Шына (механика)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шынаның эш схемаһы

Шына — эш йөҙө осло мөйөшлө, призма формаһындағы ябай механизм. Эшкәртеүсе предметты айырыу, ярау, бүлеү өсөн ҡулланыла. Шына — «ауыш тигеҙлек» исемле механиканың төрө.

Башҡорт телендә «йүкә шына ҡағыу» — «нимәлер алыу йәки нимәлер эшләтеү өсөн юрамал маҡтау» тигәнде аңлата.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шына ҡағыу бик күптән билдәле. 9000 йылдар элек Боронғо Мысырҙа карьерҙа таш аҡтарыу өсөн бронза шыналар ҡулланғандар. Шулай уҡ ағас шыналар ҡулланғандар. Ағас шыналарҙы еүешләгәс, улар бүртеп киңәйгәндәр. Индейҙар болон мөгөҙөн эшләгән шына менән ағас ярған, каноэ, торлоҡ һәм башҡа предметтар эшләгән.

Эш принцибы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эш йөҙөнә перпендикуляр йоғонто яһаған ике көс эш башҡара. Шына башҡарған идеаль отош — оҙонлоғоноң һәм тупаҫ яғы киңлеге сағыштырмаһына тиң. Шына оҙонораҡ һәм ослораҡ булған һайын көсө ҙурыраҡ була. Реаль отош ҡаршылыҡ көсөнә бәйләнгән. ; IMA — идеаль отош, W — киңлеге, L — оҙонлоғо.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шына ер өҫтөндә ятҡан ауыр предметтарҙы күтәреү, ағас ярыу өсөн ҡулланыла. Балта оҫталары предметтарҙы тура килтереү өсөн ҡуллана. Шына принципы балта, ҡырҡҡы, бысаҡ, ҡаҙаҡ, энә, ҡаҙыҡ кеүек эш ҡоралдарында ҡулланыла.