Эстәлеккә күсергә

Шаляпин һәйкәле (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Фёдор Иванович Шаляпин һәйкәле
Фёдор Иванович Шаляпин һәйкәле
Фёдор Иванович Шаляпин һәйкәле
Ил Рәсәй
Город Өфө

Ф. И. Шаляпин мәрмәр һәйкәле Өфөлә, Заһир Исмағилев исемендәге дәүләт сәнғәт институты янында (элек — Өфө Дворян йыйылышы бинаһы), Ленин урамында, Башҡорт опера һәм балет театры ҡаршыһында урынлаштырылған. Бында йырсы 1890 йылдың 18 декабрендә беренсе мәртәбә сығыш яһаған.

Һәйкәлде рәссам-монументалсе Рөстәм Хәсәнов эшләгән, архитекторы — К. Донгузов. Һәйкәл асыу тантанаһы 2007 йылдың 12 июнендә үтте.

Скульптор әйтеүенсә, ул талантлы бас эйәһен йәш егет образында тыуҙырған. Шаляпин Өфө театрында сығыш яһай башлағанда уға ни бары 17 йәш була һәм ул бер кемгә лә билдәле булмай. Шуға күрә скульптор мрамор һәйкәлдә популярлыҡ яулаған һәм үҙ-үҙенә ышанған артисты кәүҙәләндермәгән, киреһенсә, ижади юлында беренсе аҙымдар эшләгән һәм тамашасылар реакцияһын тулҡынланып көткән мәлен кәүҙәләндергән. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, Шаляпиңдың ижади юлы нәҡ Өфөлә башланған.