Чириковтың табыш йорто (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |||
Чириковтың табыш йорто
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Будённый проспекты, 46 | ||
Архитектура стиле | Эклектика | ||
Проект авторы | Эберг Леонид Фёдорович | ||
Төҙөлөшө | ???—1913 йылдар | ||
Статус |
| ||
Чириковтың табыш йорто Викимилектә |
Чириковтың табыш йорто — Дондағы Ростовтың Будённый проспектында (46-сы йорт) урынлашҡан бина. Йорт 1913 йылда архитектор Эберг Леонид Фёдорович проекты буйынса[1] эклектика стилендә төҙөлгән[2]. Хәҙерге ваҡытта бинаны Дондағы Ростовтың эске эштәр Идаралығы биләй. Чириковтың табыш йорто регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог проспектындағы (хәҙерге Будённый) табыш йорто XX быуат башында кондитер фабрикаһы хужаһы, ҡала идараһы ағзаһы һәм ҡала үҙ-ара кредит Ойошмаһы советы рәйесе Владимир Кириллович Чириков заказы буйынса төҙөлә. Бинаның проект авторы ростов архитекторы Эберг Леонид Фёдорович була, ул үҙе үк төҙөлөш менән етәкселек итә. 1912 йылда төҙөлөш аҙағына ҡарай Чириков төҙөлөш майҙанына килә, шул килеүендә фасадҡа ике колонна ҡуйыуҙы талап итә. Архитектор колонналар ҡуйыуға ҡаршы төшә, сөнки бинаның композицияһы Ренессанс эпохаһы архитектура принциптарына нигеҙләнгән була. Быға яуап итеп Чириков: «Ә аҡсаны һиңә кем түләй — Ренессансмы әллә минме? ..»,- тип белдерә. Эберг бер нимә тип тә уға ҡаршы әйтә алмай һәм кронштейндарҙа ике колонна ҡуйырға мәжбүр була[1][4].
Биш ҡатлы, фасады штукатуркаланған кирбес бина ҙур архитектура объекты, күп яҡлы ҡыйыҡлы, өҫкө ҡатта кәрниз өҫтөндә биҙәкле бер төр аркалар теҙмәһе менән осланған ҙур арка тоташтырған ике тура дүртмөйөшлө эркеры бар. Мөһабәт һәм гармониялы нисбәтле күркәм деталдәр, кәрниздәрҙең биҙәлеше һәм орнаменттар менән һырланышы, икешәрләнгән тәҙрәләр өҫтөндә урынлашҡан медальондар һәм эмблемалар — былар бөтәһе лә бинаны уны уратып алған башҡа биналарҙан айырып тора, Ростовтың боронғо үҙәгенең йөҙөн билдәләүсе айырып алғыһыҙ элементы булып тора.
Рим цифрҙары менән яҙылған төҙөлөш йылы «MCMXIV» ―1914 һәм ике антик стилдәге скульптура фронтонда тик 1917 йылға тиклем генә тора, Октябрь революцияһынан һуң юғала[5]. «Приазовский край» гәзите 1913 йылда Чириковтың табыш йортон Ростовтың баҡшҡа йорттары араһында ҙурлығы һәм архитектураһы буйынса иң күренеклеләрҙең береһе тип атай.
Табыш йорто бинаһы һыу менән йылытыу, электр яҡтылығы, телефон, подвалды ҡаттар һәм өй ҡыйығындағы йәйге баҡсаһы булған ресторан менән тоташтырыусы лифт менән ҡорамалландырылған. Беренсе ҡатта магазиндар урынлаша. Беренсе ҡаттағы бүлмәләрҙе магазиндар ҡуртымға алалар. Табыш йортонда фатирҙар 4, 5, 6 һәм 7 бүлмәнән торалар. Өй ҡыйығында баҡса эшләнгән. Бинала лифт ҡуйылған[1].
Табыш йорто «Приазовский край» гәзитендә рекламалана һәм лайыҡлы рәүештә уңыш менән файҙалана. Табыш йортоноң хәлле фатирсылары араһында Владимир Кириллович Чириковтың бер туған ағайы Сергей Кириллович тә була.
Граждандар һуғышы осоронда был йортта Деникиндың аҡ армияһының яралы һалдаттары өсөн госпиталь урынлаша. Совет власы нығынғандан һуң йортто национализациялай, беренсе ҡаттағы магазиндарҙы һаҡлап ҡалдыра. 1920-йылдар башында йорт янғындан ныҡ зыян күрә. Янғынды Чириков йортоноң подвалында туҡыма склады булған контора хеҙмәткәрҙәре ойошторған тигән фекер бар, сөнки көтөлгән ревизия бик ҙур күләмдә тауарҙар етешмәүен һәм башҡа мутлыҡтарҙы фаш итергә мөмкин була. Ләкин янғын шул тиклем көслө була, бөтә өйҙө солғап ала, уны һүндереү ҡыйын була. Бина өҫкө ҡаттарға тиклем янып бөтә. Буш һәм ташландыҡ хәлдә ул бер нисә йыл тора. Тик 1927 йылда урындағы властәр уны тергеҙергә тотона. Бинаның фасады тәүге ҡиәфәтендә тиерлек тергеҙелә, әммә элекке табыш йортоноң интерьерҙәренән бер ни ҙә ҡалмай.
1929 йылдың апрелендә эштәр тамамланғандан һуң элекке Чириковтың табыш йортонда ҡала Советы урынлаша[6].
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, ҡаланың үҙәген йыш бомбаға тотоуҙарына ҡарамаҫтан, бина емерелеүгә дусар булмай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бинала Главсевкавстрой урынлаша[1]. 2000-се йылдарҙа бинаны Дондағы Ростовтың эске эштәр Идаралығы, ә хәҙер — Ленин районы полицияһының эске эштәр бүлеге биләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова. — Ростов, 1982. — С. 71—72.
- ↑ Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
- ↑ Ребайн Я. А. Ростов-на-Дону. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. — С. 14. — (Архитектура городов СССР).
- ↑ История двух домов (часть первая). Дом купца Чирикова. | Меотида: История, культура, природа нижнего Дона и приазовья . meotyda.ru. Дата обращения: 23 февраль 2017.
- ↑ Довоенная открытка 1939 года . temernik.ru. Дата обращения: 16 декабрь 2013.