Хәсәнова Зилара Муллайән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәсәнова Зилара Муллайән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 декабрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Яңы Мөслим ауылы, Яңы Мөслим ауыл Советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Хәсәнова Зилара Муллайән ҡыҙы (5 декабрь 1935 йыл) — ғалим-үҫемлектәр физиологы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), биология фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зилара Муллайән ҡыҙы Хәсәнова 1935 йылдың 5 декабрендә Мәсетле районы (БАССР) Яңы Мөслим ауылында тыуған. 1959 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып эшләй (19601966). 1966 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡытыу бүлеге етәксеһе, ә 1972 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы институты ассистенты, 1973 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғәт география факультеты деканы, (19801988) кафедра мөдире, профессор (1989).

Зилара Муллайән ҡыҙының ғилми тикшеренеү йүнәлеше — үҫемлектәр физиологияһы. Ул электр ҡырының һәм башҡа факторҙарҙың үҫемлектәргә биологик тәьҫирен өйрәнеү менән шөғөлләнә, орлоҡтарға электр ҡыры, коронный электр зарядының тәьҫире булғанда ауыл хужалығы культураларының морфофизиологик үҙенсәлектәрен асыҡлай.

Зилара Хасанованың уҡыусылары араһында 10 фән докторы һәм кандидаты бар.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

200 ғилми эш, шул иҫәптән 20 монография авторы.

  • Биологик электр ҡыры үҫемлектәргә йоғонтоһы: Өфө:Китап, 1995.
  • Физиологик-биохимик ҡараш һәм фотосинтездың экологияһы.Өфө:БДПУ, 1996.
  • Биокатализатор-ферменттар.Өфө:БДПУ, 2005.
  • Продуктивность и обменные процессы озимой ржи при предпосевной обработке семян в электрическом поле коронного разряда. Өфө, 1995 (авторҙашлыҡ.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]