Эстәлеккә күсергә

Хәрби радиоэлектроника университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәрби радиоэлектроника университеты
Нигеҙләү датаһы 10 октябрь 1957
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Череповец
Урын Череповец
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Жуков ордены
Рәсми сайт chvviure.mil.ru/About/Is…
Карта

Жуков орденлы Хәрби радиоэлектроника университеты1957 йылдың 10 октябрендә ойошторолған радиоэлектроника өлкәһендәге хәрби-инженер кадрҙар әҙерләүсе юғары хәрби уҡыу йорто.

Йыл да байрам ителә торған көн — 10 октябрь.

1957 йылдың 10 октябрендә СССР Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Лепельск хәрби-пехота училищеһы базаһында урта хәрби-уҡыу йорто — Череповецк хәрби элемтә училищеһы асыла.[1].


1970 йылда СССР Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә Череповец хәрби училищеһы дүрт йыл уҡыу срогы менән элемтә юғары хәрби командирҙар училищеһы тип үҙгәртелә. Шулай уҡ Череповец юғары хәрби-команда элемтә училищеһы хәрби разведка өсөн кадрҙар әҙерләү менән дә шөғөлләнә.[2].

1974 йылда Череповец юғары хәрби-команда элемтә училищеһы Радиоэлектроника юғары хәрби инженер училищеһы тип үҙгәртелә һәм юғары хәрби һәм махсус белемле инженер-офицерҙар составы әҙерләй башлай. Училищела уҡыу срогы биш йылға тиклем оҙатыла. Училище ул ваҡытта ике төп факультеттан (команда һәм инженер), ун ете махсус һәм дөйөм белем биреү кафедраһынан тора.[1]

Совет осоронан һуң тарих

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Россия Федерацияһы Хөкүмәтенең 1998 йылдың 29 августындағы ҡарары негеҙендә Череповец юғары хәрби инженер училищеһы радиоэлектроника Хәрби инженер институты тип үҙгәртелә. 2009 йылдан хәрби-инженер институты А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби-космик академияһы составына уның филиалы булып инә.[1]

2014 йылдың 5 февралендә Россия Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә хәрби-инженер институты А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби-космик академия составынан сығарыла. Институт айырым юғары уҡыу йорто булып һанала һәм ул Череповец юғары хәрби инженер радиоэлектроника училищеһы исемен ала. 2017 йылдың 13 сентябрендә «дәүләт иминлеген тәъмин итеүҙәге, уның оборона ҡеүәтен нығытыуҙағы һәм квалификациялы хәрби кадрҙар әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» Россия Президенты Указы менән радиоэлектроника юғары хәрби инженер училищеһы Жуков ордены менән бүләкләнде[3][1].

Россия оборона министры армия генералы С. К. Шойгу бойороғо менән 2020 йылдың 8 майында радиоэлектроника юғары хәрби инженер училищеһы исеме радиоэлектроника Хәрби университетына үҙгәртелде.[4] Хәрби-уҡыу йортон ун дүрт мең биш йөҙ офицер тамамланы. Утыҙ ике тамамлаксы генерал исеменә лайыҡ булды, бер офицер Россия Геройы исеменән алды.[1]

Исемен алыштырау тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп сығанаҡ:[1] 1957 - Череповец элемтә хәрби училищеһы 1970 - Череповец юғары хәрби команда элемтә училищеһы 1974 - Череповец юғары хәрби инженер радиоэлектроника училищеһы 1998 - Череповец хәрби инженер радиоэлектроника институты 2014 - Череповец юғары радиоэлектроника хәрби инженер училищеһы 2020 - Радиоэлектроника хәрби университеты

Основной источник:[1]

  • Радтоэлемтә факультеты
  • Радиотехника факультеты
  • Информацион-телекоммуникация системалары факультеты
  • Сит ил белгестәрен әҙерләү факультеты
  • Информацион-лингвистика факультеты

Институт начальниктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп сығанаҡ:[1]

  • генерал-майор Корнейчук Константин Константинович (1957—1964)
  • генерал-майор Туркин Василий Тимофеевич (1964—1974)
  • генерал-майор Королёв Арнольд Алексеевич (1974—1983)
  • генерал-майор Луцышин Иван Дмитриевич (1983—1990)
  • генерал-майор Подлигалин Николай Иванович (1991—1995)
  • генерал-майор Буточников Владимир Алексеевич (1995—2003)
  • генерал-майор Предиус Анатолий Григорьевич (2003—2011)
  • генерал-майор Долгов Андрей Николаевич (2012—2018)
  • генерал-майор Булыгин Сергей Борисович (2018 йылдан)

Институт наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Жуков ордены (13.09.2017 № 124 — «дәүләт иминлеген тәъмин итеү, уның оборона ҡеүәтен нығытыуҙағы һәм квалификациялы хәрби кадрҙар әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн»)[3]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Военный университет радиоэлектроники. оф.сайт. Дата обращения: 27 ноябрь 2020. 2020 йыл 27 ноябрь архивланған.
  2. Энциклопедия секретных служб России / Автор-составитель А. И. Колпакиди. — М.: АСТ, Астрель, Транзиткнига, 2004. — С. 101. — 604 с. — ISBN 5-17-020707-7.
  3. 3,0 3,1 Череповецкое военное училище радиоэлектроники получило орден Жукова. Российская газета. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
  4. Череповецкий институт стал университетом. cherinfo.ru. Дата обращения: 27 ноябрь 2020. 2020 йыл 3 декабрь архивланған.