Эстәлеккә күсергә

Чехияла социаль эшҡыуарлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чехия рреспубликаһының хеҙмәт һәм социаль һорауҙар министрлығы бинаһы

2015 йылдың тәүге яртыһына ҡарата Чехияла социаль эшҡыуарлыҡтың әле ҡаты ҡануниәт билдәләмәһе юҡ. ceske-socialni-podnikani.cz сайтында ҡуйылған социаль эшҡыуарҙар каталогы[1] — ил эсендәге социаль эшҡыуарлыҡтың вәкилдәре тураһында яҙылған иң тулы сығанаҡ. Был исемлек телефон шылтыратыуҙары ярҙамында төҙөлә. 2015 йылдың май айына ҡарата Чехияла 200 тирәһе социаль предприятиелар теркәлгән була. 2015 йылдың декабренең аҙағына тиклем йәмәғәткә тәҡдим ителгән социаль эшҡыуарлыҡ тураһында закон проектын эшләү бара. Әлеге ваҡытта социаль эшҡыуарлыҡ Чехия республикаһының хеҙмәт һәм социаль һорауҙар министрлығының яуаплылыҡ сиктәрендә.

Чехияла социаль эшҡыуарлыҡтың барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магдалена Ханкова, Усти-на-Лабе ҡалаһында урынлашҡан Ян Эвангелист Пуркин университетының философия докторы, Чехияның социаль эшҡыуарлыҡ тарихын өс периодҡа бүлергә тәҡдим итә[2]:

  • 1938 йылға тиклем (1900-сы йылдарҙың башында Чехияла күп кооперативтар барлыҡҡа килә. Ханкова егерменсе быуаттың башында көньяҡ Моравияла эшһеҙлекте әҙәйткән Томаш Батя предприятиеларын да социаль категорияға индерә);
  • 1948—1989 йылдар (кооперативтар ирекле характер алып барырға туҡтайҙар һәм үҙәк планлы экомикаһының ҡоралына әйләнде, социаль ҡоролошоу функцияларын дәүләт тулыһынса үҙ өҫтөнә ала);
  • 1989 йылдан һуң (баҙар экономикаһына күсеү).

Тикшереүҙәр һәм дүртенсе кварталда яңы варианта сығырға тейеш булған закон проектын әҙерләү барһа ла, 2015 йылға социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең дәүләт концепцияһы әле эшләп сығарылмаған. Әлеге ваҡытта Чехияның эшҡыуарҙары ҡулланған төп ҡағиҙәләр, шулар араһында берәй ниндәй өҫтөнлөк ҡаралмаған социаль булғандары ла, 90/2012 «Хужалыҡ корпорациялары тураһында», 262/2006 «Дәүләттең һатып алыуын эшләү тураһында» (эшселәре 50 процентан артыҡ зәғиф булған предприятиеларға дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу ҡаралған, әммә ғәҙәттәгесә был ҡағиҙәләр әҙ ҡулланыла), 563/1991 «Бухгалтер учеты тураһында» һәм 435/2004 «Булышлыҡ тураһында» закондарында яҙылған[1].

Әммә әйтеп китергә кәрәк, 2012 йылда Чехияла «Коммерциялы булған предприятиелар һәм кооперативтар тураһында» закон ҡабул ителә, тик ул 2014 йылда ғына көскә инә. Был законда социаль кооперативтарҙы төҙөү бер-нисә ҡағиҙәләре яҙылып китә, әммә, бер-нисә белгестәр әйтеүе буйынса, улар социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ҙур роль уйнамай[3]. Законға ярашлы, эшмәкәрлеге социаль берләштереүгә, халыҡтың ныҡлы булмаған төркөмдәренән булған кешеләргә эшкә урынлашыуға һәм интеграцияға, урындағы ресурстарҙы ҡулланыу менән региондың талаптарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлгән кооперативтар ғына социаль тип атала.

Информацион һәм финанс ярҙам

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чехияла социаль эшҡыуарлыҡҡа ингән бөтә мөһим мәғлүмәтте йыйған ceske-socialni-podnikani.cz интернет-порталы эшләй. Телефон шылтыратыуҙары ярҙамында эшләнгән социаль предприятиелар каталогы бар. Белешмәнең тәүге сығанағы социаль экономиканы үҫтереүгә инфраструктура төҙөү өсөн эшҡыуарҙарҙы, коммерциялы булмаған ойошмаларҙы, юғары уҡыу йорттарын берләштергән һәм 2009—2011 йылдарҙа эшләгән социаль экономикаһы буйынса социаль селтәре (ингл. TESSEA) була. TESSEA проектын Петра Францова, P3 (People — Planet — Profit) коммерциялы булмаған ойошманың директоры, етәкләй. Проект сиктәрендә Бөйөк Британияның, Польшаның, Словакияның һәм Бельгияның социаль эконмикаһы өлкәһенән булған белгестәр дәүләт вәкилдәре ҡатнашыуында төрлө конференциялар үтә.

Чехияла социаль эшҡыуарҙар финанс ярҙамды бер-нисә программа буйынса ала. Уларҙың иң билдәлеләре — Чехия сбербанкының, ERSTE банкының, социаль тәьҫир яһау премияһының һәм SozialMarie премияһының социаль эшҡыуарлыҡ академияһының программалары.

Benecykl — SPEZI махсус велосипедтарының немец йәрминкәһенең ҡатнашыусыһы

Масарик исемендәге университетының тикшереүселәр мәғлүмәттәре буйынса, 2007 йылға тиклем Чехияла йылына 2-4 яңы социаль предприятие барлыҡҡа килә. Ә 2008—2012 йылдарҙа — йылына 22 социаль предприятие барлыҡҡа килә[1]. 2014 йылда Чехияла 200 тирәһе социаль предприятие теркәлә, йылына уртаса әйләнеше 3,6 миллион чехия крондарына тигеҙ, ә әйләнештәрҙең суммаһы — 720 миллион крон тирәһе[1].

Чехиялы социаль эшҡыуарлыҡтың өлгөһө Benecykl компанияһы була ала. Шунда физик яҡтан мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр эшләй. Улар балалар, ололар һәм һаулығы насар булғандар сөн махсус велотехника эшләп сығара. 2009 йылда компанияның етештерелгән тауары Брно Престиж конкурсында бүләк ала[4].

Электроэнергия өлкәһендә Чехияла «Energeia» социаль предприятиеһы эшләй. Электроэнергияны эшләүҙән табылған аҡса төрлө социаль ойошмаларға ярҙам кеүек йүнәлтелә. Мәҫьәлән, компанияның аҡсаларына Чехияла тәүге балалар хосписын төҙөй башлайҙар[5].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 PODKLAD PRO KONCEPCI POLITIKY VLÁDY VŮČI NNODO ROKU 2020 (cz), Centrum pro výzkum neziskového sektoru Ekonomicko-správní fakulta Masarykova Univerzita.
  2. Study of Social Enterprises in past and present in the Czech Republic  (инг.), The Eight IRSPM.
  3. Zbyněk Fiala: Sociální podnikání dostane zákon (cz), parlamentnilisty.cz.
  4. Sociální podnikatelé: Peníze nejsou všechno (cz), MINISTERSTVO PRÁCE A SOCIÁLNÍCH VĚCÍ ČR.
  5. Коллектив авторов. Глава 2. Опыт работы организаций социального предпринимательства в разных странах мира (11 кейсов) // Социальное предпринимательство в России и в мире. Практика и исследования / Редактор Московская А. А., рецензент Чепуренко А. Ю.. — Высшая школа экономики, 2013. — С. 76-83. — 286 с. — ISBN 5759808834.