Черемхов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Черемхо́в
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Иркутск өлкәһе

Ҡала округы

Черемхо́в муниципаль берәмеге

Координаталар

53°09′00″ с. ш. 103°04′00″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1743

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1772

Элекке исеме

Черемховское

Город с

1917

Майҙаны

113,99 [1] км²

Бейеклеге

560 м

Халҡы

51 338[2] кеше (2016)

Тығыҙлығы

450,33 кеше/км²

Агломерация

Иркутск-Черемхов

Милли состав

Ҡалып:Нет АИ 2

Конфессиональ составы

Ҡалып:Нет АИ 2

Этнохороним

черемхо́вцы, черемхо́вчанин, черемховча́нка

Телефон коды

39 546

Почта индексы

665400

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

25 445 000 000

Код ОКТМО

25 745 000 001

Рәсми сайт

admcher.ru

Черемхо́в (Рәсәй)
Черемхо́в
Черемхо́в

Черемхо́в (бүр. Шэрэмхэ) — ҡала (1917 йылдан) Рәсәйҙең Иркутск өлкәһе, Черемхов районының (унда инмәй) административ үҙәге. Уның составындағы берҙән-бер тораҡ пункт булараҡ ҡала округы статусы менән (Черемхово ҡалаһы)[3] Черемховский муниципаль берәмеге[4] муниципаль берәмеген барлыҡҡа килтерә.

Транссебер магистраленең ике яғында урынлашҡан. Себерҙә күмер сығарыу буйынса ҙур үҙәктәрҙең береһе. Халҡы — 51 338[2] кеше (2021), өлкәлә ҙурлығы буйынса алтынсы ҡала.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ҡала урынында 1722 йылда почта станцияһы, һуңыраҡ беренсе Черемховск ауылына нигеҙ һалына. Атамаһы — шэрэмхэ — бүрәт телендә таш күмер тигән төшөнсәне аңлата. 1917 йылдан ҡала —Черемхов[5].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1722 йылда Мәскәү трактындағы почта станцияһы янында Черемхово ауылы булараҡ нигеҙ һалынған.

Иркутск (Черемхов) таш күмер бассейны ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса тәүге шахта 1896 йылда төҙөлә. Транссебер магистрале төҙөлгәнлектән, эшселәр ҡасабаларында хеҙмәтсәндәр йәшәгән ҙур булмаған шахталар һаны тиҙ арта (1906 йылға 89 шахта булып, уларҙа яҡынса 8000 кеше эшләгән).

1905—1907 йылдарҙағы революциянан һуң, һөргөнгә ебәрелгән поляктар, мәҫәлән, И. В. Коморовский менән И. Собещанский, эшләгән Урыҫ-Азия Тау сәнәғәте ширҡәте компанияһы урынлашҡан урындарҙың береһе.

Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәтенең 1917 йылдың 3 (16) июнендә ҡабул ителгән Постановлениеһы менән ауыл ҡала тип раҫлана.

Рәсәй Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 июлендәге «Моноҡалалар исемлеген раҫлау тураһында»ғы 1398-се бойороғо менән Черемхов ҡалаһы муниципаль берәмеге «Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади хәленең насарайыуы хәүефе булған Монопрофилле муниципаль берәмектәре» категорияһына индерелгән[6].

Власть органдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Составында берҙән-бер тораҡ пункты Черемхо́в ҡалаһы булған ҡала округы статусына эйә Черемхов ҡалаһы муниципаль берәмеген барлыҡҡа килтерә.[3][7] 2005 йылға тиклем Черемхов өлкә буйһоноуындағы ҡалаһына Свирск ҡалаһы буйһонған[8].

Ҡаланың урындағы үҙидара органдары структураһында:[3]

  • Черемхо́в ҡалаһы Думаһы — муниципаль берәмектең вәкәләтле органы;
  • Черемхов ҡалаһы мэры — муниципаль берәмек башлығы;
  • Черемхов ҡала хакимиәте — муниципаль берәмектең башҡарма-күрһәтмә биреүсе органы;
  • Черемхов ҡалаһының контроль-иҫәп палатаһы — тышҡы муниципаль финанс контроленең контроль-иҫәп органы.

Ҡала составына бынан алда төрлө сәнәғәт предприятиелары, карьерҙар, шахталар, киҫелештәр ҡарамағында ойошторолған 9 ҡасаба инә. Ҡала ерҙәренең көньяҡ өлөшөндә Восточный, Касьяновка ҡасабалары урынлашҡан. Төп ҡаланан көньяҡ-көнсығышта Каменный Карьер, Кирзавод, Индустриальный, Штольня ҡасабалары урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Шахтёрский ҡасабаһы урынлашҡан. Ҡаланан төньяҡҡа табан 4-7 км алыҫлыҡта Ершовка һәм Трудовой ҡасабалары бар.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1897[9]1926[9]1931[9]1939[9]1956[10]1959[11]196219671970[12]1973[9]1976[9]
200014 50012 90055 600124 000122 833119 000109 00098 66793 00082 000
1979[13]1982[14]1986[9]1987[15]1989[16]19921996[9]1998[9]2000[9]2001[9]2002[17]
76 69674 00073 00073 00073 63673 50071 90070 50069 10067 80060 107
2003[9]2005[9]200620072008[9]2009[18]2010[19]2011[20]2012[20]2013[21]2014[22]
60 10057 00055 60054 80054 30053 89252 64752 60552 04051 59751 324
2015[23]2016[2]
51 37351 338


2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[24] ҡалаһы араһында [25] 375-се урында була

Тәбиғәт шарттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала территорияһы Иркутск-Черемхов тигеҙлегендә урта Себер яҫы таулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Был ер таш күмергә бай ултырма ҡатламдар менән тулған. Төбәк урман-дала подзонаһына (урман массивтары ҡайын һәм ылыҫлы ағастарҙан тора) ҡарай.

Тупраҡтары бер аҙ көлһыу, ҡараһыу һоро, ҡомло балсыҡлы.

Черемшанка йылғаһы йылға селтәрен барлыҡҡа килтерә.

Территоияның климаты киҫкен континенталь, температура амплитудаһы ҙур, яуым-төшөмдөң аҙ булыуы, ҡояш радиацияһының юғары коэффициенты хас. Ҡала биләмәһе «1В» климат зонаһында урынлашҡан һәм 7-8 балл сейсмик районға ҡарай.

Ғинуар — иң һыуыҡ ай, уртаса айлыҡ һауа температураһы — 19,8  ° тәшкил итә. Ҡатылығы буйынса декабрь ғинуарҙан бер аҙға ғына ҡалыша.

Һауа температураһының нуль аша тотороҡло күсеүе, ғәҙәттә, апрелдең икенсе декадаһы башында була. Һауа торошоноң һыуыҡ булмаған осоро уртаса 105 тәүлек тәшкил итә. Иң юғары һауа температураһы июлдә билдәләнә. Июлдә һауа температураһының иң юғары нөктәһе — плюс 36 °C.

Көҙ көнө һауа температураһының нуль аша тотороҡло күсеүе октябрь уртаһына тура килә. Көҙгө һыуыҡтар осоронда (сентябрь—ноябрь) һауа температураһының нығыраҡ түбәнәйеүе күҙәтелә. Октябрҙә-ноябрҙә уртаса айлыҡ һауа температураһының һикереүе 10-11 °C тәшкил итә һәм иң ҙур йыллыҡ температура булып тора.

Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге 2,9 м/с тәшкил итә. Йыл дауамында елдең уртаса тиҙлеге айҙан айға бер аҙ үҙгәрә. Был апрель-майға һәм декабргә ҡағылмай.

Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары 325—425 миллиметр тәшкил итә. Дымлылыҡ кәрәгенән артыҡ (к>2,0). Һауаның сағыштырмаса уртаса дымлылығы 60%-тан ашыу. Томандар һәм сағыштырмаса дымлылыҡ атмосферала бысратыусылар тупланыуына булышлыҡ итә.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күмер сығарыу

Черемхов — Иркутск бассейнында асыҡ ысул менән күмер сығарыу үҙәктәренең береһе (күмер киҫелеше, байыҡтырыу фабрикаһы). Таш күмер, тальк, доломит, балсыҡ, магнезит ятҡылыҡтары.

Заводтар: ауыр машиналар төҙөү, механика, «Химик».

Фабрикалар: мебель, туҡылмаған материалдар. Төҙөлөш материалдары етештереү предприятиелары.

Аҙыҡ-түлек сәнәғәте: икмәк комбинаты.

Еңел сәнәғәәт: тегеү фабрикаһы.

Ауыл хужалығы: районда бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай үҫтерелә. Һөт йүнәлешендәге эре мөгөҙлө мал үрсетелә.

Сауҙа: бихисап сауҙа-күңел асыу үҙәктәренән һәм өйҙәрҙән, баҙарҙарҙан һәм күмәртәләп-ваҡлап һатыу базаларынан, супермаркеттарҙан ғибәрәт.

Финанс секторы: 20-нән ашыу Рәсәй банктары филиалдары.

Мәғарифы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаулыҡ һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элемтә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Интернет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сәйәси репрессия ҡорбандары - кулак мөһөрө тағылып һөрөлгән крәҫтиәндәргә һәйкәл[26].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Иркутская область. Общая площадь земель муниципального образования
  2. 2,0 2,1 2,2 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  3. 3,0 3,1 3,2 Устав города 2016 йыл 17 ғинуар архивланған.
  4. Закон Иркутской области от 16 декабря 2004 года N 104-оз «Об образовании, статусе и границах Свирского муниципального образования и Черемховского муниципального образования Иркутской области»
  5. Поспелов, 2008, с. 483
  6. Распоряжение Правительства РФ от 29 июля 2014 года № 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
  7. Закон Иркутской области от 16.12.2004 № 104-ОЗ «Об образовании, статусе и границах Свирского муниципального образования и Черемховского муниципального образования Иркутской области»
  8. город Черемхово в ОКАТО
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 9,12 9,13 Народная энциклопедия «Мой город». Черемхово (Иркутская область). Дата обращения: 2 июль 2014. Архивировано 2 июль 2014 года.
  10. Народное хозяйство СССР в 1956 г. (Статистический сборник). Государственное статистическое издательство. Москва. 1956. Дата обращения: 26 октябрь 2013. Архивировано 26 октябрь 2013 года.
  11. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  12. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  13. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  14. Народное хозяйство СССР 1922-1982 (Юбилейный статистический ежегодник)
  15. Народное хозяйство СССР за 70 лет. Юбилейный статистический ежегодник. Финансы и статистика, Москва, 1987 год. Дата обращения: 28 июнь 2016. Архивировано 28 июнь 2016 года.
  16. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  17. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  18. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  19. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года по Иркутской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013. Архивировано 23 сентябрь 2013 года.
  20. 20,0 20,1 Численность населения по муниципальным образованиям на 1 января 2012 года : стат. бюл. / Иркутскстат. – Иркутск, 2012. – 81 с. Дата обращения: 24 сентябрь 2016. Архивировано 24 сентябрь 2016 года.
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  22. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  23. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  24. с учётом городов Крыма
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  26. ПАМЯТНИК РАСКУЛАЧЕННЫМ КРЕСТЬЯНАМ В ГОРОДЕ ЧЕРЕМХОВО (ИСТОРИЯ СОЗДАНИЯ)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мельхеев М. Н. Топонимика Бурятии: История, система и происхождение географических названий. — Улан-Удэ: Бурятское книжное изд-во, 1969. — 185 с.
  • Поспелов Е. М. Географические названия России: Топонимический словарь: Более 4 000 единиц. — М.: АСТ; Астрель, 2008. — 528 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.

Ҡалып:Города Иркутской области

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]