Эстәлеккә күсергә

Шаумян урамы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шаумян урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Степан Шаумян[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Нимә менән тоташа Собор тыҡрығы
Оҙонлоҡ 1,6 km
Карта
 Шаумян урамы Викимилектә

Шаумян урамыДондағы Ростовта урам. Исеме 26 баҡы комиссарҙарының береһе Степан Георгиевич Шаумян (1878—1918) хөрмәтенә бирелгән.

Доломанов тыҡрығынан башлана, Ворошилов проспекты менән тамамлана. Йорттарҙың нумерацияһы көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай китә. Урам ике яҡ һыҙатлы.

Шаумян урамында күберәк уртаса ҡатлы килем йорттары төҙөлгән[1]. Урамда автомобиль юлдары колледжы, Ростов дәүләт консерваторияһы урынлашҡан.

Иғтибарға лайыҡ биналар һәм ҡоролмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • № 2/10 — Я Бикерниктың килем йорто. XX быуат башында модерны стилендә төҙөлгән. Архитектура ҡомартҡыһы.
  • № 10/29 — О. Базинерҙың килем йорто. Бинаның декоры аҡ кирбестән төҙөлгән. XIX быуат аҙағы - XX быуат башында эклектика стилендә төҙөлгән. Архитектура ҡомартҡыһы.
  • № 11 — Килем йорто. XX быуат башында төҙөлгән. Архитектура ҡомартҡыһы.
  • № 13/43 — «Советский юг» гәзите редакцияһы. 1911 йылда модерн стилендә төҙөлгән.
  • № 29 — С. В. Рахманинов исемендәге Ростов дәүләт консерваторияһы
  • № 40 — В. И. Полтарактың торлаҡ йорто
  • № 42 — И. П. Волковтың торлаҡ йорто
  • № 45/28 — Л.М. Пивоварованың килем йорто. XIX быуат аҙағында XX быуат башында эклектика стилендә төҙөлгән. Граждандар архитектураһы ҡомартҡыһы. Декорҙы биҙәгәндә классицизм өсөн хас булған декор ҡулланылған
  • № 48 — М.Ф. Кофустың килем йорто
  • № 48 — Дмитровскийҙа заманса һынлы сәнғәт музейы[2][3]. Бина 1898 йылда архитектор Е.М. Гулин проекты буйынса модерн стилендә төҙөлгән.
  • № 53/55 — Ағалы-ҡустылы Шилтовтарҙың килем йорто
  • № 79 — Г. Бейхмандың килем йорто
  • № 80/33 — П. М. Коновалованың килем йорто
  • № 82/30 — М. Г. Бабиеваның килем йорто
  • № 83 — Г. Бейхмандарҙың торлаҡ йорто
  • № 94 — И. А. Риттенбергтың килем йорто
  • № 96 — Б. Рувинскийҙың килем йорто
  • № 98 — М.О. Кулаковтың килем йорто
  • № 102 — О. К. Озеровтың килем йорто
  • № 106 — Сапоговтарҙың килем йорто
  • № 110 — Дерткезовтарҙың килем йорто

Башҡа урамы менән киҫешкән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Доломанов тыҡрығы, Халтурин тыҡрығы, Островский тыҡрығы, Будённый проспекты, Собор тыҡрығы, Семашко тыҡрығы, Гәзит тыҡрығы, Ворошилов проспекты менән киҫешә.

  • Волошинова Л. Ф. Проект зон охраны. Т. 2, кн. 7: Аннотация исторической застройки по ул. Шаумяна: арх. № 611. Ростов-на-Дону, 1993.
  • От храма к храму. Дмитриевская: биография продолжается... / авт. текста: Любовь Волошинова ; [фото : Фотостудия Михаила Малышева]. - Ростов-на-Дону : Музей современного изобразительного искусства на Дмитровской, 2010. - 184 с. : ил., цв. ил.
  • Кравченко М. И. Архитектура Ростова-на-Дону. Улица Шаумяна // Теория и практика современной науки : Журнал. — 2017. — № 8(26).