Эстәлеккә күсергә

Чанаккале шәһиттәре мемориалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чанаккале шәһиттәре мемориалы
төр. Çanakkale Şehitleri Anıtı
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Седдюльбахир[d], Галлипольский полуостров[d] һәм Чанаккале
Архитектор Feridun Kip[d]
Архитектура стиле Тетрапилон[d]
Бейеклеге/буйы 41,7 метр
Страница учреждения на Викискладе Çanakkale Martyrs' Memorial
Карта
 Чанаккале шәһиттәре мемориалы Викимилектә

Чанаккала шәһиттәре мемориалы — Беренсе донъя һуғышында Гәлиболи яуында[1] һәләк булған 250 мең төрөк һалдаты иҫтәлегенә ҡуйылған хәрби мемориал. Чанаккала иле (Гәлиболи ярымутрауының көньяҡ осондағы Хисарлик (төр. Hisarlik Tepe) ҡалҡыулығы түбәһендә Морто ҡултығында урынлашҡан.

Мемориалдың һүрәте 500 000 төрөк лираһы (1993—2005) ҡиммәтендәге ҡағыҙ банкнотаға төшөрөлгән була.

Риүәйәт буйынса Мостафа Кәмал Ататөрк тирә-яҡты ҡарап йөрөгәндә уға крәҫтиәндәр мөрәжәғәт итә һәм башҡа илдәрҙә ҡуйылған мемориалдар тураһында телгә алып үтәләр. Ататөрк уларға һәләк булған төрөктәр хөрмәтенә 40 метрҙан кәм булмаған бейеклектә мемориал ҡуйҙыртасағын вәғәҙәләй.

Был иҫтәлекле урынды төҙөү тураһындағы рәсми хәбәр 1942 йылда билдәле була, әммә Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле, ҡоролма буйынса конкурс 1944 йылда ғына үткәрелә, унда Доган Эргинбаш (төр. Doğan Erginbaş), Исмаил Уткулар (төр. İsmail Utkular) һәм Фәридун Кип (төр. Feridun Kip)[2] кеүек архитекторҙар еңә.

Проекты тик 1954 йылда ғына әҙер була, шул уҡ йылдың 19 апрелендә төҙөлөш эштәре башлана. Билдәһеҙ сәбәптәр буйынса был төҙөлөш туҡтап ҡала. Аҙағыраҡ Миллиәт гәзите мемориал төҙөү өсөн аҡса йыйыу кампанияһын башлап ебәрә, уларҙың тәҡдименә ябай халыҡ та ҡушыла һәм аҡса ебәрә башлай. Хатта Мигрос селтәре кибеттәрендә теләгән кеше аҡса һалһын өсөн аҡса йыйыу һауыттары ла[3][4] ҡуйыла. Дөйөм алғанда 2,3 миллиона төрөк лираһы йыйыла[5].

1960 йылдың 21 авгусында мемориал рәсми рәүештә асыла. Мемориал аҫтында — музей, ә йәнәшендә мәхмәтчикҡа (төрөк хәрби хеҙмәткәренә) һәйкәл ҡуйылған, төрөк зыяраты ла ошонда урынлашҡан. Шулай уҡ мемориал янына ҡаҙап ҡуйылған 25-метр бейеклегендәге бронза флагшток — Америкала йәшәгән төрөк Назми Джелалдың (төр. Nazmi Celal) бүләге. Зыяратта мемориаль таҡталар ҙа бар, улар һәләк булған яугирҙәр тыуған ҡалаларға бүленгән, һәр таҡтаның ике яғына ла һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре яҙылған. Унда бөтәһе 59408 исем теркәлгән. Шулай уҡ Австралия һалдаты башын сабып өҙгән билдәһеҙ һалдат ҡәбере лә ошонда. Австралия һалдаты был яугирҙың башын, трофей булараҡ, үҙе менән алып китә, әммә 2003 йылдың 10 мартында Австралия вәкилдәре төрөк һалдатының баш һөйәген тыуған иленә ҡайтарып бирә. 2003 йылдың 18 мартында һалдат, дини йолаларға ярашлы һәм ҙур хөрмәт күрһәтеп, ҡайтанан ерләнә. Зыяратта һалдат ҡәбере — кеше ерләнгән берҙән-бер ҡәбер[6].

Мемориалды төҙөү әсән 4000000 төрөк лираһы тотонола, был аҡсаға 3800 тонна гранит ташы, 285 тонна тимер, 630 квадрат метр ағас материалдары, 1275 тонна цемент, 4400 тонна ҡырсын һатып алына. Һәйкәлдең төп өлөшөнә 850 кубометр (2125 тонна) бетон һалына.

Турецкая лира с изображением мемориала

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡоролманы 40 метр бейеклегендә төҙөү планлаштырыла, әммә архитекторҙар уға өҫтәп Ататөрк һынын да (1,7 метр) ҡуя. Шуға күрә был һәйкәлдең бейеклеге 41,7 метр[7]. Мемориал ярымутрауҙың бөтә яғынан да күренеп тора. Ҡоролма 62,5 квадрат метр майҙанды биләй. Мемориал дүрт өлөштән тора, һәр береһе һуғыштың билдәле бер этабын һүрәтләй. Шуныһы ҡыҙыҡлы — диңгеҙҙән ҡарағанда мемориалдың ике өлөшө генә, ә ҡоро ерҙән ҡарағанда дүрт өлөшө күренә, бының менән архитектор диңгеҙҙәге һәм ҡоро ерҙәге һуғыштар һанын күрһәтергә теләгән.

Музей эсендә, мемориал аҫтында, Галиполий һуғышы тураһында мәғлүмәт һәм был һуғыштың масштабын һүрәтләгән тарихи артефакттар һаҡлана, һуғыш союздаш дәүләттәр: британдар, француздарға, Австралия һәм Яңы Зеландияның армия корпусына (ANZAC) ҡаршы алып барыла. Һуғыш яланынан табылған аш приборҙары, яһалма тештәр тупланмаһы, төймәләр, таралғылар, снайпер ҡалҡандары һәм фотоһүрәттәр кеүек үҙенсәлекле шәхси һәм хәрби әйберҙәр ҡуйылған музейҙағы күргәҙмәгә.