Швецов Валерий Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Швецов Валерий Антонович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 декабрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Вафат булған көнө 31 ғинуар 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, Рәсәй
Һөнәр төрө тренер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры

Валерий Антонович Швецов (3 декабрь 1946, Яранск, Киров өлкәһе31 ғинуар 2007, Екатеринбург) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы, еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәптә үк саңғы спорты, еңел атлетика һәм велоспорт менән шөғөлләнә башлай. 10 класта велосипед һәм саңғы ярыштары буйынса 1-се спорт разрядын үтәй . Шулай уҡ кросс буйынса Киров өлкәһе чемпионатында еңеүсе була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Свердловскиға күсә, унда заводта фрезерсы булып эшкә урынлаша. 1965 йылдан алып 1967 йыл буйынса тренер Ермаков Георгий Григорьевичта еңел атлетика менән шөғөлләнә. 1966 йылда Свердловск дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, бында тренер М. А. Махов етәкселегендә шөғөлләнә башлай. Шул йылда уҡ үҫмер спортсылар араһында 800 метрға йүгереүҙә Свердловск өлкәһе еңеүсеһе була.

Институтты тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырыла. Свердловскиҙа хеҙмәт итә. Кросс буйынса Урал хәрби округы ярыштары призеры була.

Армия хеҙмәтенән һуң «Калининсы» спорт клубында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә еңел атлетика буйынса тренер булып эшкә урынлаша. 1975 йылда Урал педагогия институтының физик тәрбиә кафедраһына эшкә күсә. 1975 йылдан алып 1985 йыл буйынса үҙенең студенттары менән тренер эше менән шөғөлләнә. Һигеҙ йыл дауамында институттың йыйылма командаһының өлкән тренеры була. Был йылдарҙа бик күп билдәле спортсылар уның етәкселеге аҫтында спорт әҙерлеге үтәләр: СССР призёры, РСФСР чемпионы В. Куцаев; «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәте Үҙәк Советының күп тапҡыр призерҙары һәм чемпиондары С. Липский, В. Жолудев, Г. Иванов, А. Попов, күптөр буйынса СССР беренселеге призеры Н. Маричев һәм башҡалар.

1980 йылдан алып еңел атлетика буйынса Свердловск — Екатеринбург федерацияһы рәйесе вазифаһын биләй[2].

1985—1991 йылдарҙа «Уралмаш» спорт клубының балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбенең өлкән тренеры була. Был осорҙа йәш спортсылар араһында ҡаршылыҡтар менән 400 метрға йүгереүҙә буласаҡ СССР беренселеге еңеүсеһе А. Симакинды әҙерләй.

1992 йылдан яңынан Урал дәүләт педагогия институтында эшләй башлай, бында спорт дисциплиналары кафедраһы доценты була. Үрге Пышма ҡалаһының «Уралэлектромедь» спорт клубының баш тренеры була. Свердловск өлкәһе тренерҙар советы рәйесе була. Был йылдар эсендә уның тарафынан әҙерләнгән: Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 2001 йылдағы һаңғырауҙар араһында Олимпия уйындары призеры һәм чемпионы, Европа чемпионы һәм призеры, һаңғырауҙар араһында Рәсәй рекордсмены П. Уханов; Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр призеры һәм чемпионы М. Конойко; күп тапҡыр Рәсәй чемпионы, Европа, Донъя чемпионаттарында һәм 2000 йылда Сиднейҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы В. Ширяев.

2001 йылда «Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры» маҡтаулы исеменә лайыҡ була. Шулай уҡ «Физик культура һәм спорт алдынғыһы» түш билдәһе менән бүләкләнә, республика категорияһындағы судья статусына эйә.

2007 йылдың 31 ғинуарында Екатеринбургта вафат була. Төньяҡ зыяратта ерләнгән[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Спорт на Урале - Швецов Валерий Антонович. sportufo.ru. Дата обращения: 12 июль 2017. 2017 йыл 9 август архивланған.
  2. СПС Право.ru. СПС Право.ru. Дата обращения: 12 июль 2017.(недоступная ссылка)