Эстәлеккә күсергә

Шәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәл
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән текстиль
Код MCN 6117.10.00
 Шәл Викимилектә
Шәл
Туҡылған яулыҡ ябынған ҡатын
Шәл ябынған әзербайжан кәләше

Шәл — (фарс. شال)[1] — бәйләнгән йәки туҡылған ҙур шәл; төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме.

XIX быуат уртаһында Владимир Даль үҙенең Рус теленең аңлатмалы һүҙлегендә шәл «ҡатын-ҡыҙ инглиз ҙур яурын яулығы, ҡуш шәлъяулыҡ» тип билдәләнә. Заманында төрөк шәлдәре киң билдәле була".

XV быуатта Кәшмирҙә тәүге шәлдәрҙе — өсмөйөш итеп бөкләп һәм һынды тулыһынса ҡаплап башҡа ябына торған пашминанан дүрткел япма (ҡаплама) етештерелә башлаған.

Ношение шалей во Франции начала XIX века.

Францияла Наполеондың Мысыр походынан (1798—1799) һуң кәшмир шәлдәр барлыҡҡа килә. Беренсе ҡатыны Жозефина Богарненың 400 самаһы шәле булған, уларҙың һәр береһен алтын балдаҡ аша үткәрергә мөмкин булған. Ул уларҙы күлдәк өҫтөнән ябынған йөрөткән, япма итеп ҡулланған һәм хатта эте өсөн яҫтыҡ яһаған.

Тиҙҙән Францияла төрлө материалдарҙан шәлдәр етештереү башлана. Шәл үҙенең модалы эйәрсендәренә — киң палантинға һәм тарыраҡ шарфҡа, йә һыуыҡтан һаҡланыу өсөн ҡышҡы вариантта, йә бик ауыр формала, тик матурлыҡ өсөн генә хеҙмәт итә башлай.

Луи-Филиппп I тәхеткә килгәнгә һәм инглиздәр арзан ялған әйберҙәр сығара башлағанға тиклем, шәл модала ҡалған. Әммә улар барыһы ла һатып ала алмаҫлыҡ ҡиммәтле әйберҙәр булған. Әммә нәҙек йөндән тегелгән, кәзә мамығынан туҡылған күпкә отошлораҡ вариант та тәҡдим ителгән.

Яҡынса шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә лә шәлдәр етештерелә башлай. Иң тәүге шәлдәр төҫтәре буйынса һинд шәлдәренә ныҡ оҡшаған, һуңынан уларҙы милли рус мотивтары менән берләштерә башлағандар.

1851 йылда Лондонда үткән беренсе Бөтә донъя сәнәғәт күргәҙмәһенән һуң рус шәлдәренең даны арта. Елисеева, Шишкина, Колокольцев, Мерлина, Зубковтар, Молчановтар ысын хазиналар туҡыған, тип иҫәпләнгән.

Бигерәк тә ҡабатланмаҫ һәм ҡиммәтле шәлдәр — селтәр (кружево) шәлдәр. Улар Вологда, Вятка һәм Елец кеүек традицион селтәр үҙәктәрендә ҡулдан үрелә. Селтәр шәле эшләү күп ваҡыт талап итә, мәҫәлән, 280х105 см ҙурлыҡтағы шәл өсөн 2000 сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә.

Шәл — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион баш кейеме. Сана шәле (плед) рәүешендә туҡылғаны — ҡышҡы һалҡындарҙа тун һәм толоп өҫтөнән ябыныу өсөн ҡулайлаштырылған ҡалын шәл, тула шәл һәм бәйләнгәндәре — дебет шәл, мамыҡ шәл булған. Шәлде башлыса кәзә мамығынан, һарыҡ йөнөнән, кизе-мамыҡ ептән эшләнгән тәбиғи төҫтәге ептән, һирәгерәк осраҡта буялған ептән бәйләгәндәр. Туҡылған туҡыманы тигеҙ өлөштәргә бүлеп, һуңынан теккәндәр йәки бәйләмес ярҙамында тоташтырғандар. Ситтәре суҡтар йәки бәйләнгән ҡаймалы селтәрҙәр менән биҙәлгән. Туҡылған шәлгә эслек тоташтырып та ябынғандар.

Дебет йәки мамыҡ шәлде семәрләп (ажур) бәйләү алымы ҡулланылған. Шәл уртаһын айырым бәйләйҙәр. Шунан айырым бәйләнгән биҙәкле ҡайманы йәки шәл ситен дүрт яҡлап ҡырҙарына һәм үҙ-ара тоташтырғандар. Шулай уҡ тотош бәйләнгән шәлдәр осраған.

Шәл ситенә төрлө геометрик биҙәктәр: тулҡын, кәкерсәк, күҙәнәк, ромб һәм үҫемлек биҙәктәр: сәскә, япраҡ, розетка һ. б. менән биҙәлгән, ситтәрен тешле сығынтылар (фестон) бәйләп биҙәгәндәр. Байрам (туй) костюмы элементтарының береһе, туй бүләге булған. Шәл ҡалмыҡтар, урыҫтар, тажиктар һ. б. халыҡтар кейемендә таралған була[2].

Ырымбур мамыҡ шәле тип донъяла танылған баш кейеме — башҡорт дебет шәле ул.