Эстәлеккә күсергә

Шәйәхмәтов Әнәс Ноғоман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәйәхмәтов Әнәс Ноғоман улы
Тыуған көнө 23 июнь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Сермән ауылы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты[d]

Шәйәхмәтов Әнәс Ноғоман улы (рус. Шаяхметов Анас Нугуманович, 23 июнь 1936 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, сауҙа хеҙмәткәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1]. Милләте — башҡорт.

Әнәс Ноғоман улы Шәйәхмәтов 1936 йылдың 23 июнендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Сермән ауылында тыуған.

1958 йылда йылда Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Белорет леспрохозында урман ҡырҡыусы булып эшләп хеҙмәт биографияһын башлай.

Юғары белемде Мәскәү Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу сауҙа институтында алған һәм институтты тамамлағас, һөнәре буйынса эшкә күсеп, 1959-1969 йылдарҙа Белорет ҡалаһында район потребителдәр союзында тауар белгесе булып эшләй, артабан ойошманың рәйесе булып эшләй.

1969 йылдан Башпотребсоюздың Белорет район-ара күмәртәләп һатыу базаһы директоры вазифаһында була.

1990 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарының һуңғы — 12-се саҡырылыш Юғары Советына белорет районы 117-се Сермән һайлау округы буйынса депутат итеп һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, сауҙа, халыҡҡа коммуналь-көнкүреш һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү комиссияһы ағзаһы була [2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Халыҡтар Дуҫлығы ордены ордены бирелә, БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.

Ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр

  1. Шаяхметов Анас Нугуманович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104