Эстәлеккә күсергә

Хәкимов Милләт Ташбулат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәкимов Милләт Ташбулат улы
Тыуған көнө 17 февраль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Һәйетҡол, Буранғол ауыл советы (Әбйәлил районы), Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Хәкимов Милләт Ташбулат улы (рус. Хакимов Миллят Ташбулатович; 17 февраль 1949 йыл — 1993 йыл) — комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Милләт Ташбулат улы Хәкимов 1949 йылдың 17 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Һәйетҡол ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1977-лә Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1966 йылда тыуған ауылында тракторсы булып башлай. Уҡытыусы бушлып эшләй, шунан Әбйәлил районының Йәнгел совхозында ВЛКСМ комитеты секретары була.

1970—1973 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетында бүлек мөдире була, икенсе, беренсе секретары итеп һайлана.

1973—1974 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1975 йылда уны Свердловск Юғары партия мәктәбенең ике йыллыҡ курсына уҡырға ебәрәләр. Уны тамамларға 4-5 ай ғына ҡалғас, саҡырып ҡайтарып, Әбйәлил районына эшкә ебәрәләр, һәм уны КПСС-тың район комитетына беренсе секретарь итеп һайлап ҡуялар. Артабан Баймаҡ районында шул уҡ дәрәжәлә эшен дауам итә[1].

1988 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында иделогия бүлеге мөдире.

1989 йылда уны яңынан КПСС-тың Әбйәлил район комитетына беренсе секретарь итеп һайлайҙар. 1991 йылда «Восток» коммерция банкының Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылындағы филиалында директор булып эшләй[2] 1990 йылда Әбйәлил районы, 149-сы Әбйәлил һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана[3]

1993 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены һәм миҙалдар.
  1. К 60-ЛЕТИЮ М. Т. ХАКИМОВА
  2. Хакимов Миллят Ташбулатович // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5