Хәмзин Фәрит Хәбибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәмзин Фәрит Хәбибулла улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1931
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаhы, Салауат
Вафат булыу көнө 2007
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы

Фәрит Хәбибулла улы Хәмзин (1931 йыл, Баҙыҡ ауылы — 2007) — Салауат КПСС ҡала комитетының 5-се беренсе секретары (1976—1987).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәмзин Фәрит Хәбибулла улы[1] 1931 йылда БАССР-ҙың Ғафури районы Баҙыҡ ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Ғафури районындағы «Россия» колхозы колхозсыһы (һуңыраҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]).

1950 йылда Ишембай нефть техникумын тамамлай һәм Салауат нефть химияһы комбинатына эшкә инә. Хәмзин комбинатта 22 йыл эшләй, электромонтер булып эшләй башлап, энергия идаралығы (УЭС) начальнигына тиклем үҫә, һуңынан 1967 йылда «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең баш энергетигы итеп тәғәйенләнә, был вазифала 1972 йылға тиклем эшләй.


1988 йылда БАССР-ҙың нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы (Госкомиздат БАССР) эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә, 1991йылда пенсияға киткәнгә тиклем шунда эшләй.

Дәүләт һәм партия карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

КПСС ағзаһы.

1973 йылда «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең партия комитеты сәркәтибе итеп һайлана.

1976 йылда Салауат ҡала партия комитетының беренсе секретары вазифаһына тәғәйенләнә, унда 11 йыл эшләй.

Ундан артыҡ саҡырылыш Салауат ҡала Советы депутаты була, КПСС өлкә комитеты ағзаһы, 10-сы һәм 11-сы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының закондар сығарыу Комиссияһына инә (Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 1985 йылдың 22 мартындағы «Башҡорт АССР-ы Юғары Советының закондар сығарыу комиссияһын һайлау тураһында» ҡарары).

Пенсияға сыҡҡас, ҡаланың һайлау штабы начальнигы була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • миҙалдары: «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл»,
  • В. И. Ленин тыуыуының 100-йыллығына юбилей миҙалдары,
  • Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары.

Хамзин Х. Ф. — Салауат ҡалаһының почетлы гражданы (1998).

Хакимиәт башлығы вазифаһында эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәмзин Салауат ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән ваҡытта бер нисә социаль әһәмиәтле объект, «Алмаз» һәм «Төҙөүсе» мәҙәниәт йорттары төҙөлә һәм сафҡа индерелә, Төҙөүселәр урамындағы һуңғы барактар һүтелә, Ленин һәм Ленинградская урамдары төҙөкләндерелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]