Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сипылдаҡ (урыҫ. обыкновенная трикушка, пищухи ) — бәләкәй ҡошсоҡ.
Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк. Ағас олондары буйлап үрмәләп йөрөүсе ваҡ ҡош. Нәҙек оҙон суҡышы аҫҡараҡ кәкрәйгән. Ҡойроғо ослайып бөтә. һырты ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған һорғолт көрән төҫтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Күҙҙәренең өҫтөндә аҡ ҡаштары бар. Башҡа ваҡ ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Көсһөҙ генә сипылдай: «тсии-тсии». Ҡыҫҡа һәм яңғырауыҡлы итеп сырылдап һайрай.
Урманда йәшәй. Ағас бөжәктәре, улар¬ҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында йәки ҡупҡан ағас ҡайырыһы менән олон араһында оялай. Ҡыҙғылт һипкелле 5—7 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9