Эстәлеккә күсергә

Шемәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шемяк битенән йүнәлтелде)
Шемәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Шемәк ауыл Cоветы (Өфө районы)
Халыҡ һаны 428 кеше (2010)[1],
351 кеше (2002)[2],
422 кеше (2009)[2]
Почта индексы 450514
Карта

Шемәк (рус. Шемяк) — Башҡортостан Республикаһының Өфө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 428 кеше булған[3]. Почта индексы — 450514, ОКАТО коды — 80252875005.

1800-се йылдарҙа әлеге Шемәк ауылы урынында Казанка ауылы булған, ә янындағы Шемәк йылғаһы буйында башлыса башҡорттар йәшәгән.

Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, барщина булған осорҙа бында 4 баяр ерҙәрҙе биләп алған булған. Улар ауылға урыҫтарҙы күсереп килтереп ултыртҡан. Бер баярҙың йорто ауылдың уртаһында сиркәү янында һалынған булған, шуның өйөн шемәк өйө тип атап йөрөгәндәр. Ауылдың атамаһы ла шунан киткән тип һанайҙар.

Ауылда шулай уҡ бер ҡыҙыҡ легенда һаҡланған: ауыл байҙары араһында Надежда Андреевна Глухарева тигән ҡатын булған. Уның нәҫел-нәсәбе булмаған, вафатынан 25 йыл алда васыятнамә яҙып ҡуйған булған. Ул ҡағыҙҙа үҙен Пугачев баш күтәреүселәренән ҡотҡарып ҡалған өсөн ауыл крәҫтиәндәре барщинанан азат ителә һәм уларға ер биләмәһе бирелә тип яҙылған булған.

Уҙған быуаттағы Октябрь революцияһына тиклем васыятнамәгә ҡул ҡуйылған көндө «Байбисәнең иҫтәлеге көнө» тип билдәләп килгәндәр [4] , [5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 428 209 219 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Өфө): 47 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Октябрьский): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Алкино): 19 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ивушкин Владимир Иванович (9.06.1942—12.03.1999), «(9.06.1942—12.03.1999), хеҙмәт алдынғыһы. 1965—1993 йылдарҙа «Союзтелефонстрой» тресының монтажсы-йәбештереүсеһе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.