Чурилов Иван Ефимович
Чурилов Иван Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1920 |
Тыуған урыны | Баймаҡ, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 18 октябрь 1942 |
Үлем сәбәбе | яраларҙан вафат була[d] |
Хәрби звание | кесе сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Чурилов Иван Ефимович (1920 йыл — 18 октябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе сержант. 11-се гвардия уҡсылар дивизияһы 27-се гвардия уҡсылар полкы яугиры, отделение командиры[1]. Яуҙа алған йәрәхәттәрҙән вафат булған, Смоленск өлкәһе Козельск районы Шемякино ауылында ерләнгән[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Ефимович Чурилов 1920 йылда тыуған. Баймаҡ тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, тарихсы М.М. Маннаповтың эҙләнеүҙәренән, Чуриловтар ғаиләһе Баймаҡҡа Ырымбур өлкәһе Кваркен районы (ул ваҡытта Йылайыр кантоны) Яңы Кура ауыл советынан күсеп килгән. Иван йәш саҡтан эшләй башлай. 1934 йылда Түбә руднигында итексе булып эшләй[3]. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. ВЛКСМ ағзаһы. 11-се гвардия уҡсылар дивизияһының 27-се гвардия уҡсылар полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә. Аҙаҡҡы хеҙмәт урыны 11-се гвардия уҡсылар дивизияһы штабы тип күрһәтелгән[2]. Гв. кесе сержанты Иван Чурилов яу яланында ҡаты яралана, алған яраларҙан төҙәлә алмай һәм 1942 йылдың 18 октябрендә госпиталдә вафат була. Смоленск өлкәһе (хәҙер Калуга өлкәһе) Козельск районы Шемякино (хәҙер бөткән ауыл) ауылында ерләнә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса шул уҡ райондың Славышено ауылында[4]). Документтарҙа уның Баймаҡ ҡалаһы Чапаев урамы, 36 йорт, 12 фатирҙа йәшәгән әсәһе Евросинья Дмитриевна Чурилова күрһәтелгән[2].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чурилов Иван Ефимовичтың исеме Башҡортостандың Баймаҡ районы Хәтер китабына[1], шулай уҡ Калуга өлкәһе Хәтер китабына индерелгән[5].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. ЦАМО; Фонд ист. информации: 58; Опись ист. информации: 818883; Дело ист. информации: 1117 2. Книга памяти. Калужская область. Том 11 3. Память. Башкортостан. Книга 5, стр. 146