Шарлотта Перелли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шарлотта Перелли
швед. Charlotte Perrelli
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Рәсем
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Anna Jenny Charlotte Nilsson
Имя в браке Anna Jenny Charlotte Perrelli һәм Anna Jenny Charlotte Jensen Perrelli
Тыуған көнө 7 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2] (49 йәш)
Тыуған урыны Hovmantorp[d]
Балалары Angelo Perelli[d][3] һәм Alessio Perelli[d][3]
Һөнәр төрө йырсы, йырҙар авторы, студийный музыкант
Ҡатнашыусы Melodifestivalen 1999[d], Евровидение-1999[d], Мелодифестивален 2008[d], Евровидение 2008 йыр конкурсы[d], Melodifestivalen 2012[d], Melodifestivalen 2017[d] һәм Melodifestivalen 2021[d]
Йырсы тауышы контральто[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Дискография Charlotte Perrelli discography[d]
Ойошма ағзаһы Anders Engbergs[d] һәм Wizex[d]
Жанр поп-музыка[d] һәм диско[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Universal Music Group[d]
Рәсми сайт charlotteperrelli.com
 Шарлотта Перелли Викимилектә

Шарлотта Перелли (Perrelli Charlotte, тыуғандағы исеме — Анна Дженни Шарлотта Нильссон (Anna Jenny Charlotte Nilsson); 7 октябрь 1974 йыл) — швед йырсыһы, актёр. «Евровидение 1999» йыр конкурсында «Take Me to Your Heaven» («Мине үҙеңдең ожмахыңа ал») йыры менән беренсе урын ала һәм тыуған иле Швецияға еңеү килтерә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шарлотта Перелли 1974 йылдың 7 октябрендә Швецияның Крунуберг ленындағы (губернаһындағы) Ховманторп ҡалаһында тыуған.

1987—1998[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

13 йәшендә Ховманторптағы бейеү коллективына килгән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Векшёға күсеп килә, һәм унда сәнғәттең башҡарыу төрҙәре мәктәбендә уҡый. Ул шулай уҡ «Kendix» төркөмө яңғыҙ башҡарыусы-солисы була. Һуңыраҡ «Anders Engbergs» төркөмөндә йырлай, әммә ике альбом сығарғандан һуң, коллетивтан китә, «Wizex» ансамбленә ҡушыла. 1998 йылда «Mot nya mål» альбомы өсөн төркөм швед музыкаль премияһы номинанты була, ә «Tusen och en natt» альбомы өсөн «алтын» баһаһын ала. 1997—1998 йылдарҙа Шарлотта шулай уҡ «Vita lögner» («Белая ложь») тигән швед сериалында 20 эпизодта төшә[4].

1999—2000[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылда «Melodifestivalen» һәм артабан Иерусалимда «Take Me to Your Heaven» йыры менән «Евровидение 1999» йыр конкурсында еңгән. «Евровидение» конкурсында еңгәндән һуң, Шарлотта (ул саҡта әле Нильссон) танылыу ала. Ул бөтә Европа һәм Урта Көнсығыш буйлап сығыш яһай, шулай уҡ үҙенең «Charlotte» (1999) тип аталған яңғыҙ башҡарыу альбомын сығара.

2001—2003[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2001 йылда үҙенең эсенә «You Got Me Going Crazy» тигән уңышлы сингл индергән икенсе «Miss Jealousy» альбомын сығара. 2003 йылда Шарлотта Евровидениеға һайлауҙың Швед ярымфиналы алып барыусыһы була. Шул уҡ йылдың апрелендә ул «Иисус Христос — суперйондоҙ» тигән швед постановкаһында ҡатнаша. Сентябрҙә «Broken Heart» синглы сыға, 2004 йылдың июнендә «Gone Too Long» тигән өсөнсө альбомы донъя күрә.

2004—2007[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уңышлы дебюттан һуң уны "Евровидение 2004"кә тулыһынса бөтә милли һайлап алыуҙы үткәрергә саҡыралар, ә TV4 телеканалы уны үҙенең шоуын ойошторорға саҡыра. Ул балалар өсөн «Super Troupers» тигән музыкаль тапшырыу ойоштора.

2007 йылдың майында Шарлотта «Евровидение 2007» конкурсында ҡатнашыусыларын баһалауҙа Швеция эксперты сифатында «Nordic Preview Show»ҙа ҡатнаша. Быға тиклем ул 2005 йылда эксперт комиссияһы составында булған.

2008 йылдан башлап[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Евровидение 2008» кокурсында сығышы, икенсе ярымфинал

15 мартта, Белградҡа «Евровидение 2008» йыр конкурсына барыу хоҡуғына эйә булып, "Мелодифестивален"дә икенсе еңеү яулай. 14 мартта «Hero» йырына промоклип төшөрөлә, ә һуңынан яңы йырҙы хуплаусы промотур үтә. Конкурста ул еңеү фавориттарының береһе булһа ла[5], бары тик 47 балл йыйып, 18-се генә урын биләй. Шул уҡ ваҡытта яңы «Hero» альбомы Швеция чарттарында өсөнсө урынды яулай[6].

"Евровидение"нан һуң, йырсы композитор Роберт Уэлс менән «Rhapsody in Rock» шоуында ҡатнаша, һуңғараҡ ул Пекин ҡалаһында үткән Йәйге Олимпия уйындарында сығыш яһай. Ҡытайҙа шулай уҡ уның «Hero» альбомы сыға.

Көҙ дауамында Шарлотта 10 ноябрҙә донъя күргән «Rimfrostjul» тигән раштыуа альбомы өҫтөндә эшләй. Ул шулай уҡ бер нисә шоуҙа сығыш яһай, шул иҫәптән — «Sommarkrysset», «Victoriadagen» and «Nationaldagen» шоуҙарында. 31 октябрҙә ул «Idol 2008» шоуына судья сифатында саҡырыла. Ноябрҙә һәм декабрҙә ул Швецияла раштыуа концерттарында үҙенең яңы альбомында сыҡҡан йырҙары менән сығыш яһай. 2009 йыл башында ул Минск һәм Пекин ҡалаларына гастролдәр ойоштора. 2009 йылдың февралендә Мартин Стенмарк менән бергә «Мелодифестивален-2009»ҙың 3-сө ярымфиналында сюжеты буйынса конкурстың награда итеп бирелергә тейешле статуэткаһын урлай, имеш, тип төшөрөлгән «En ny tid» («Новая эра») клибында күренә.

2009 йылдың июлендә йырсы 2010 йылда үҙенең яңы альбомын сығарыу планы тураһында иғлан итә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003—2009 йылдарҙа Шарлотта ресторатор Никола Ингроссола кейәүҙә була. Был никахта Перелли ике улы тапҡан — Анджело Матео Перрелли (08.01.2004) һәм Алессио Роберто Перрелли (17.10.2005).

2012 йылдан бирле Шарлотта Андерс Йенсен менән ғәмәлдәге никахта тора. Ошо мөнәсәбәттәрҙән Перреллиның өсөнсө улы — Андриан Ромео Перрелли-Йенсен тыуа (30.07.2013).

Дискографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альбом тураһында мәғлүмәт Синглдары
Charlotte
  • 1-се студия соло-альбомы
  • Баҫма: 1999 йылдың сентябре
  • Чарты:
    • #3 (Швеция)
    • #10 (Норвегия)
    • #23 (Нидерланды)
    • #5 (Германия)
    • #20 (США)
  • 1999: «Take Me to Your Heaven», #2 (Швеция)
  • 1999: «I write you a lovesong», #38 (Швеция)
  • 2000: «Damn You»
Miss Jealousy
  • Баҫма: 2001 йылдың марты
  • Чарттары:
    • #32 (Швеция)
  • 2001: «You Got Me Going Crazy», #20 (Швеция)
  • 2001: «Miss Jealousy» (не выпущен)
Gone too long
  • Баҫма: 2004 йылдың марты
  • Чарттары:
    • #11 (Швеция)
  • 2003: «Broken Heart» #7 (Швеция)
  • 2004: «Million Miles Away» #11 (Швеция)
I din röst
  • Баҫма: 2006 йылдың июне
  • Чарты:
    • #29 (Швеция)
  • 2006: «I din röst» тик промо ғына
  • 2006: «Jag är tillbaks»
Hero (Шарлотта Перелли альбомы)
  • Баҫма: 2008 йылдың апреле
  • Чарты:
    • #3 (Швеция)
    • #20 (Норвегия)
    • #18 (Финляндия)
  • 2008: «Hero (Шарлотта Переллиның синглы)» #1 (Швеция)
  • 2008: «Bullet»
  • 2008: «Addicted»
Rimfrostjul (рождественский альбом)
  • Баҫма: 2008 йылдың ноябре
  • Чарты:
    • #12 (Швеция)
The Girl
  • Баҫма: 2012 йылдың марты
  • Чарттары:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #135245192 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. 3,0 3,1 Charlotte Perrelli (швед.)Bonnierkoncernen, 1944.
  4. Charlotte Nilsson (ингл.). Internet Movie Database. Дата обращения: 21 август 2010. Архивировано 11 март 2012 года.
  5. Michael Osborn. Sweden tipped to win Eurovision, BBC News (20 май 2008). 6 июнь 2008 тикшерелгән.
  6. Charlotte Perrelli - Hero. swedishcharts.com. Дата обращения: 21 август 2010. Архивировано 11 март 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]