Чаплиндар йорто
Чаплиндар йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1804 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Үҙәк районы[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q50512288? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Невский проспект, 13, Большая Морская улица, 9 |
Чаплиндар йорто Викимилектә |
Чаплиндар йорто йәки Чаплин йорто — 1804—1806 йылдарҙа архитектор В.И.Беретти етәеселеге аҫтында рус классицизмы стилендә төҙөлгән айырым йорт. Санкт-Петербургта Нева проспекты, 13 һәм Ҙур Диңгеҙ урамы, 9 адресы буйынса урынлашҡан
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1755 йылда Анна Иоанновнаның Ҡышҡы һарай урынында императрица Елизавета Петровна өсөн ваҡытлы һарай төҙөлә. 1762 йылда бишенсе Ҡышҡы һарай төҙөлөп бөтә, ваҡытлы ҡоролма һүтеп алына, Нева проспекты һәм Ҙур Диңгеҙ урамы мөйөштәрендә участка бушап ҡала. Участканы төҙөү планы була, әммә ниндәй ҙә булһа эштәр оҙаҡ ваҡыт башҡарылмай. 1771 йылда әле Рәсәй императрицаһы Екатерина II үҙе бинаның һыҙмаларын әҙерләгән тигән риүәйәт бар. 1786 йылға архитектор Николай Львов Уның император Ғали йәнәптәре кабинетының проекты бинаһын әҙерләй. Күп төрлө проекттар булыуға ҡарамаҫтан, яңы император Павел I был участканы Винчецо Бренн эскиздары буйынса театр төҙөү өсөн тапшыра. XVIII быуатта тәҡдим ителгән бер проект та тормошҡа ашырылмай[2].
1801 йылға тиклем ҡойма менән уратып алынған буш ер була. Уның уртаһында тәрән күләүек була, хатта ямғырҙан һуң унда күрше йорттарҙан балалар бәләкәй кәмәлә йөрөй. Был урын асыҡ баҙарҙа һатыла. А. И. Перетц, үҙенең танышы арҡаһында бөтә ерҙе һатып ала һәм аҙаҡ өлөшләп Чаплинға, Косиковскийға һәм башҡаларға һата.— Бында оҙаҡ йәшәүселәр хәтирәләре буйынса (об участке до постройки дома)[3]
1802 йылда ерҙе сауҙагәр А.И. Перетец һатып ала. Һуңынан уны Чаплиндарға һата. Чаплиндар өсөн айырым йортто 1804—1806 йылдарҙа архитектор В.И. Беретти етәкселеге аҫтында төҙөйҙәр[2]. Артабанғы хужалары — М. Ф. Маген, А Ф. Коханова, О. Ф. Георгандопуло[4].
Архитектура үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йорт Ддүрт ҡатлы. Әлеге ваҡытҡа тиклем йорттоң фасадтары һәйбәт һаҡланған тиерлек. Нева проспектына һәм Ҙур Диңгеҙ урамы киҫелешенә сыҡҡан йорт мөйөшө киҫеп алынған. Түр фасадтары симметриялы. Өсөнсө ҡат тәҙрәләре өс мөйөшлө һәм тура мөйөшлө сандриктар менән осланған. Фасадтарҙың үҙәктәре өс мөйөшлө фронтондар менән эшкәртелгән[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Кириков и др., 2004
- ↑ Иванов, 2008, с. 464—465
- ↑ обра
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кириков Б.М., Кирикова Л.А., Петрова О.В. Невский проспект. — Москва - Санкт-Петербург: ЦЕНТРПОЛИГРАФ, МиМ-Дельта, 2004.
- Анатолий Иванов. История Петербурга в старых объявлениях. — М. — СПб.: Центрполиграф, 2008.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дом Чаплина (неопр.). на CITYWALLS (24 августа 2008). Дата обращения: 8 марта 2011.