Эстәлеккә күсергә

Чайкина Елизавета Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чайкина Елизавета Ивановна
рус. Елизавета Ивановна Чайкина
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 август 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1]
Тыуған урыны Руно[d], Осташковский уезд[d], Тверь губернаһы[d], Мәскәү өлкәһе[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 23 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (23 йәш)
Вафат булған урыны Пено[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Пеновский район[d]
Могила Героя Советского Союза Е.И. Чайкиной (Пено)[d]
Һөнәр төрө партизан
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
 Чайкина Елизавета Ивановна Викимилектә

Чайкина Елизавета Ивановна (28 август 1918 йыл — 23 ноябрь 1941 йыл) — комсомолдың Калинин өлкәһе Пено йәшерен район комитеты секретары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партизан отряды ойоштороусыларының береһе. Советтар Союзы Геройы (1942).

Елизаве́та Ива́новна Ча́йкина 1918 йылдың 28 авгусында хәҙерге Тверь өлкәһенең Пено районы Руно ауылында тыуған.

1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1939 йылдан Пено комсомол район комитеты сәркәтибе итеп һайлана. 1941 йылда хәҙерге Тверь ҡалаһына партия һәм комсомол хеҙмәткәрҙәренең өлкә курстарына ебәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ВЛКСМ-дың Пено район комитеты секретары йәшерен йәштәр ойошмаһы етәксеһе була, Калинин өлкәһетерриторияһында хәрәкәт иткән партизан отряды операцияларында әүҙем ҡатнаша.

1941 йылдың 22 нгоябрендә Пено ҡалаһына дошман гарнизонының һанын разведкалау маҡсатында ебәрелә. Пеноға китеп барышлай, ул, үҙенең дуҫы разведчица Маруся Купороваға инеп сығыу ниәте менән, Красное Покатище утарына һуғыла, шул саҡта староста күҙенә салына, һәм тегенеһе был турала немецтарға еткерә. Немецтар Купоровтарп йортона бәреп инә, ғаиләне атып үлтерәләр, ә Лиза Чайкинаны Пеноға алып китәләр. Ҡаты язалаға дусар ителһә лә, ул партизан отрядының урынлашҡан ере тураһында мәғлүмәт бирмәй һәм 1941 йылдың 23 ноябрьендә атыла[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 6 март указы Елизавета Ивановна Чайкинаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Лиза Чайкина шулай уҡ Ленин ордены менән бүләкләнә.[3]

Тышҡы һүрәттәр
Надгробный памятник в посёлке Пено. Скульптор Н. В. Томский.
Аннотационная доска в Санкт-Петербурге.
Аннотационная доска в Сумах.
Аннотационная доска в Москве.
СССР почта маркаһы
  • 1942 йылда Чайкина исеме менән комсомол-йәштәр партизан бригадаһы, 1943 йылда — 630-сы (147-се полк) гвардия истребителдәр.авиаполкының самолёттар эскадрильяһы атала.
  • Тверь ҡалаһындағы Лиза Чайкина исемендәге музей партизанка исемен йөрөтә.
  • 1942 йылда Омск рәссамдарының госпиталдәр өсөн күсмә күргәҙмәһендә К. П. Белов «Лиза Чайкина» тигән һынлы сәнғәт эшен күрһәтә.
  • 1945 йылда 705-се полк комсоргы, Еңеү байрағын, элгән Николай Беляев, Рейхстаг стенаһына һуғышҡа тиклем таныш булған Лиза Чайкинаның иҫтәлеге итеп, «Беҙҙең Лиза» тип яҙып ҡуйған[4].
  • 1946 йылдың 3 майында тип аталған германия пароходы «Heinrich Arp» (1945 йылда «Empire Connemara» тип үҙгәртеләгән булған) Клайд йылғаһында Советтар Союзына тапшырылған һәм «Лиза Чайкина» тип үҙгәртелә. Пароход бер нисә совет авторы китабында телгә алына, ғүмере аҙағында Алыҫ Көнсығышта тотҡондарҙы ташый.
  • Рәсәйҙең, Белоруссияның, Ҡаҙағстандың һәм Украинаның.бик күп ҡалаларында урамдар Лиза Чайкина исемен менән аталған.
  • Селигер күле буйлап йөрөүсе теплоходты Лиза Чайкина хөрмәтенә атағандар.
  • Түбәнге Волга пароходсылығының йылға трамвайҙарының береһе 1942 йылдың авгусында мобилизацияланғанға тиклем Лиза Чайкина исемен йөрөтә. Мобилизацияланғандан һуң, судно 313-сө һан бирелеп һәм Иҙел флотилияһы составына индерелеп, катер-тральщик тип төркөмләнә.
  • 1970-се йылдарҙа Ҡырымдың көньяҡ яры буйлап «Лиза Чайкина» тигән теплоход йөрөнө (1430 проект).
  • 1978, 2018 йылдарҙа героиняға арналған художестволы маркалы конверттар баҫылып сыҡҡан.
  • Омск ҡалаһында уның хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыла (скульпторы А. А. Цымбал), Владивостокта, Малая Вишера ҡалаһында, тегеү фабрикаһы янында, Набережная урамы, 1-се йорт, бюсы (13-сө мәктәп янында), (Красноармейский тыҡрығы), Минск ҡалаһында бюсы бар. 2013 йылдың майында Петразаводск ҡалаһында Лиза Чайкина хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • 1944 йылда партизанка һәләк булған урында Чайкинаның бюсы ҡуйылған (скульпторы Н. В. Томский).
  • 1981 йылда мемориаль комплексҡа реконструкция үткәрелә. Шулай уҡ Пенола Лиза Чайкинаға арналған музей эшләй.
  • Лиза Чайкина исемендәге йөҙөү буйынса традицион халыҡ-ара турнир 1981 йылдан алып үткәрелә. Үткән Турнир Минск ҡалаһының 25 метрлыҡ «Янтарь» бассейнында үткәрелә.
  • 90 йәше тулыу уңайынан Лиза Чайкина исемендәге премия булдырылды.

Чайкина батырлығына арналған

  • Н. З. Бирюков. «Аҡсарлаҡ» романы.
  • поэма . М. И. Комиссарова. «Лиза Чайкина»[5] поэмаһы.
  • Михаил Светловтың шиғырҙар циклы.
  • композитор Маргарита Кусс. Симфоник оркестр өсөн «Аҡсарлаҡ» поэмаһын яҙа, 1950 й.

1950 йылда нәшер ителә һәм киң тираж тәҡдим ые өсөн Ҡытай Халыҡ Республикаһында махсус ҡарар менән рухи-әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреү маҡсатында ике популяр рус китабы баҫылып сыҡты һәм уҡыусыға: Николай Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты», Николай Бирюковтың «Аҡсарлаҡ» әҫәре тәҡдим ителде.

  1. 1,0 1,1 Yelizaveta Ivanovna Chaykina // TracesOfWar
  2. Запись № 405338528(недоступная ссылка) ОБД «Мемориал». Книга памяти. Тверская область. Том 4.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза тов. Чайкиной Е. И.» от 6 марта 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 25 марта (№ 9 (168)). — С. 1.
  4. Знаменитого участника штурма Рейхстага Николая Беляева похоронили в Санкт-Петербурге, Звезда (12 декабрь 2015). 11 апрель 2016 тикшерелгән.
  5. М. Комиссарова. «Лиза Чайкина» // Невыдуманные поэмы / сб., сост. В. Лазарев. М., «Молодая гвардия», 1975. стр.203-214
  • Чайкина Елизавета Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 708. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Колосков В. Девушка из Руно // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Полевой Б. Н. Жанна Д’Арк верхневолжских лесов / Самые памятные: Истории моих репортажей. — М.: Молодая гвардия, 1980, стр. 141—148.
  • Легендарные Герои-комсомольцы. Вып V и VI. 1973.
  • Михайлов Н. Лиза Чайкина. Библиотечка молодого партизана. Вып.6 — М.: Молодая гвардия, 1942.
  • Такоев К. Связистка Л. Чайкина. — М., 1947.
  • Бирюков Н. З. Чайка, 1945.
  • Комиссарова М. И. Лиза Чайкина. — М.: Моск. рабочий Калинин. отд-ние, 1986.
  • Комиссарова М. И. Наша Чайка. — М., 1976.
  • Когда им было двадцать. Сборник. Кн. 2 — М.: Политиздат, 1981.
  • Алексеев А. Лиза Чайкина — М.: газ. Правда, 2003 ISBN 5-85024-134-5.
  • Шведова И. Ф. Лиза Чайкина. — М., Политиздат, 1976.
  • Ю. Платонов. К 30-летию подвига // газета «Комсомольская правда» от 23 ноября 1971