Черногорияла футбол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Черногорияла футбол элек югослав һәм серб футболының бер өлөшө була. 2006 йылдың 21 майындағы бойондороҡһоҙлоҡ тураһындағы референдумдан һәм 3 июндә Черногорияны бойондороҡһоҙ дәүләт иғлан иткәндән һуң, оҙаҡламай үҙ футбол союзы ойошторола. ФИФА һәм УЕФА-ға Черногория ни бары 2007 йылда ғына инә. Шунлыҡтан 2010 йылдағы футбол буйынса Донъя чемпионатының һайлап алыу турнирында тик 2008 йылда ғына ҡатнаша ала.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногорияла футбол командалары 1919 йылда Югославияның футбол союзы менән бергә барлыҡҡа килә. Черногориянан уйынсылар Югославия йыйылмаһы составында сығыш яһай. Мәҫәлән, югославтар 1930 һәм 1962 йылғы донъя чемпионаттарының ярымфиналына, ике тапҡыр Европа (1960 һәм 1968) чемпионаттарының финалына сыға. 1992 йылда Югославия тарҡалыу менән, уйынсылар СРЮ йыйылма командаһы составында (һуңынан Сербия һәм Черногория йыйылмаһы командаһы) сығыш яһай башлай. Һуңғы тапҡыр улар, Драгослав Евричты үҙ составына алып, Сербия һәм Черногория составында 2006 йылғы донъя чемпионатында уйнай. 2007 йылдан Черногория ФИФА һәм УЕФАға инә, ә уның клубтары һәм йыйылма командаһы был ойошмалар эгидаһы аҫтында ярыштарҙа ҡатнаша.

Өй ярыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чемпионат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе Лига — эске чемпионаттың төп ярыштары, унда 12 команда ҡатнаша. Турнир еңеүсеһе УЕФА чемпиондары лигаһының беренсе раундында үтә, ә икенсе һәм өсөнсө урынды алыусылар УЕФА-ның Европа лигаһына ебәрелә. Ун икенсе урындағы команда турнир йомғаҡтары буйынса икенсе лигаға төшә (уның урынына Икенсе лига чемпионы үтә), унынсы һәм ун беренсе урынды алыусылар Икенсе лиганың икенсе һәм өсөнсө призёрҙары менән ҡапма-ҡаршы матчтар уйнай. Был матч еңеүселәре киләһе миҙгелдә Беренсе лигала сығыш яһарға хоҡуҡ ала.

Подгорицанан «Будучност» клубы иң билдәле команда булып тора: был Черногория командаһы ғына Югославия чемпионатында сығыш яһай.

Кубок[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006/2007 йылғы сезондан Кубок өсөн ярыштар үткәрелә башлай. Европа лигаһына Кубогын еңеүсеһе сығыш яһай.

Йыйылма командаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге уйынды Черногория йыйылма командаһы 2007 йылдың 24 мартында үткәрә һәм Венгрияны 2:1 иҫәбе менән еңә. Донъя һәм Европа чемпионаттарының һайлап алыу турнирында 2008 йылдан алып уйнай, сөнки Евро-2008-ҙә һайлап алыуҙа ҡатнаша алмай. Бынан алда черногория уйынсылары СФРЮ (Югославия) һәм Сербия һәм Черногория йыйылмаһы командаһы өсөн сығыш яһай.

Йыйылма команданың билдәле уйынсылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.sports.ru/tribuna/blogs/montenegro/479054.html
  2. https://football-pitch.ru/futbolistyi/predrag-miyatovich.html