Эшләпә
Эшләпә | |
Етештереү ысулы | изготовление шляп[d] |
---|---|
Эшләпә Викимилектә |
Эшләпә — баш кейеме, башҡа кейелә торған түбә өлөшөнән һәм уның ситенән сығып торған тирәстән ғибәрәт баш кейеме.
Күп ерҙәрҙә эшләпәгә ҡауырһын, таҫма, ҡарасҡы кеүек нәмәләр тағып кейгәндәр һәм был әле лә күҙәтелә. Эшләпә башты, сәсте яуым-төшөмдән, елдән, ҡояштан һәм һыуыҡтан һаҡлай торған әйбер булыу менән бер рәттән ҡупшылыҡ өсөн дә ҡулланыла.
Эшләпә - башҡорттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшләпә - башҡорттарҙа борон башлыса ир-ат кейә торған баш кейеме булған, әммә уны бер ни менән дә биҙәмәгәндәр. Ғәҙәттә аҡ төҫтәге йөндән баҫып, тирәсен өҫкә ҡайтарып баҫҡандар. Был Х1Х быуат аҙағында, ХХ быуат башында төшөрөлгән фотоларҙа күренә [1]
Байҙар ғына кейә ҡамсат бүрек, Беҙ кейәбеҙ кейеҙ эшләпә (Халыҡ йырынан) [2] |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуатта Европала Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында барса илдәр халҡы хәрбиҙәрсә кейенгән һәм ирҙәре лә, ҡатындары бәрәс тиреһенән тегелгән эшләпә кейгән. Улар ҡауырһындары менән генә айырылған.
XVII быуат урталарында эшләпә ҡаты эслеккә ултыртып эшләнә башлаған, ҡара төҫтәргә өҫтөнлөк бирелгән. Яҡынса 1670 йылдан бар Европала француз модаһы алға сыға, уны ҡауырһын ҡаҙап, тирәсен өс урындан күтәртеп тегәләр.
Пудралы париктар осоронда эшләпә буялмаһын өсөн уны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып йөрөй башлағандар, ул өс мөйөшлөгә әйләнгән, ҡауырһын урынына уҡа теккәндәр.
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фото | Атамаһы | Һүрәтләнеше |
---|---|---|
Акубра | Австралия ир-ат эшләпәһе каскада. Икенсе төрө — Тобаранетели | |
Галеро | Бик ҙур, ялпаҡ, киң тирәсле ҡыҙыл эшләпә, тирәсенән 15 суҡ төшөп тора, шулай уҡ кардинал санының геральдик танытмаһы булып торған. | |
Котелок | Түңәрәк түбәле, ғәҙәттә өҫкә табан ҡараған түңәрәк тирәсле ир-ат эшләпәһе. | |
Фетр эшләпә | XX быуат башында популяр эшләпә. | |
Канотье | Тәпәш, цилиндр рәүешле , тар тирәсле, ҡара таҫмалы һалам эшләпә. | |
Ковбой эшләпәһе | Фетра йәки күндән тегелгән, ике ҡырҙан өҫкә бөгөлгән тирәсле эшләпә. . | |
Цилиндр | Цилиндр кеүек бейек түбәле эшләпә. | |
Шапокляк | Складная эшләпә-цилиндр, ныне используется только цирковыми артистами. | |
Шуте | Ҡатын-ҡыҙ эшләпәһе, цилиндр. Япондарҙа кератана тигән эшләпә бар. | |
Боливар | Киң тирәсле эшләпә-цилиндр. | |
Панама | Еңел туҡыманан йә һаламдан эшләнгән йомшаҡ эшләпә, ҡояш нурҙарынан һаҡланыу өсөн ҡулланыла. | |
Треуголка | Өс мөйөшләп өҫкә ҡаратылған тирәсле эшләпә. | |
Двууголка | XVIII быуат аҙағында килеп сыҡҡан ике мөгөҙлө эшләпә. | |
Конфедератка | Тирәсһеҙ, дүрт мөйөшлө, суҡлы эшләпә . | |
«Сусҡа бәлеше» | Тәпәш цилиндр түбәле, тар тирәсле эшләпә. 1960—1970 йылдарҙа ҡайһы бер субмәҙәниәттәрҙә кейелә. | |
Прудик эшләпәһе | Киң тирәсле испан ир-ат эшләпәһе. | |
Трилби | Йомшаҡ эшләпә (ир-аттыҡы). | |
Шерлок Холмс эшләпәһе | Алдан һәм арттан козыреклы, һунарсы эшләпәһе. | |
Хомбург | XX быуат уртаһында популяр фетр эшләпә. | |
Клош | Ҡыңғырау рәүешле ҡатын-ҡыҙ эшләпәһеД. 1920 йылдар модаһы. | |
Атур | Конус рәүешле ҡатын-ҡыҙ эшләпәһе. | |
Петас | Боронғо Грецияла киң таралған, ҡояштан һаҡланыу өсөн ҡулланылған йомшаҡ һәм киң тирәсле эшләпә. |
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшләпә Викимилектә |
- Брыль
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Головные уборы // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.