Шатили

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шатили
Рәсем
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Административ-территориаль берәмек Душетский муниципалитет[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1400 метр
Мираҫ статусы объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Критерий Всемирного наследия (v)[d] һәм (vi)[d]
Commons-logo.svg Шатили Викимилектә

Шатили (груз. შატილი) — Грузияның Хевсурети тарихи өлкәһендәге бейек тауҙағы ауыл. Хәҙер Мцхета-Мтианети крайының Душети муниципалитеты составына инә.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шатили Төп Кавказ һыртының төньяҡ битләүендә, Аргун йылғаһы тарлауығының башында, Шатилисцкали тамағында[1], Рәсәй Федерацияһы Чечен Республикаһының Итум-Калинский районы сигенән 2 км алыҫлыҡта ята.

Төҙөлөштәр торлаҡтарҙың берҙәм нығытылған комплексынан һәм 60 оборона башняларынан тора. Шатили Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исеменә инеү буйынса дәғүә итә[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл исеме - შატილი (иҫке форманан შანდილი) грузин теленең тау диалектында "беркетелеш" тигәнде аңлата. Ләкин, Рәсәйҙә атама чечен теленән «боҙлоҡ иле» тип тәржемә ителә тигән фекер бар[3]. Рәсәй халҡы фекеренсә шулай уҡ, топоним чечен Шедалаһына — боҙлоҡ иле, ә шедалой — боҙлоҡ кешеһе тигән һүҙгә барып тоташа[4], әммә урта быуат грузин сығанаҡтарында был улай түгел икәнлеге тураһында иҫбатлауҙар бар. Шатили - боронғо грузин ауылы һәм чечендарға, күршелектән тыш, бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ. Уның халҡы борондан чечендарға дошмандарса ҡараған һәм уларҙың һәр ваҡыт аныҡ дөйөм грузин үҙаңы булған[5]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шатили халҡы грузин теленең хевсур диалектында һөйләшкән[6].

ЭСБЕ-ға ярашлы: «1843 йылда Шамилдың иң батыр һәм һәләтле хәрби етәкселәренең береһе чечендарҙың ҙур өйкөмө менән Шатилиға һөжүм иткән һәм хевсурҙарҙың рустарҙан айырылып, Шамилға буйһоноуҙарын талап иткән: Шатили халҡы дошмандан ҡотолоп ҡына ҡалмаған, үҙҙәренең ике кешеһен юғалтып, Шамилды һәм уның өйөрөнән йөҙләгән кешеһен үлтергән [1].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йыл башында Шатили ауылының һайлау участкаһында 130 һайлаусы теркәлгән[7].

Әммә Грузияла 2014 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 22 кеше генә билдәләнгән[8]

2014 йылдан һуң, күп кеше ауылға ҡайтып йәшәй, әммә улар тарихи кварталдар эргәһендә төпләнә һәм яңы кварталға нигеҙ һала[9]

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Шатиль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. World heritage. Shatili
  3. Часть 4: Т - Я / Топонимический словарь Кавказа / Т: / Абхазская интернет-библиотека / Абхазская интернет-библиотека(недоступная ссылка)
  4. Сулейманов А. Топонимия Чечни. Грозный: ГУП «Книжное издательство», 2006
  5. 6
  6. Этнический состав населения Северного Кавказа в XVIII — начале XX века. — М., 1974 [общ. свед.]
  7. Выборы в Шатили не пройдут
  8. მოსახლეობის საყოველთაო აღწერა 2014. საქართველოს სტატისტიკის ეროვნული სამსახური (ნოემბერი 2014). 6 სექტემბერი 2016 тикшерелгән.
  9. ТематичеÑ�кие программы Родники жизни. Шатили. 22 ғинуар 2019 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]