Эстәлеккә күсергә

ЧК Плюс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ЧК Плюс
Уранлашыуы

Санкт-Петербург Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Төп фигуралар

Кочемасов Рәшид Аминович

Тармаҡ

металл эшкәртеү

«ЧК Плюс» — Санкт-Петербург ҡалаһының металл эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе компанияһы. 2011 йылдан коляскала хәрәкәт иткән зәғиф кешеләргә экскалаторҙа йөрөүҙе еңеләйткән «ТЭМИ» исемле конструкция эшләп сығара.

Компания Санкт-Петербургта ХХ быуаттың 90-сы йылдары башында ойошторолған. Ул түбәндәге тауарҙар етештерә: полимербетон ҡорамалдары, станоктар, автоҡоралдар. 1997 йылға ҡарата әҙер продукцияның күләме 100 тонндан арта[1]. 1997 йылда етештереү йүнәлеше үҙгәрә, етештереү майҙаны һәм эшселәр һаны күбәйә, әммә 1998 йылда булған дефолт «ЧК Плюс» ойошмаһына үҫешергә ныҡ ҡамасаулай[2]. 2005 йылда иретеп йәбештереү производствоһы барлыҡҡа килә, аҙаҡтан — онтаҡ буяуҙар һыҙығы. 2010 йылда «ЧК Плюс» махсус таҫмаларҙы етештереү һәм уларҙы тышлау өсөн ҡорамалдар һәм штамп автоматтарын урынлаштыра[3]. 2012 йылда һатылған тауарҙарҙың йылына уртаса күләме 400 тоннаға тиклем етә[3].

2011 йылда «ЧК Плюс» коляскала йөрөгән зәғиф кешелерҙе экскалаторҙарҙа күсереп йөрөтә торған ҡоролманы эшләп сығаралар[4]. Был ҡоролманы эшләгән ваҡытта коляскала йөрөгән зәғиф кешеләргә Петербург метрополитенең уңайлыҡтары менән ҡулланырға тыялар[5]. «ЧК Плюс», метро етәкселегенән ярҙам алғас, үҙенең ҡоралмаһын һынап ҡарай. Оҙаҡламай был ойошма 65 «ТЭМИ» ҡоралмаһын эшләргә заказ ала, һуңғараҡ Екатеринбург ҡалаһында бишәүҙе һатып алалар[4].

«ЧК Плюс» «Йәшел төҫ» конкурсында еңә һәм «Электротранс-2013» престиж халыҡ-ара күргәҙмәһенең дипломына лайыҡ була[6], ә компания директоры Рәшид Кочемасов 2014 йылда, «Социаль эшҡыуарлыҡты ҙур өлөш индергән өсөн» категорияһында өсөнсө урын алып[7], «Изгелек импульсы» премияһын ала[8].

  1. 1992-1997. «ЧК Плюс» (3 ғинуар 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015.
  2. 1997-2002. «ЧК Плюс» (3 ғинуар 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015.
  3. 3,0 3,1 2007-2012. «ЧК Плюс» (3 ғинуар 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015.
  4. 4,0 4,1 Зоя Милославская. Неподъемный подъемник. Бизнес-журнал (11 сентябрь 2014). Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 4 май архивланған.
  5. Ирина Тумакова. Недоступная среда. Фонтанка.ру (29 июль 2014). Дата обращения: 28 апрель 2015.
  6. «Импульс добра»-2014. Фонд «Наше будущее». Дата обращения: 28 апрель 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. Добро продолжает свершаться. «Нефтяни Западной Сибири». Лукойл-Западная Сибирь (26 май 2014). Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  8. Завоевание престижной премии "Импульс Добра-2014". «ЧК Плюс» (20 май 2014). Дата обращения: 28 апрель 2015.