Жуков ордены

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жуков ордены
Нигеҙләү датаһы 9 май 1994
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Георгий Константинович Жуков
Дәүләт  Рәсәй
Юғарыраҡ дәрәжә Ушаков ордены[d]
Түбәнерәк дәрәжә Кутузов ордены[d] һәм Ушаков ордены
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Изображение орденской планки
Һаны 104
Лауреаттар категорияһы Жуков ордены кавалерҙары[d]
 Жуков ордены Викимилектә

Жуков ордены — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Маршал Г. К. Жуковтың «илдең ҡораллы көстәрен төҙөүҙә, обороналау һәләтен нығытыуҙа ролен баһалап, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Рәсәй Федерацияһы Президенты указына ярашлы 1994 йылда булдырыла[1]. «Парламент гәзите» билдәләүенсә, ике награда булдырыу Рәсәйҙең милли геройы һәм күренекле полководецы Георгий Константинович Жуковҡа ҡарата тарихи ғәҙеллекте тергеҙеүгә булышлыҡ итә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жуков регалиялары 39-сы айырым тимер юлы бригадаһы байрағында
Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин Жуков орденын 201-се Рәсәй хәрби базаһына тапшыра. Тажикстан, 2012 йылдың 5 октябре

Орден Рәсәй Федерацияһы президентының 1994 йылдың 9 майындағы указына ярашлы юғары офицерҙар составын, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эре хәрби операцияларҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн бүләкләү өсөн булдырыла.

Баштан уҡ Жуков ордены дәүләт наградалары иерархияһында «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены артынан ҡуйыла һәм винт ярҙамында (таҫмаһыҙ) күкрәктең уң яғында йөрөтөлә.

2010 йылдың сентябрендә ордендың статутына һәм тасуирламаһына байтаҡ үҙгәрештәр индерелә, шул иҫәптән орденды йөрөтөү тәртибе һәм ысулы үҙгәртелә — орден таҫмалы биш мөйөшлө ҡалыпта күкрәктең һул яғында йөрөтөлә башлай һәм Ушаков орденынан һуң урын ала[2].

2013 йылдың ғинуарында һәм 2015 йылдың апрелендә орден статутына үҙгәрештәр индерелә, уларға ярашлы орден менән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, шулай уҡ Рәсәй федерацияһы Ҡораллы көстәренең, башҡа ғәскәрҙәр һәм органдар, шулай уҡ хәрби-мәғариф учреждениеларҙың беләшмәләре һәм хәрби частары индерелә[3][4].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 25 апрелендәге 413-сө указына ярашлы тәүге 15 бүләкләү үткәрелә.

Ордендың тышҡы күренеше авторы — Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Валерий Балабанов.

Орден статуты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орден менән берләшмәләр командующийҙары, хәрби частар командирҙары, юғары һәм өлкән офицерҙар иҫәбенән уларҙың урынбаҫарҙары

  • стратегик йүнәлештәрҙә (хәрби ғәмәлдәр театрҙарында) йәки армия операцияларында ғәскәрҙәр (көстәр) төркөмдәре опреацияларҙы оҫта ойошторған, үткәргәнһәм, дошмандың һан яғынан өҫтөнлөклө бклыуына ҡарамаҫтан, опрецация маҡсаттарына ирешкән өсөн;
  • ҡоро ерҙә һәм һауала дошманды ҡамау буйынса оҫта үткәргән маневр һәм уның барышында уның өҫтөнлөклө көстәрен тар-мар иткән өсөн;
  • төп һөжүмдең урынын һәм ваҡытын һайлағанда инициатива һәм тәүәккәллек күрһәткәне һәм, һуғышҡа һәләтлеген һаҡлап ҡалып һәм дошманды артабан эҙәрлекләүен дауам итеп, уны ҡоро ерҙә һәм һауала ҡыйратҡан өсөн;
  • дошмандың оборона һыҙатын йырып үткән, һөжүмде артабан үҫтергән, эҙәрлекләүҙе ойошторған, дошманды ҡамаған һәм ҡыйратҡан өсөн;
  • дошман һөжүмен һауанан, ҡоро ерҙән һәм диңгеҙҙән кире ҡағыуҙа, яуаплыитеп тәғәйенләнгән зоналарҙы тотоп ҡалдырыуҙа, дошманды һөжүм ғәмәлдәрен дауам итеү мөмкинлектәрҙән мәхрүм итеүҙә күрһәткән ныҡышмалылыҡ өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһынан ситтә урынлашҡан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре формированиеларын оҫта ойоштороу һәм улар менән етәкселек итеү, шулай уҡ Рәсәй федерацияһынан ситтә булған Рәсәй федерацияһы граждандарын ҡоралланған һөжүмдән ҡотҡарған өсөн бүләкләнә.
Жуков ордены 2014 йылғы Рәсәй Почта маркаһында («Рәсәй федерацияһының дәүләт наградалары» серияһынан)  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1780).

Орден менән Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең, башҡа ғәскәрҙәрҙең, хәрби формированиеларҙың һәм органдарҙың берләшмәләре, соединениелары һәм хәрби частары Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм алыштарҙағы отличиелары, халыҡ-ара тыныслыҡты тотороҡландырыу (тергеҙеү) буйынса оперцияларҙа һәм контртеррористик операцияларҙа, ҡоро ерҙә һәм һауалағы операциялар үткәреүҙә ҡатнашыу һәм уларҙың барышында, дошмандың ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, операция маҡсаттарына ирешкән өсөн, уҡыу-хәрби бурыстарҙы үтәү барышында батырлыҡ һәм һәм фиҙакәрлек, хәрби әҙерлектәге юғары күрһәткестәр өсөн бүләкләнә алалар.

Орден менән сит ил граждандары бүләкләнә ала — Рәсәй Федерацияһының хәрби хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән коалицион ғәскәр төркөмөнең берлектәге операцияһын уңышлы ойошторған һәм үткәргән өсөн .

Орден менән үлгәндән һуң бүләкләү мөмкин.

Орден билдәһе күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа ордендары булған осраҡтарҙа Ушаков орденынан һуң урынлаштырыла. .

Айырым осраҡтар өсөн һәм көн һайын йөрөтөү өсөн орден билдәһенең бәләкәй күсермәһен йөрөтөү ҡаралған, ул Ушаков ордены билдәһенең миниатбр күсермәһенән һуң урынлаштырыла.

Хәрби кейемдә орден таҫмаһы Ушаков ордены таҫмаһынан һуң урынлаштырыла.

Граждандар кейемендә Жуков ордены таҫмаһы розетка формаһында йөрөтөлә һәм күкрәктең һул яғында урынлаштырыла.[5]

Орден менән хәрби частар бүләкләнгәндә ордендың билдәһе һәм таҫмаһы частың Хәрби байрағының алғы яғына беркетелә.

Орден тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орден билдәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орден билдәһе дүрт осло тура тәренән ғибәрәт, уның остары өс мөйөш ҡалҡандар рәүешендә, үрге мөйөштәре киҫелгән. Ҡалҡандар ҡыҙыл эмаль менән ялатылған, ситтәре алтын менән ҡаймаланған.

Тәре остары араһында көмөш штралдар.

Тәре остары күк эмаль менән ҡапланған түңәрәк медальонға тейеп торалар. Медальон яланында — Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуковтың портреты. Портрет аҫҡы өлөштә арҡыс-торҡос ятҡан лавр һәм имән ботаҡтарына терәлгән.

Медальон әйләнәһе буйлап өҫкө өлөштә — «ГЕОРГИЙ ЖУКОВ» рельефлы яҙыуы.

Ҡапма-ҡаршы тәре остары араһы- 40 мм, ҡапма-ҡаршы штраптар араһы — — 35 мм. Ордендың артҡы яғында ордендың һаны ҡуйылған.

Орден билдәһе биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла, ҡалып 24 мм киңлектәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған.

Таҫма һары төҫтә. Таҫма уртаһында — өс һыҙат: аҡ, зәңгәр һәм ҡыҙыл, һәр береһенең киңлеге 4 мм.

Миниатюр күсермәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жуков орденының миниатюр күсермәһе ҡалыпта йөрөтөлә.Тәре остары араһы — 15,4 мм, аҫҡы мөйөш түбәһенән үрге яҡтың уртаһына тиклем ҡалыптың бейеклеге — 19,2 мм, үрге яҡтың оҙонлоғо — 10 мм, һәр ҡабырға оҙонлоғо — 16 мм, аҫҡы мөйөштө булдырған ҡабырғаларҙың һәр береһе — 10 мм.

Планка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жуков ордены таҫмаһын хәрби кейемдә йөрөтөү өсөн 8 мм бейеклектәге планка ҡулланыла, таҫманың киңлеге — 24 мм.

Розетка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жуков орденының таҫмаһында рознетка формаһында орден билдәһенең бәләкәй күсермәһе беркетелә, ул эмаль менән ҡапланған тимерҙән эшләнгән. Тәре остары араһы — 13 мм. Розетка диаметры — 15 мм[5]

Таҫма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орден таҫмаһы — аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге ебәк муар (Рәсәй Федерацияһы флагы) төҫтәрендё, ситтәренән ике һары һыҙат менән ҡаймаланған. Таҫманың һары төҫө Рәсәй яугирлығы тарихына алтын менән яҙылған еңеүҙәрҙе төҫмөрләтә. Таҫма буйҙарының нисбәте проценттарҙа: 25/16,6/16,6/16,6/25.

Орден ҡалыбындағы таҫманың киңлеге — 24 мм. Хәрби частың Хәрби байрағына беркетелгән таҫманың киңлеге — 100 мм.

Кавалерҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылдан 1998 йылға тиклем Жуков ордены менән подполковниктан званиеһынан алып Советтар Союзы Маршалы званиеһына тиклем 100 совет офицеры бүләкләнгән.

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының махсус тәғәйенләнешле 10-сы айырым бригадаһы Жуков ордены менән бүләкләнгән беренсе хәрби часть. .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кому вручают орден и медаль Жукова — Парламентская газета
  2. Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» (вместе с «Положением о государственных наградах Российской Федерации»). Kremlin.ru. Дата обращения: 17 ноябрь 2013. Архивировано 8 май 2013 года. 2013 йыл 8 май архивланған.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 14 января 2013 года № 20 «О внесении изменений в некоторые акты Президента Российской Федерации». Kremlin.ru. Дата обращения: 12 май 2015.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 30 апреля 2015 года № 219 «О внесении изменений в Положение о государственных наградах Российской Федерации и статуты орденов Суворова, Ушакова, Жукова, Кутузова и Нахимова, утверждённые Указом Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 г. № 1099». Kremlin.ru. Дата обращения: 12 май 2015.
  5. 5,0 5,1 Дополнение к статуту и описанию ордена внесено Указом Президента Российской Федерации от 16.12.2011 г. № 1631

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — 480 с. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
  • Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 280 с. — ISBN 978-5-85824-198-0.
  • Гусев И.Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности. — М.: АСТ, 2014. — 164 с. — ISBN 978-5-17-085223-9.
  • Кушер Ю. Л. Государственные символы и награды Российской Федерации. — М.: Книжная палата, 1999. — 271 с. — ISBN 978-5-7000-0476-3.
  • Музалевский М. В. Ордена и медали Российской Федерации. — М.: Кавалеръ, 2005. — 298 с. — (Библиотека журнала «Кавалер»). — ISBN 5-00-000198-2.
  • Награды новой России / Сост. Григорьев В. С.. — М.: Докар, 1997. — 112 с. — (Всемирный коллекционер). — ISBN 5-85952-071-9.
  • Балабанов В. Н. Победоносец Великой Отечественной // Наука и религия : журнал. — 1995. — В. 5. — С. 1, 31. — ISSN 0130-7045.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Жуков миҙалы
  • Категория: Жуков ордены кавалерҙары
  • Категория: Жуков ордены менән бүләкләнгән хәрби частар