Чернышёв Михаил Анатольевич
Михаил Анатольевич Чернышёв | ||||
Михаил Чернышёв (һулда) һәм «Ростов-Дон» гандбол клубы тренеры Сергей Белицкий 2013 йылда | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
7 октябрь 2014 — 26 сентябрь 2016[2] | ||||
Губернатор: | Голубев Василий Юрьевич | |||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырыла | |||
| ||||
1996 — 2014 | ||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырыла | |||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлә ҡала башлығы — Неярохина Зинаида Васильевна, хәкимиәт башлығы — Горбань Сергей Иванович | |||
Тыуған: | 6 март 1948 (76 йәш) СССР Ростов өлкәһе Дондағы Ростов ҡалаһы | |||
Ҡатыны: | Степанова Зоя Михайловна | |||
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы | |||
Белеме: | Дон дәүләт техник университеты | |||
Фәнни дәрәжәһе: | иҡтисад фәндәре докторы[d] | |||
Наградалары: |
| |||
Чернышёв Михаи́л Анато́льевич (6 март 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең партия, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Унан алда Ростов өлкәһе губернаторы урынбаҫары (торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төбәк дәүләт торлаҡ күҙәтеүе, халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса)[3] һәм Дондағы Ростов ҡалаһы мэры (1990—2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Анатольевич Чернышёв Дондағы Ростов ҡалаһында 1948 йылдың 6 мартында тыуған.
1967 йылда мәктәпте «көмөш миҙалға» тамамлай һәм 1972 йылда Дон дәүләт техник университетын (ДГТУ) «Теүәл механика приборҙары» һөнәре буйынса тамамлай. Артабан инженер булып, унан һуң Ростов радиоэлемтә фәнни-тикшеренеү институтында беренсе категориялы инженер-конструктор булып эшләй; 1980—1985 йылдарҙа партия эшендә — КПСС-тың Октябрьский район комитетында бүлек мөдире, партияның Ростов ҡала комитетында бүлек мөдире урынбаҫары[4].
1985 йылдан — халыҡ депутаттарының Пролетарский район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, халыҡ депутаттарының Ростов өлкә Советы башҡарма комитетының ойоштороу-инструктор бүлеге мөдире урынбаҫары, унан һуң Дондағы Ростов ҡалаһының Пролетарский районы хәкимиәте башлығы.
1993 йылдың июлендә Дондағы Ростов ҡалаһының хәкимиәт башлығы итеп тәғәйенләнә. 1994 йылда Ростов ҡала Думаһы депутаты һәм ҡаланың урындағы үҙидара башлығы итеп һайлана, 1996 йылдың декабрендә, һайлаусыларҙың 78 % тауышын йыйып, Ростов мэры һайлауында еңеп сыға; 2000 йылдың декабрендә, 2004 йылдың декабрендә һәм 2010 йылдың мартында ошо вазифаға яңынан һайлана. 2014 йылдың 6 октябрендә мэр вазифаһынан отставкаға китә һәм Ростов өлкәһе хөкүмәтенә эшкә күсә[5]. Ростов өлкәһе губернаторы Голубев Василий Юрьевичтың 2014 йылдың 6 октябрендәге ҡарары менән, 2014 йылдың 7 октябренән Ростов өлкәһе губернаторы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Уның ҡарамағындағы мәсьәләләр: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ; төбәк дәүләт торлаҡ күҙәтеүе; Ростов өлкәһендәге ҡалаларҙа һәм башҡа тораҡ пункттарҙа территорияны төҙөкләндереү өлкәһендә административ тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм административ тәртип боҙоу эштәрен ҡарау; халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек.
2016 йылдың 18 сентябрендә Көньяҡ һайлау округынан Дәүләт Думаһына депутат булып һайлана (0152, Ростов өлкәһе).
Дүртенсе дәрәжә «Ватан алдында өлгөлө хеҙмәте өсөн» ордены (2007),[6] Дуҫлыҡ ордены (1997),[7] Почёт ордены (2000),[8] 1999 йылда «Рәсәйҙең Почетлы төҙөүсеһе» знагы менән бүләкләнә.
«Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы» йәмәғәт ойошмаһы фаразы буйынса — 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының муниципаль ойошмалар башлыҡтары араһында иң яҡшыһы[9].
Михаи́л Анато́льевич Чернышёв «иҡтисад фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә эйә, уның йөҙөү, шахмат, атыу буйынса спорт разрядтары бар.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсегә никахҡа ингән, ҡатыны — Степанова Зоя Михайловна Берҙәм Рәсәй фракцияһы Дәүләт думаһы депутаты (4-се, 5-се һәм 6-сы саҡырылыш). Беренсе никахтан ике ҡыҙы бар. Ейәне һәм ейәнсәре бар.
Килеме һәм милке тураһында мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]З. М. Степанованың Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ биргән декларацияһына ярашлы, Степанова ире менән бергә 2011 йылда 5,3 миллион һум күләмендә килем алған. Степанова һәм ире Чернышёв милкендә майҙаны 2 мең квадрат метр тәшкил иткән ер участкаһы, ике фатир, майҙаны 771,5 квадрат метр тәшкил иткән торлаҡ йорт, өс гараж, ике машина урыны, еңел автомобиль, теләһә ниндәй юлдан йөрөй ала торған автомашина һәм ҡаргиҙәр бар[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Должностные обязанности Заместитель Губернатора Ростовской области Чернышев Михаил Анатольевич Дата обращения: 19 июля 2016 г.
- ↑ Заместителем губернатора назначен Сергей Сидаш - Правительство Ростовской области
- ↑ Михаил Чернышев назначен заместителем губернатора Дата обращения: 19 июля 2016 г.
- ↑ Михаил Чернышёв. Биография / Персоны // Материалы сайта «Ведомости»(недоступная ссылка) Дата обращения: 10 января 2011 г.
- ↑ Михаил Чернышев сложил полномочия мэра Ростова-на-Дону . bloknot-rostov.ru (6 октябрь 2014). Дата обращения: 13 октябрь 2014.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 8 марта 2007 г. № 285(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 июня 1997 г. № 657(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 9 марта 2000 г. № 474(недоступная ссылка)
- ↑ Михаил Чернышев признан лучшим мэром России(недоступная ссылка)
- ↑ Степанова Зоя Михайловна . Государственная дума Российской Федерации. Дата обращения: 14 декабрь 2012. Архивировано 16 декабрь 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мэр Ростова-на-Дону. Биографическая справка 2016 йыл 31 июль архивланған. // Официальный портал городской Думы и Администрации города Ростов-на-Дону
- Владимир Замирский. Кому в Ростове жить хорошо (2004). Дата обращения: 6 ғинуар 2010. Архивировано 22 февраль 2012 года.
- Михаил Чернышёв на сайте Государственной Думы
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 6 мартта тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ростов өлкәһендә тыуғандар
- Дондағы Ростовта тыуғандар
- Дон дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Дондағы Ростов башлыҡтары
- Иҡтисад фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Рәсәй иҡтисадсылары
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- Рәсәй Федерацияһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары