Эстәлеккә күсергә

Чеховтар кибете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чеховтар кибете
Нигеҙләү датаһы 1977
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Урын Александр урамы
Рәсми асылыу датаһы 1977
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Адрес ул. Александровская, д. 100, г. Таганрог, Ростовская обл., Россия
Карта
 Чеховтар кибете Викимилектә

«Чеховтар кибете»Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһындағы музей, 1975 йылда нигеҙ һалынған, 1977 йылдың 3 ноябрендә асылған. 1840 йылдарҙағы йортта урынлашҡан, 1869—1874 йылдарҙа Чеховтар ғаиләһе йортто ҡуртымға ала[1]. Таганрог дәүләт әҙәби һәм тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығы составына инә.

Йорт XIX быуаттың 40-сы йылдарында төҙөлә. Чеховтарҙың ғаиләһе уны 1869 йылдан 1874 йылға тиклем ҡуртымға ала[1]. Антон Чехов 9 йәшенән 14 йәшкә тиклем бында йәшәй.

Ғаилә йорттоң икенсе ҡатында йәшәй, ә аҫта, беренсе ҡатта, аталарының бакалея кибете урынлаша. Һуңыраҡ был кибеттә кешеләр менән осрашыуҙан алған тәьҫораттары буйынса яҙыусы «Ванька», «Спать хочется», «Канитель», «Певчие», «Архиерей», «Отец семейства», «Тяжёлые люди» хикәйәләрен яҙа

Йортта КПСС-тың ҡала комитеты һәм Таганрог ҡалаһы башҡарма комитетының 1975 йылдың 1 ғинуарҙағы ҡарары нигеҙендә 1977 йылдың 3 ноябрендә музей асыла[1]. А.П. Чеховтың бала сағы тураһында һөйләгән экспозициялар бар. Яҙыусының бала саҡтағы интерьеры булдырылған, уның ғаиләһе ағзаларының ҡайһы бер эштәре, шулай уҡ ғаилә фотоһүрәттәре бар.

2011 йылдың 13 майҙа музей алдында А. П. Чеховтың «Толстый и тонкий» хикәйәһе геройҙарына һәйкәл ҡуйыла[2].

  1. 1,0 1,1 1,2 Кожевникова Е. А. «Лавка Чеховых» музей // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 442. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  2. Сазонова Е. Так рождаются легенды // Таганрогская правда. — 2011. — 17 мая.