Эстәлеккә күсергә

Шикәйәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шикәйәт
Жанр шиғриәт
Автор Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы
Нәшер итеүсе Китап
Нәшер ителеү урыны Өфө
Әҫәрҙең теле татар теле
Ваҡиға ваҡыты 1904
Нәшер ителеү ваҡыты 1984

«Шикәйәт» йәғни «Ялыу» (1904 йыл) — шиғыр, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1904 йылдың 8 февралендә яҙып бөткән һәм рус теленә тәржемә иткән. Әҫәр бер ҡайҙа ла баҫылмайынса, уның ҡулъяҙмалары араһында ятып ҡала. Тәүге тапҡыр 1984 йылда Өфөлә «Йәдкәр» китабында ҡыҫҡартылып нәшер ителә[1]. Уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн әҙерләнгән башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия китабына индерелгән[2].

Йәмәғәт эшмәкәре һәм шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев капиталистик мөнәсәбәттәрҙең ыңғай һәм кире яҡтарын күрә һәм быға үҙ мөнәсәбәтен белдерә.Тәбиғәттең аяуһыҙ ҡырылыуына, ер-һыуҙарҙың ҡыҫылыуына бәйле борсоулы уйҙарын «Шикәйәт» шиғырында белдерә[3].

Заманында бай булған был ерҙәрҙә

Тулы урман менән ҡорт, мал-тыуарҙарҙа,

Күмәк ғәскәр һәм закон ярҙамында

Ҡарар тапты сауҙагәрҙәр сауҙаһында,

Аяҡлы мал тамам бөтә яҙҙы,

Ағастар аҡты, Әстрханға уҙҙы.

Уның артынан осто ҡорт һәм әре,

Юҡ инде тау кеүек ағас тауары,

Был башҡорт урманы тамам киҫелгәс,

Баржаларҙы тауарҙарҙан һәм башҡа шәйҙе,

Ҡара тал ҡайырын, ҡош һәм күкәйҙе…

Бына шулай күҙ алдына килтерелә башҡорт урмандарының ҡырылыуы, ер-һыуҙарының ҡороуы. Тәбиғәттең һәләкәткә яҡынланыуына сәбәпсе булып сит промышленниктар һәм ҡомһоҙ сауҙагәрҙәр тора. Ил-ерҙәрҙең байлығын, күркен, именлеген һаҡлау, яҡлау, закондарҙы ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы ҡорал итеү кеүек социаль, хоҡуҡи мәсьәләләр ҡуйыла был шиғырҙа. Был фекер авторҙың үҙенең руссаға тәржемәһендә тағы ла көслөрәк яңғырай[3].

  1. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 264-сЕ б..
  2. Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 149—150-се б..
  3. 3,0 3,1 Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 244—245-се б..
  • Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 149—148-се б..
  • Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 244—245-се б..
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 40-сы б..