Чадор
Чадор | |
Чадор Викимилектә |
Чадра, Чадор, Чадар, Чадур (фарс. چادر «сатыр, палатка»; рус. Чадра) — Иранда ҡатын-ҡыҙҙар йөрөткән бөркәнсек. Башҡортса «сатыр» тип тәржемә ителә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның ҡулланылыуы боронғо Әхмәдилеләр империяһына барып тоташа. Пехлеви династияһы заманында көнбайыш кейеменә өҫтөнлөк бирелһә лә, был бөркәнсек Ирандағы Ислам революцияһынан һуң тағы киң тарала башлай. Бөгөн Иранда бөркәнеү мотлаҡ түгел, ә дини йә традицион сәбәптәр арҡаһында ҡулланалар.[1] Чадор ҡатын-ҡыҙҙың бөтә тәнен һәм башын ҡаплай.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чадор — аҡ, күк йәки ҡара төҫтәге йоҡа ҡатын- ҡыҙ бөркәнсеге. Өйҙән сыҡҡанда кейелә һәм ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһен башынан аяҡҡа тиклем ҡаплай. Мәҙәни-дини ҡарашлы күп мосолман ҡатын-ҡыҙҙары кейә.
Ғәҙәттәге вуалдәрҙән айырмалы рәүештә, чадорҙың баш өлөшөн һәм йөҙҙө ҡаплап торған туҡымалар муслиндан, ике өлөштән тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андреева Р. П. Чадра // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 376. — ISBN 5-86617-030-2.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |