Мартина Храпанова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Словакия
Тыуған көнө 14 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (34 йәш)
Тыуған урыны Ревуца[d], Банска-Бистрица крайы, Словакия
Һөнәр төрө биатлонист
Масса 55 килограмм[1]
Спорт төрө Биатлон
Ҡатнашыусы биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — индивидуальная гонка[d][2] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — спринт (женщины)[d][3]
Бейеклеге/буйы 165 сантиметр[1]
 Мартина Храпанова Викимилектә

Мартина Храпанова (чех Martina Chrapánová; 14 декабрь, 1989) — словак биатлонсыһы, донъя кубогы этаптарының Словакия йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мартина Храпанова 1989 йылдың 14 декабрендә тыуған. Храпанова биатлон менән 10 йәштән шөғөлләнә башлай. 2006 йылда йәш спортсы IBU кубогында тәүге тапҡыр сығыш яһай. 2008 йылда Германияның Рупольдинг ҡалаһында йәштәр кимәлендә үткән юниорҙар чемпионатында спринтта 11-се урын иң яҡшы һөҙөмтәһе була. 2009 йылда Өфөлә уҙғарылған Европа чемпионатында Мартина эстафета йыйылмаһы составында пьедесталға яҡын 5-се урынға күтәрелә.

Донъя кубогы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 / 2009 йылдар миҙгелендә Храпанова Донъя кубогында тәүге тапҡыр дебют яһай, унда ул эстафета ярышында, шулай уҡ спринтта сығыш яһай. Киләһе Донъя кубогында словачка 2010 / 2011 йылдар миҙгелендә генә стартҡа сыға ала. Тәүге кубок мәрәйҙәрен Храпанова 2012 / 2013 йылдар миҙгелендә генә яулай. Тәүҙә Эстерсундтағы 1-се этапта ул шәхси уҙышта 39-сы, һуңынан Хохфильцендағы 2-се этапта 37-се урынды ала. 2015 / 2016 йылдар миҙгеленән һуң Мартина Храпанова спорт карьераһын тамамлай[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]