Эстәлеккә күсергә

Шатерников Валерий Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шатерников Валерий Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 21 май 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө биохимик, физиолог
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Шатерников Валерий Андреевич (1930—1986) — СССР ғалим-биохимигы һәм физиологы, биология фәндәре докторы (1970), профессор (1973), СССР МФА ағза-корреспонденты (1980). СССР МФА Туҡланыу институты директоры (1978—1983).

Валерий Андреевич Шатерников 1930 йылдың 8 мартында Мәскәүҙә тыуған.

1948—1953 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының биология факультетында уҡый.

1953 йылдан 1960 йылға тиклем Биофизика ғилми-тикшеренеү институты ғилми-тикшеренеү эшендә кесе ғилми хеҙмәткәр һәм ординатор вазифаһында. 1960 йылдан алып 1962 йылға тиклем фәнни эштәр буйынса спорттың медицина-биология проблемаларының Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй.

1962 йылдан 1966 йылға тиклем һәм 1978 йылдан 1986 йылға тиклем СССР МФА туҡланыу институтының ғилми-тикшеренеү эшендә клиник-биохимик лаборатория мөдире, 1978 йылдан 1983 йылға тиклем — был ғилми-тикшеренеү институтының директоры, 1983 йылдан алып — 1986 йылға тиклем аш һеңдереүҙең физиология һәм биохимия лабораторияһы мөдире. 1966 йылдан алып 1978 йылға тиклем Л.А.Тарасевич исемендәге медицина һәм биология препараттарын стандартлаштырыу һәм контролдә тотоу Дәүләт ғилми-тикшеренеү институтында фәнни эштә был институттың директоры урынбаҫары булып эшләй[1].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. А. Шатерниковтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге биохимия һәм физиология, атеросклерозды, постгастрорезекцион ҡатмарлашыуҙарҙы, хроник панкреатитты, ашҡаҙан аҫты биҙен диагностикалау һәм дауалау, өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле. В. А. Шатерников ашҡаҙан аҫты биҙе ферменттарын һәм ашҡаҙан аҫты биҙенең ферментлы дарыу препараттарын уларҙың составында файҙаланғанда баһалау критерийҙары өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. В. А. Шатерников Бөтә Союз һәм бер нисә сит ил биохимиктары йәмғиәте президиум ағзаһы булып тора.

1958 йылда биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Влияние рентгеновского облучения на всасывание гликокола в тонком кишечнике» темаһына диссертация яҡлай, 1970 йылда биология фәндәре докторы дәрәжәһенә «Исследование ферментов поджелудочной железы и их ингибиторов в норме и при ряде заболеваний органов пищеварительного тракта» темаһына диссертация яҡлай, 1973 йылда ул ғилми профессор исеме бирелә. 1980 йылда СССР МФА ағза-корреспонденты итеп һайлана. В. А. Шатерников етәкселегендә йөҙ ҙә етмештән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар яҙыла, ул Ҙур медицина энциклопедияһының «Питание» мөхәрририәт бүлегенең яуаплы мөхәррир урынбаҫары һәм «Вопросы питания» ғилми-ғәмәли журналының баш мөхәррире була[1].

1986 йылдың 8 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.

  • Актуальные проблемы гигиены питания : (Тез. докл.) 28-30 сент. 1981 г. / [Гл. ред. В. А. Шатерников]. - Тбилиси : Б. и., 1981. - 216 с.
  • Михаил Николаевич Шатерников, 1870—1939 / В. А. Шатерников, Л. Е. Горелова. - М. : Наука, 1982. - 144 с.
  • Актуальные проблемы науки о питании / В. А. Шатерников. - М. : Центр междунар. проектов ГКНТ, 1984. - 24 с.
  • Микотоксины иммунитет, иммунологические методы исследования / В. А. Шатерников, И. Н. Марокко. - М. : Центр междунар. проектов ГКНТ, 1984. - 26 с.
  • "...От семи недуг" : [О рацион. питании] / В. А. Шатерников. - М. : Сов. Россия, 1986. - 79 с.
  • Как правильно питаться / И. М. Скурихин, В. А. Шатерников. - 2-е изд., перераб. и доп. - Москва : Агропромиздат, 1986. - 256 с.
  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 27. — 576 с.
  • Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 27. — 576 с.
  • Физиологические науки в СССР: становление, развитие, перспективы / Н. А. Агаджанян, Ю. П. Голиков, Т. И. Грекова и др.; Редкол.: Н. П. Бехтерева (отв. ред.) и др.; Предисл. Н. П. Бехтеревой; АН СССР, Отд-ние физиологии. - Л. : Наука : Ленингр. отд-ние, 1988. - 479 с. — ISBN 5-02-025630-7
  • 400 биографий ученых : О сер. "Науч.-биогр. лит.", 1959—1986 : Библиогр. справ. / З. К. Соколовская; Отв. ред. А. Я. Яншин [АН СССР]. - М. : Наука, 1988. — 509 с. — ISBN 5-02-001369-2