Шайтантау (ҡурсаулыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шайтан-Тау
Р.Сакмар.jpg
Төп мәғлүмәт
Майҙаны6726 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы ]] [[Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел йыл|Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел йыл]] 
Идара итеүсе ойошмаФДБУ «Ырымбур заповедниктары» 
Урынлашыуы
51°47′17″ с. ш. 57°25′03″ в. д.HGЯO

orenzap.ru
Рәсәй
Точка
Шайтан-Тау
Commons-logo.svg Шайтантау Викимилектә

Шайтан-Тау — дәүләт ҡурсаулығы. 2014 йылдың 12 октябрендә булдырылған. [2], Көньяҡ Уралдағы Шайтантау тау һырты итәктәрендә урынлашҡан.

Мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡланыусы биләмәнең майҙаны 6726 гектар (67,26 км²), ҡурсаулыҡ зонаһы 12925 гектар майҙанды тәшкил итә. Ул бөтәһе 4 кластерҙан тора, һәм Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостандың сиктәш биләмәләрендә ята. Ике яҡтың да сиктәре аша үтә. Ҡыуандыҡ урман хужалығына (лесничество) инә. Заповедникта реликт иҫәпләнгән кембрий дәүеренә ҡараған эзбизташ ятҡылыҡтарын осратырға мөмкин. Уларҙың йәше 500 миллион йыл[3].

Тау тоҡомдарының ярылған урындарында боронғо бөжәктәрҙең һәм үҫемлектәрҙең ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтарын табырға була. Ҡурсаулыҡ төҙөүҙөң төп сәбәбе — имәнлектәр далаларын, шулай уҡ төрҙәре һирәкләнгән хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе ҡурсалау. Унан тыш был яҡ төбәктәге туризмды һәм тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүгә ярҙам итергә тейеш.[4].


Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурсаулыҡта тайгала йәшәүсе байтаҡ хайуандарҙы осратырға мөмкин: һоро айыу, мышы, ҡабан, урман һыуһары, һеләүһен, тейен, бурһыҡ. Дала төрҙәренән байбаҡ һәм йомран, сипылдаҡ йәшәй. Ҡоштарҙан: балабан, сапсан, кәлмәргән, бөркөт һәм көсөгән бар. Шулай уҡ һаҙ ташбаҡаһы ла осрай. Һирәк осраусы бөжәктәрҙән аполлон һәм махаон күбәләктәре иҫәпкә алынған.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]