Чиглинцев Александр Петрович
Чиглинцев Александр Петрович | |
Тыуған көнө | 1902 |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Чиглинцев Александр Петрович (1902−1938) — Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары (1923—1925). Сәйәси золом ҡорбаны (1938).
Чиглинцев Александр Петрович 1902 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында тыуған.
1919 йылдан — коммунистар партияһы ағзаһы. 1919−1920 йылдарҙа — РКСМ-дың Бөрө өйәҙе комитетының рәйесе. Граждандар һуғышы осоронда 58-се дивизияһының рота политругы (май−ноябрь, 1920), артабан РКСМ-дың Бөрө өйәҙе комитетының (1920−1921), Өфө өлкә комитетының яуаплы секретары, РКСМ-дың Өфө өйәҙ комитетының яуаплы секретары булып эшләй.
1921−1923 йылдарҙа — Башҡортостандың профессиональ советында ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының вәкиле, 1923−1925 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары, 1925−1927 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының II дәрәжә 1-се мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1928−1931 йылдарҙа — Сәнәғәт-иҡтисади техникумының (Башҡорт кооператив техникумының) беренсе директоры[1]. 1935−1936 йылдарҙа — кадрҙар бүлеге мөдире, 1932−1935 йылдарҙа — Белорет ҡалаһының ВКП(б)-ның район комитетының инструкторы, 1936−1937 йылдарҙа — Һыу транспортының Ағиҙел өлкә контораһының парторгы (Кама йылға пароходлығының сәйәси бүлеге), ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының сәнәғәт бүлегенең инструкторы[2].
1938 йылда репрессиялана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ кооперативный техникум(недоступная ссылка)
- ↑ ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- Башкирский кооперативный техникум(недоступная ссылка) (рус.)