Хубэй провинцияһы музейы
Хубэй провинцияһы музейы | |
ҡыт. 湖北省博物馆 | |
Нигеҙләү датаһы | 16 март 1953 |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Ухань |
Урын | Ухань |
Рәсми асылыу датаһы | 16 март 1953 |
Йылына инеүселәр һаны | 1 992 512 |
Рәсми сайт | hbww.org |
Хубэй провинцияһы музейы Викимилектә |
Хубэй провинцияһы музейы (ҡыт. 湖北省博物馆) — Ҡытайҙың тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарының иң билдәле һәм иң эреләренең береһе булып торған музейы. Улар Ухань ҡалаһында Дунху[zh] күленең көнбайыш ярында урынлашҡан. Музейҙа милли мәҙәни һәм тарихи әһәмиәткә эйә булған күп һанлы экспонаттар һаҡлана.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хубэй провинцияһы тыуған яҡты өйрәнеү музейына 1953 йылда нигеҙ һалына һәм шул уҡ йылдың 16 мартында рәсми рәүештә асыла. Музей йылына уртаса 1 992 500 кеше ҡабул итә.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хубэй провинцияһының музейы өс өлөшкә бүленгән: Ҡыңғырау саңы күргәҙмә залы, Чу мәҙәниәте һәм күргәҙмә-экспозиция бинаһы күргәҙмә залы. Һуңғы өлөшө әлеге ваҡытта төҙөлөү стадияһында.
Ҡыңғырау саңы күргәҙмә залында «Кенәз Цзэн кәшәнәһе» урынлаштырылған, уның ҡомартҡылары араһында ҙур булмаған Цзэн кенәзлегендә Ҡытайҙың Халыҡ-азатлыҡ армияһы һалдаттарының 1977 йылда Хубэй провинцияһында табып алған мәркиз И ҡәберенән сығарылған реликвиялар коллекцияһы күрһәтеүгә ҡуйылған. Ҡыңғырау залы экспонаттары араһында беҙҙең көндәргә тиклем яҡшы һаҡланған бамбуктан эшләнелгән ҡағыҙ төргәктәр, ҡыйбат металдан яһалған, семәр менән өҫта һырлап биҙәкләнгән урналар һәм башҡа экспонаттар бар.