Чечня дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Чечня дәүләт университеты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1938
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1937–1954).svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Грозный
Уҡыусылар һаны 19 022
Башланыу датаһы 7 февраль 1938
Рәсми сайт chesu.ru
Commons-logo.svg Чечня дәүләт университеты Викимилектә

Чечня дәүләт университеты (чеч. Нохчийн пачхьалкхан университет) — Грозныйҙағы классик университет. 1938 йылда нигеҙ һалына, .

Чечня дәүләт университеты

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университеттың тарихы 1938 йылдың 7 февраленән, Чечен-Ингуш АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм партия өлкә комитеты инициативаһы буйынса Грозныйҙа асылған ике йыллыҡ уҡытыусылар институты асылғандан башлана. Уҡыуға 120 кеше инә. 1938 йылдың 1 сентябренән уҡытыусылар институты дүрт йыллыҡ уҡыутыу ваҡыты менән Чечен-Ингуш дәүләт педагогия институты тип үҙгәртелә. Уның филология, тарих һәм физика-математика факультеттары була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, институт ҡорамалдары эвакуациялана, әммә 1943 йыл уртаһында уҡыу йорто тергеҙелә башлай.

1955 йылда — институттың ҙур уҡыу корпусы, ә 1957 йылдан физика-математика факультеты өсөн оҫтаханалар төҙөлә. 1956 йылда институтта физик тәрбиә факультеты асыла, 1958 йылда — педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты, 1960 йылда — тәбиғи-география факультеты, 1962 йылда — сит телдәр факультеты. Бер нисә йыл дауамында тарих һәм филология факультеттары тарих-филология факультетына берләштелергән була.

1960 йылда институттың исеме — Чечено-Ингуш дәүләт педагогия институты тип үҙгәртелә.

1960 йылдарҙа уҡыу йортоноң матди-техник базаһы нығытыла: 632 урынға иҫәпләнгән ятаҡ төҙөлә, яңы кабинеттар һәм лабораториялар булдырыла, фәнни ҡорамалдар күпкә яҡшыртыла һәм арттырыла[1].

1971 йылдың 9 мартында институт итеп Чечен-Ингуш дәүләт университеты тип үҙгәртелә[2]. Уҡыу йортона Лев Николаевич Толстой исеме бирелә. 1980 йылдар уртаһында университетта 8 — тарих, филология, роман-герман филологияһы, иҡтисад, физика, математика, география, биология-химия — факультет иҫәпләнә. 1990 йылда — медицина, 1993 йылда — юридик һәм финанс-иҡтисад факультеттары асыла.

1995 йылдың ғинуарында хәрби хәрәкәттәр барышында университет корпусы һиҙелерлек емерелеүгә дусар була. Уҡыу корпустары емереклектәргә әйләнә, китапхана, ботаника баҡсаһын, уникаль ғилми лаборатория, уҡыу-производство базаһы, хисаплау үҙәге, типография юҡ ителә. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыу иҫән ҡалған бер нисә бинала дауам ителә[1].

1995 йылдың 28 февралендә Лев Николаевич Толстой исемендәге Чечен-Ингуш дәүләт университеты Чечня дәүләт университеты итеп үҙгәртелә[3].

Беренсе чечен һуғышы тамамланғандан һуң Чечня бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә, университет яңы власҡа буйһона, ғәмәлдә Рәсәй мәғариф киңлегенән сығарыла, финанс ярҙамынан мәхрүм ителә. Шуға ҡарамаҫтан, емертелгән һәм таланған биналарҙа уҡытыу алып барыла.

1997 йылда агротехнологик факультет асыла[1]. 1997 йылдың ноябрендә Урус-Мартанда Чечня дәүләт университетының ситтән тороп уҡыу факультеты асыла. Шундай уҡ факультеттарҙы республиканың Шалой районы һәм Шелковской райондарында асыу күҙаллана[4].

1997 йылда университетта тергеҙеү эштәре башлана. 1998 йыл башына ятаҡта һәм ике уҡыу корпусында дәрестәр өсөн биналар ремонтлана. 1998 йыл дауамында өсөнсө корпусты, шулай уҡ университетҡа бирелгән элекке мәктәп-интернат бинаһын тергеҙеү эштәре алып барыла[5].

1998 йылдың июлендә Чечня Республикаһы Ичкерияның Минитсрҙар кабинеты университет эшмәкәрлеген ҡабатлаған Чечня педагогия институтын ябыу тураһында ҡарарҡабул итә. Уның бөтә штаты һәм матди базаһы дәүләт педагогия университетына тапшырыла. Биш факультет һәм 36 кафедра ҡыҫҡартыла[6]. Шуға ҡарамаҫтан, пединститут педагогтары үҙ учреждениеларын яҡлап сыға һәм институт ябылмай[7].

1999 йылда сираттағы хәрби хәрәкәттәр барышында университет ҡабат емерелеүгә дусар була. 2000 йылдың апрелендә, ҡалала Рәсәй хакимиәте булдырылғас, университет эшен тергеҙә. 2003 йылдың 6 майында университет юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына «Чечня дәүләт университеты» юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы булып инә.

Чечня дәүләт университетының Шерипов урамындағы (32-се йорт) төп корпусы Грозный ҡалаһы (2012 йылда файҙаланыуға тапшырыла)

2000 йылдар башында уҡыу йртоноң матди-техник базаһы тергеҙелә башлай. 2003 йылда 2500 квадрат метрҙа уҡыу майҙаны тергеҙелә, 2004 йылда ашхана, уҡыу оҫтаханаһы, ике спорт залы сафҡа индерелә. 2005 йылдың мартында иҡтисад факультетының һәм ректорат корпусы файҙаланыуға тапшырыла, 2006 йылда тағы ла 6 уҡыу корпусы ремонтлана. 2006 йылдың октябрендә Медицина факультетының уҡыу корпусы асыла.

2008-2009 йылдарҙа 3-сө уҡыу корпусында, Киев урамында урынлашҡан уҡыу корпустарында капиталь ремонт үткәрелә.

2007-2012 йылдарҙа 1-се һәм 2-се уҡыу корпустары төҙөлә. 2011 йылда «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының «500 бассейн» программаһы буйынса бассейн төҙөлә. 2016 йылда 350 студентҡа иҫәпләнгән ятаҡтар һәм тағы бер бассейн сафҡа индерелә.

2000 йыл башында университет структураһына 13 — тарих, математика һәм компьютер технологияһы, физика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, биология-химия, медицина, юридик, иҡтисад, финанс-иҡтисад, география һәм геоэкология, агротехнологик, сит ил телдәре, филология (2007 йылда Дөйөм чечен һәм дөйөм филология институты итеп үҙгәртелә), дәүләт идара итеүе (2005 йылдан) — факультет инә. 2003 йылда профессиональ белгестәр әҙерләү маҡсатында өҫтәмә һөнәри белем биреү үҙәге булдырыла. 2006 йылда ул өҫтәмә һөнәри белем биреү һәм квалификацияны күтәреү факультеты итеп үҙгәртелә.

Университетта коллектив файҙаланыу, технологиялар һәм инновацияларға ярҙам, ғилми-техник мәғлүмәт һәм фаразлау үҙәктәре, ботаника баҡсаһы, зоология, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, нәшриәт, 5 хеҙмәтләндереү бүлеге, абонементтар һәм уҡыу залдары булған китапхана, йәмәғәт туҡланыу комбинаты эшләй.

Университетта өс докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау советы эшләй:

2011 йылдың 25 июленән университет «Чечня дәүләт университеты» юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы итеп үҙгәртелә[8].

Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Чечня дәүләт университеты» юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһында штатта 500 уҡытыусы эшләй, шул иҫәптән 66 фән докторы, уларҙың 27-һе профессор дәрәжәһенә эйә, 270 фән кандидаты, шул иҫәптән 102-һе доцент дәрәжәһенә эйә.

Ике урында эшләгән 168 уҡытыусының 27-һе — фән докторы (5-һе — профессор) , 76-һы — фән кандидаты (39-ы доцент).

Вузда 72 кафедра эшләй. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дөйөм студенттар һаны — 15458.

10 факультет һәм 4 институт белем биреүҙең барлыҡ кимәле буйынса белгестәр әҙерләп сығара.

Урта һөнәри белем биреү программаһы
Квалификациялы хеҙмәткәрҙәр, эшселәр әҙерләү программалары (ППКРС) Урта звено хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү программалары (ППССЗ)
09.01.03 Цифрлы мәғлүмәт эшкәртеү оҫтаһы 09.02.05 Ғәмәли информатика (тармаҡтар буйынса)
18.01.02 Лаборант-эколог 38.02.01 Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса)
19.01.02 Лаборант-аналитик 38.02.07 Банк эше
39.02.01 Социаль хеҙмәт
40.02.01 Социаль тәьминәт хоҡуғы һәм ойоштмаһы
44.02.01 Мәктәпкәсә белем биреү
44.02.05 Мәктәпкәсә белем биреүҙә коррекцион педагогика
Бакалавриат
35.03.04 Агрономия
38.03.05 Бизнес-информатика
06.03.01 Биология
05.03.02 География
38.03.04 Дәүләт һәм муниципаль идара итеү
42.03.02 Журналистика
41.03.01 Сит ил төбәктәрҙе өйрәнеү
36.03.02 Зоотехния
11.03.02 Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары һәм элемтә системалары
46.03.01 тарих
51.03.01 Культурология
45.03.02 Лингвистика
01.03.01 Математика
38.03.02 Менеджмент
51.03.04 Музейҙарҙы өйрәнеү һәм мәҙәни, тәбиғәт сираҫын һаҡлау
01.03.02 Ғәмәли математика һәм информатика
09.03.04 Программалы инженерия
44.03.02 Психолого-педагогик белем
03.03.03 Радиофизика
35.03.05 Баҡсасылыҡ
43.03.01 Сервис
39.03.02 Социаль хеҙмәт
35.03.07 ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологияһы
38.03.06 Сауҙа эше
43.03.02 Туризм
03.03.02 Физика
45.03.01 Филология
04.03.01 Химия
05.03.06 Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу
38.03.01 Иҡтисад
40.03.01 Юриспруденция
Специалитет
52.05.01 Актер оҫталығы
36.05.01 Ветеринария
31.05.01 Дауалау эше
31.05.02 Педиатрия
31.05.03 Стоматология
Магистратура
35.04.04 Агрономия
06.04.01 Биология
05.04.02 География
38.04.04 Дәүләт һәм муниципаль идара итеү
36.04.02 Зоотехния
09.04.01 Информатика һәм иҫәпләү техникаһы
46.04.01 тарих
45.04.02 Лингвистика
01.04.01 Математика
38.04.02 Менеджмент
44.04.02 Психолого-педагогик белем
03.04.03 Радиофизика
39.04.02 Социаль хеҙмәт
38.04.06 Сауҙа эше
43.04.02 Туризм
03.04.02 Физика
45.04.01 Филология
38.04.08 Финанстар һәм кредит
04.04.01 Химия
05.04.06 Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу
38.04.01 Иҡтисада
40.04.01 Юриспруденция
Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү (аспирантура)
06.06.01 Биология фәндәре
46.06.01 Тарихи фәндәр һәм археология
01.06.01 Математика һәм механика
32.06.01 Медико-профилактик эш
05.06.01 Ер тураһында фән
44.06.01 Мәғариф һәм педагогик фәндәр
37.06.01 Психологик фәндәр
35.06.01 ауыл хужалығы
03.06.01 Физика һәм астрономия
47.06.01 Философия, этика һәм динде өйрәнеү
30.06.01 Фундаменталь медицина
04.06.01 Химия фәндәре
38.06.01 Иҡтисад
40.06.01 Юриспруденция
45.06.01 Телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеү
Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү (ординатура)
31.08.01 Акушерлыҡ һәм гинекология
31.08.32 Дерматовенерология
31.08.16 Балалар хирургияһы
31.08.35 Йоғошло сирҙәр
31.08.37 Клиник фармакология
31.08.42 Неврология
31.08.18 Неонатология
31.08.57 Онкология
31.08.19 Педиатрия
31.08.20 Психиатрия
31.08.21 Психиатрия-наркология
31.08.49 Терапия
31.08.67 Хирургия

Факультеттар, институттар һәм башҡа белем биреү бүлексәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өҫтәмә профессиональ белем биреү һәм квалификация күтәреү факультеты
  • География һәм геоэкология факультеты
  • Математика һәм компьютер технологиялары факультеты
  • Физикаһәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары факультеты
  • Агротехнологик институт
  • Биология-химия факультеты
  • Сит ил телдәре факультеты
  • Дәүләт идаралығы факультеты
  • Финанс һәм иҡтисад институты
  • Мәғлүмәт технологиялары факультеты
  • Юридик факультет
  • Медицина институты
  • Тарих факультеты
  • Филология факультеты
  • Колледж
  • Лицей

Структура подразделениелары һәм студенттар һаны

_ Бүлексә исеме Студенттар һаны
1 Финанс һәм иҡтисад институты 2796 21 %
2 Медицина институты 1273 9 %
3 Агротехнология институты 785 6 %
4 Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты ____
5 Юридик факультет 2991 22 %
6 Филология факультеты 1531 11 %
7 Тарих факультеты 651 5 %
8 География һәм геоэкология факультеты 800 6 %
9 Сит ил телдәре факультеты 274 2 %
10 Биология-химия факультеты 1275 10 %
11 Мәғлүмәт технологиялары факультеты 216 2 %
12 Математика һәм компьютер технологиялары факультеты 459 3 %
13 Физика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары факультеты 423 3 %

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Магомадов С. С., Хулаев И. М. и др. Чеченский государственный университет. Грозный, 2011
  2. Постановлением Совета Министров СССР от 9 марта 1971 года № 156
  3. [Постановление Госкомвуза РФ № 4745 от 28 февраля 1995 года]
  4. Газета «Ичкерия», № 81, 20 ноября 1997 года
  5. Газета «Грозненский рабочий», № 1, 4 января 1998 года
  6. Газета «Ичкерия», № 14, июль 1998 года
  7. Газета «Грозненский рабочий», № 36, 3 сентября 1998 года.
  8. ЕГРЮЛ, ОГРН 1032001202903

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]