Эстәлеккә күсергә

Шафиҡ (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шафиҡ —— башҡорт халыҡ йыры.

Аҡъюл ауылында Шафиҡ тигән бер кеше була. Ни сәбәп менәндер, уны ҡулға алырға тейеш булалар. Ауылдан алыҫ түгел бер шишмә янына килеп, таң атҡансы шул тирәлә йәшеренгән. Һәр көн иртән ҡатыны, һыуға барған булып, ашарына килтерә торған булған. Күнәген шылтыратып, Шафиҡҡа үҙенең килгәнен белдергән

Таң йоҡоларымды йоҡлағанда

Уяндым мин күнәктең тауышына.

Үтеп кенә барған ғүмеремде,

Оҡшаттым мин һыуҙың ағышына.

Ер еләккәйҙәре әсе булла,

Үҙ ваҡытҡайҙары бешмәһә.

Кеше хәлкәйҙәрен Кеше белмәй,

Үҙ башҡайҙарына төшмәһә.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.